-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» «Ашкадар»

«Ашкадар»

«Ашҡаҙар» - МОҢЛО РАДИО
Радио – ул күңел асыу, тормошто йыр-моңдар менән биҙәүсе сара ғына түгел. Республикабыҙҙың төп радиоканалы, һуңғы йылдарҙа үрсеп киткән каналдарҙан айырмалы рәүештә, тиңе булмаған рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ошо эште тағы ла киңәйтеү, республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, һоҡланғыс шәхестәре, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторолдо ла инде «Ашҡаҙар» радиоканалы.
Уның тыуған көнө - 2010 йылдың 7 феврале.
Каналда яңғыраған тапшырыуҙар республикабыҙҙың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулы кимәлдә сағылдырыуҙы төп маҡсат итеп алды. Уларҙы әҙәбиәт, музыка, театр, ғилем донъяһы, халыҡ ижады өлкәһенән белгестәр үҙҙәре әҙерләп алып барыуы мөһим һыҙаттарҙың береһе. Юлай Ғәйнетдинов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Розалия Солтангәрәйева, Гөлназ Ғәлина, Рәис Исмәғилев, Гөлсирә Ғизәтуллина, Рафаэль Шәхрәзиев, Нурия Ирсаева, Олег Ханов канал менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
«Ашҡаҙар» радиоһы тулҡындарында тулы нәүбәтендә әҙәби әҫәрҙәр, радиоспектаклдәр яңғырай. «Түңәрәк өҫтәл» артында төрлө мәсьәләләр күтәрелеп, уртаға һалып һөйләшеүҙәр ойошторола, премьералар яңғырай, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре хаҡында ижади портреттар әҙерләнә, үҙэшмәкәр коллективтар ҡунаҡҡа килә. Тыуып-үҫкән еребеҙҙең мөғжизәгә тиң урындары хаҡында әҙерләнгән тапшырыуыбыҙ донъя күрә килә. Республикабыҙҙың матбуғат сараларына махсус ваҡыт бүленгән. Балаларҙы классик музыка өлгөләре менән таныштыра барабыҙ, өлкәндәр өсөн дә классик көйҙәр, донъяның, республикабыҙҙың билдәле композиторҙары әҫәрҙәрен яңғыратыусы махсус программа бар. Башҡортостан радиоһының Алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙар «Ашҡаҙар» тулҡындарында яңы һулыш ала.
Музыкаль биҙәлеште халыҡ йырҙары, классик, инструменталь көйҙәр, ваҡыт һынауы аша үткән эстрада йырҙары, зауыҡлы заманса йырҙар тәшкил итә.
Каналда ысын мәғәнәһендә илен, телен, халҡын яратыусы оҫта журналистар, режиссерҙар эшләй.
«Ашҡаҙар»ҙың тәүге аҙымдары ышаныслы булды, сөнки беҙ уны халыҡ яҙмышына битараф булмаусы тыңлаусыларыбыҙ менән бергә яһаныҡ. Киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр тип ышанабыҙ. Хоҙай берҙәмлектән айырмаһын…


Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники