-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Халыҡ ижады-бөтмәҫ хазина! (сценарий на башкирском языке)

Халыҡ ижады-бөтмәҫ хазина! (сценарий на башкирском языке)

Категория: Байрамдар, Сценарий | 5-07-2011, 23:24 | Просмотров: 9524

1А.Б: Һаумыһығыҙ. Хәйерле кис хөрмәтле, ауылдаштар,туғандар, дуҫтар һәм килгән ҡунаҡтар!
2А.Б: Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!
Ҡан-ҡәрҙәштәр, имандаштар!
Ҡайнар сәләм, рухташтар!
Фекерҙәштәр, серҙәштәр,
Ҡайнар сәләм ерҙәштәр.
1А.Б: Бишауыл-Уңғар ауылы Башҡортостандың гүзәл төбәктәренең береһе, Нәрәш ҡаяһы янында урынлашҡан.
Ауылыбыҙға йәм өҫтәп, уны ҡап уртаға , бай һыулы Ҡайрылыкүл, гүзәл Ташлыкүл күлдәре йәйрәп ята.Ә ҡуйы Әрәмәлек хәүеф-хәтәрҙән һаҡлап торған һалдаттай ауылыбыҙҙы ҡуйынына һыйындыра.
2А.Б: Ошо ерҙәрҙе батша ғәли йәнәптәре ХVII быуатта Малай Янбахтиндың аҫаба ерен тартып алып, Бишауыл кешеләренә тапшыра. ХVII быуат уртаһынан алып, Уңғар исемле ошо өйәҙҙең бер аҫабаһы исеменә бәйле, ауылды Уңғар тип исемләйҙәр. Артабан был ауыл ике исем аталышы менән Бишауыл-Уңғар булып китә.
1А.Б: Бишауыл-Уңғар халҡы бик тырыш, етеш йәшәй. Һәр өлкәлә улар өлгөрҙәр. Ауыл хужалығы булһынмы, фәнме- береһендә лә үҙҙәрен һынатмайҙар.
Бишауыл-Уңғар- күренекле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Низамовтың тыуған төйәге.
Ауылдан ике филология фәндәре кандидаттары- Рим Искандаров һәм Фәнзил Саньяровтар сыҡҡан.
2А.Б: Уҡытыусы-ветеран Файза Дилмөхәмәтова, Минибай Вәлиев, Мөшәрифә Ҡорбанғәлиева,Ишназар Кидрасов, Суфия Батыршина, Сәбирйән Ҡоҙаҡайев, Фәүзи Кучумов,Зәкиә Низамовалар ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлай.
1А.Б: Ике уҡытыусы Рим Исхаков һәм Флүрә Загидуллиналар “Иң яҡшы уҡытыусы” Бөтә Рәсәй конкурсында президент грантына лайыҡ булдылар, Рим Исхаков журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, юғары категориялы уҡытыусы.
2А.Б: Ауылдан ике партия комитеты секретаре сыҡҡан. Ғәйнетдин Хөснетдинов Илеш районында ,ә Тәнзилә Мырҙагилдина Нуриман районында партия комитеты секретары булып эшләгән.
1А.Б: Хәрби табиб Фәрит Вәлиев ағай һәм табибә Венера апайҙар менән ғорурланабыҙ. Ауыр йылдарҙа ауыл председателе булып эшләгән Валиева Мәүлетбикә апайға рәхмәтлебеҙ. Атҡаҙанған колхозсы исеменә лайыҡ булған Кәшифә Төхвәтуллина һәм Лилиә Мөхәмәтйәновалар ҙур хөрмәткә лайыҡтар. Ауылыбыҙҙа һанап бөткөһөҙ хеҙмәт ветерандары. Уларға дан йырлайбыҙ.
« Мираҫ” төркөмөнән башҡа
Сәхнәләр етем бит ул
Көйһөҙ-моңһоҙ үткән юлдар
Йәшәлмәгән көн бит ул.
Ә хәҙер, хөрмәтле тамашасылар “Мираҫ” төркөмөн сәхнә түренә саҡырабыҙ.
Динә апай Мулкаманова ның һүҙҙәренә таҡмаҡтар “Бейе һылыу”

2А.Б: Ауылыбыҙҙан ситкә китеп, танылыу алмаған , үҙҙәренең ижат иткән шиғырҙары, йырҙары, моңло тауыштары менән халыҡ күңеленә рухи байлыҡ өҫтәп йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ хаҡында булыр бөгөнгө кисәбеҙ. Бына улар: Хәбир ағай Дәүләтбаев Мөхәрләм улы, Динә апай Мулкаманова-Өмөтбаева Ғәббәс ҡыҙы, Әнисә апай Меркулова Ислам ҡыҙы, Сәғәҙиева Гөлфая Шәрәфетдин ҡыҙы, Сәхибгәрәева Факиһа Сөләймән ҡыҙы.

Динә апай Мулкаманова 1946 йылдың 10 июнендә донъяға килә..
Ауылыбыҙҙың иң уңған , булдыҡлы кешеһе ул Динә апай Мулкаманова. Һуғыш осоро балаһы тиһәң дә була уның тураһында. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙы үҙенең бала сағын күҙ йәштәре менән иҫкә ала ул. Шулай булһа ла күңелендә уйылып ҡалған бәхетле минуттары ла күп уның. Әйтәйек , Рауиә һәм Мәҙинә апаларының эйәртеп аулаҡҡа алып барыуҙарын, шәм яҡтыһында ҡыҙҙарҙың төрлө ҡул эштәре башҡарғанын ҡыҙыҡһынып ҡарап тороуын, төрлө эштәргә өйрәтеүҙәрен кинәнеп һәйләй.
Аулаҡҡа йыйылған егеттәр һәм ҡыҙҙар мине уртаға баҫтырып йырлатҡанда үҙемде бик шәп артист итеп тоя инем, тип хәтерләй. Ысынлап та, йырға моңға һөйөү, сәнғәткә омтолош Динә апайҙың йөрәгендә кесе йәштән үк уяна , ә ҡулдары һәр төрлө эшкә маһир.Кейем-һалым тегеү тиһеңме, , бәйләм бәйләү, сигеү, селтәр бәйләү оҫтаһы ла ул.Юғары йәки махсус уҡыу йорто тамамламаһа ла , һәләттәре һанап бөткөһөҙ.Баҡ тиһәң бөйөк яҡташыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бүләсәһе икән.
Клубта үткәрелгән бер генә сара ла Динә апай ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Ул үҙе шиғырҙар яҙа, концертта үҙенең шиғырҙарын халыҡҡа ишеттерә, етмәһ, йыш ҡына уларҙы көйгә һалып сәхнәләштереп тә ҡуя.
Заманында ауылыбыҙҙа,тирә- яҡ ауылдарҙа оҫта тегеүе менән дан тотҡан кеше ул. Оҫта ҡуллы Динә апай ауыл клубына бөтәһе түгел сәхнә костюмдары ла тегеп бирҙе.
Оло йәнле Динә апай донъяның төрлө һынауҙарын,ауырлыҡтарын күрә ,әммә иң аяныслыһы бөгөнгөһө көндө күреү һәләтенән бөтөнләй мәхрүм булыу.
Ләкин көслө рухлы Динә апай тормоштоң ауырлыҡтарына бирешмәй, шиғырҙар яҙыуын дауам итә.
Уның бер шәлкем шиғырҙарын һеҙгә бүләк итәбеҙ.
Легендар геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың 110 йыллығына арнап.
Шайморатов генерал.

Үлмәҫ даны менән йәшәй
Шайморатов генерал.
Байрамға ҡунаҡтар йыйҙы,
Улын данлап сал Урал.

Тантана итәбеҙ бөгөн,
Данлап батырыбыҙҙы.
Үҙе үлһә лә даны ҡайтты,
Ҙурлап башҡортобоҙҙо.

Данлы улыбыҙ булғанға
Бөгөн ғорурланабыҙ.
Донъялар тыныс торһон тип,
Беҙ доғалар ҡылабыҙ.

Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа арнап.

Һаман да һаҡта.
Салауаттың мөһабәт һәйкәле
Тора Ағиҙел ярында
Юлай улы батыр Салауат
Тора тыныслыҡ һағында.

Салауаттың һыны. Бөркөт һыны
Ҡараштары байҡай йыраҡтан.
Үҙ башҡортон дошмандан һаҡлар өсөн
Көрәшә ул ысын йөрәктән.

Салауатты ҡыуып. Һөргөнгә
Уйланылар уны бөгөргә.
Бөгөлмәне батыр Салауат,
Тура ҡараны ул үлемгә.

Балтиканың һалҡын таш ҡаяһы,
Әсе еле үҙәк өҙөрлөк.
Үҙе үлде, ләкин даны ҡалды,
Салауатты үлемһеҙ итерлек.

Өлкәндәрҙе хөрмәтләп.

Байрамға йыйылдыҡ бөгөн
Ҡотларға өлкәндәрҙе.
Байрам сәйе ойошторҙоҡ,
Хөрмәтләп өлкәндәрҙе.

Һәр ҡайһыһы яһанышып,
Матур итеп килгәндәр.
Бөгөн беҙҙең байрам тиеп,
Ваҡыттарын бүлгәндәр.

Беҙҙе хөрмәтләп һәм ҙурлап
Көҙөн атҡан гөлдәрҙәй,
Йәшәргә дәрт, илһам биреп,
Илем байрам көнөн билдәләй.



Яҙыусы.

Шиғыр яҙырға тип уйлап,
Эҙләп ҡарайым һүҙҙәр.
Миңә бер һүҙ ҙә ҡалмаған,
Яҙып бөткәндәр күптән.

Ниҙән яҙа башлайым һуң,
Башларғамы әллә айҙан?
Айҙы ла яҙып ҡуйғандар,
Башына килгән ҡайҙан.

Һандуғастарҙы һайратып,
Ҡундырыр инем талға.
Кемдәрҙер күптән һайратып,
Ҡундырған инде талға.

Күбәләктәрҙе утыртып,
Гөлдәр үҫтерер инем.
Кемдер күптән шиғырында
Үҫтергән инде гөлөн.

Һыуҙа балыҡтар уйнатып,
Караблдәр йөҙҙөртөп,
Һыҙҙыртып гармун уйнатып,
Йыр йырлатҡан өҙҙөрөп.

Юҡ инде, юҡ, һис кенә лә
Һүҙҙәр булманы табып.
Шиғырҙы яҙып бөткәндә,
Тыуғанмын һуңға ҡалып.

Кеше була беләйексе.

Кеше була беләйексе,
Һаулыҡтар һорашайыҡ.
Бер-беребеҙгә иғтибарлы
Булырға тырышайыҡ.

Ғәзиз балаларыбыҙға
Яғымлы өндәшәйек.
Кеше була беләйексе,
Дошмандан көнләшмәйек.

Кеше була беләйексе,
Һөйәйек еребеҙҙе.
Иртән торғас белешәйек,
Күршеләр, хәлебеҙҙе.

Дуҫ-туғандың хәл белеүе
Була күңелгә дарыу.
Кеше булып ҡалайыҡсы,
Сәсмәйек зәһәр ағыу.

Әсәйемдең тыуған ауылы Йомранды данлап.

Йомран иле.
Йомран тигән илем бар,
Йылға-күлгә ерем бай.
Урмандары емешле,
Баҫыуҙары уңышлы.
Кешеләре уңғандар,
Үҙҙәре бик дәртлеләр.
Йырға-моңға маһирҙар,
Һәр икеһе шағирҙыр.
Шағир тәржемәсе, мәғрифәтсе,
Мөхәмәтсәлим минең олатай.
Башҡортоноң данын күтәреүсе
Шәхес булған минең олатай.
Бар донъяға сағыу йондоҙ булып.
Рауилә апай данлай Йомранын.
Бейей- бейей нисә урағандыр
Ер шарының барлыҡ ҡитғаһын.
Профессор тигән данға лайыҡ,
Тимерғәле атлы уланы.
Һәр береһен наҙлы әсәһеләй,
Йомран әсә ихлас хупланы.
Данлы Йомран иле баҫыуында.
Күкрәп үҫте татлы тамырҙар.
Сөгөлдөр баҫыуын дер һелкетеп,
Дан ҡаҙанды беҙҙең батырҙар.
Йомраным бар һинең йырсыларың,
Рассамың һәм дә гармунсың.
Кәйелеп осҡан ҡыйыу аҡсарлағың,
Һәм Ҡыҙылғың тулы балығың.
Ғорурланам. Мин дә шул Йомрандың,
Бер ярсығы булғаным өсөн.
Йомранда тыуып үҫмәһәм дә
Тамырым шунан булғаны өсөн.
Йомраным- данлы илем.
Мин дә һинең бер тамсың.
Яңы йылға теләктәр.
Яңы йыл менән ҡотлайым
Туғандар барығыҙҙы.
Дуҫтарымды ла ҡотлайым
Барҙыр бит арағыҙҙа.
Айҙай балҡып, нурҙар сәсеп,
Йылмайығыҙ, көлөгөҙ.
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙай
Сафланһын күңелегеҙ.
Яңы йылда шатланышып,
Байрам итәйек бергә.
Һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер
Теләйем бөтәгеҙгә.
Парлап бейергә төшөгөҙ
Парлы үтһен Яңы йыл.
Һәр берегеҙ йәрен тапһын
Яңғыҙ ҡалмағыҙ быйыл.
Диплом, маҡтау грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнгән саҡтары ла булды. Ә хаҡлы ялға киткәндә “ намыҫлы эше өсөн” тигән билдә менән баһалана. Ләкин бүләк өсөн түгел, үҙенең нескә, һиҙгер йөрәге ҡушыуы буйынса ижат итә ул.
Ә хәҙер һүҙҙе Динә апайҙың үҙенә бирәбеҙ. Сәхнә түренә рәхим итегеҙ.
Динә апайҙың ошо көндәрҙә оло юбилейы булып үтте. Уға 65 йәш.
Беҙ ҙә һеҙҙе ошо күркәм байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Таҙалыҡ, бәхет,тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.

1А.Б: Сәғәҙиева Гөлфая Шәрәфетдин ҡыҙы 1953 йылдың 17 апрелендә донъяға килә. Бик шаян ҡыҙ булып үҫә. Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбендә үткәрелгән бер генә сара ла унһыҙ үтмәгән. Йырларға, бейергә ярата. Бигерәк тә шиғырҙар һөйләргә ярата.
Стәрлетамаҡ сауҙа техникумын тамамлай . Тормошҡа сыҡҡансы ул сауҙа өлкәһендә эшләй. Тормошҡа сығып ике балаһы булғас тиҙерәк фатир алыу ниәте менән сода-цемент заводына эшкә сыға һәм шунда һәләкәткә тарый. Ләкин, Гөлфая апай тормош һынауына бирешмәй. Бесеү-тегеү, бәйләү курстарына йөрөп был һөнәрҙәрҙең оҫтаһына әйләнә.
Ауыл биләмәһе, район, өлкә күләмендә уткәрелгән конкурстарҙа уның эшләгән ҡул эштәренән күргәҙмәләр ҡуябыҙ.
Тормош ниндәй генә ауыр һынауҙар ҡуймаһын ул үҙенсә йәшәй бирә. Йыл һайын инвалидтар араһында ойошторолған конкурстарҙа, ярыштарҙа алдынғы урындарҙы яулай. Диплом,маҡтау ҡыяғыҙы, бүләктәр менән ҡайта. Ҡул эштәре менән мәшғүл. Республика күләмендә үткәрелгән «Дебет шәл» конкурсында ҡатнашып «Дебет шәл» лауреаты наминацияһында еңеүсе булды. Ауыл клубында үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙар яҙа.
Бер-нисә шиғырын уҡып китәм.
Рәхим итеп тыңлағыҙ.

Ауылыма иман ҡайта.
Бишауылымда бөгөн оло байрам
Күпме йылдар көткән тамаша.
Мосолмандар туйлап мәсет аса
Татып ғазаптарҙы баш аша.
Бишауылыма бөгөн иман ҡайта
Күңелдәр тулған наҙға.
Манараның «айы» иман нуры
Изге аҙан саҡыра намаҙға.
Бишауылымда бөгөн ҙур тантана
Имен булһын илем күктәре.
Тормош күрке булып күңелдәрҙә
Сәскә атһын «иман» гөлдәре.
Манараның аҡ нурҙары
Шәм айының балҡыуҙары.
Изге «Аҙан» моңдарында
Иманыбыҙ ҡайтыуҙары.
Мазһар-хәҙрәтебеҙ һау-сәләмәт
Булыуҙары.

Көтөү ғазабы.
Көттөм мин һине
Ғүмерем буйына.
Йөрәгемдең бер тамыры
Бойорҙо көтөргә.
Көттөм һаман да .
Көттөм ышанып.
Ә бит һин көттөрөп
Бөткәнһең өйрәнеп.
Көткәндәргә бәхет
Бер килер тиҙәр.
Эх! Шул бәхетте
Бер тотоп
Алаһы тиҙәр.
Алып ҡара һин, йәнем,
Ошо бәхетте!
Ҡулыма тоттороп ,
Күрһәтһәң ине.
Гөлфая йәнем, бәхет бит ул
«Һин үҙең, »-тиеп
Һурып үпһәң ине.

Шаян елдәр шаяра.
Елдәр ҡағамы ҡапҡамды?
Әллә һөйгән йәремме?
Елдәр ҡаға ла ыңғыраша,
Һорашмайҙар хәлемде.
Йәрем килә лә һораша
«Көттөңме» тиеп.
Елдәр ҡаға ла юғала
Шаяртып минең үҙемде
Өҙә бит үҙәгемде.
Һөйгән йәрем һағынып килеп,
«Һағынаһыңмы»,- ти.
Ә мин яуап бирәм:
«Йәнем, бәғерем,
Ҡайтыр кешем булмаһа ла
Көткән,һағынған һин бит бар.»
Гөлфая апай яҙмыш һынауҙарынан тыш ,йән һәм тән һыҙланыуҙарын еңеп,тулы тормош менән йәшәүҙе мәғәнә итеп алған был ябай ҙа, бөйөк тә кешене Хоҙай сабырлыҡтан айырмаһын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөнгө кисәгә ул киләлмәне.

2А.Б: Ауылыбыҙҙың йырсы «Һандуғас»ы Әнисә апай Каһарманова тураһында һөйләп китмәү мөмкин түгел.
Ул 1939 йылдың йәмле яҙ айында донъяға килә. 10-сы класты уңышлы тамамлап, шул уҡ йылды үҙе тамамлаған Бишауыл-Уңғар мәктәбенә ең һыҙғанып эшкә сума. Махсус белеме булмаһа ла, барымлығы булғас , бер үҙенә өс төрлө эш йөкмәтеп ҡуялар. Китапханасы, лаборант һәм сәркәтип. Хеҙмәт юлын ул шулай башлап ебәрә. Мәктәптә13 йыл эшләгәндән һуң 3 йыл Һәүәләй ауыл советында яуаплы секретарь булып эшләй. Артабан тағы ла 3 йыл мәктәп, һуңынан 36 йыл сәүҙә өлкәһендә хеҙмәт итә. Ошо дәүер эсендә бик күп йәмәғәт эштәре башҡара. Әнисә апай йыр-моңға бәләкәй сағынан уҡ ғашиҡ. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып,йырлап-бейеп йөрөй.
Үҫмер йылдарында һәүәҫкәр төркөмгә йөрөй. Мөшәрифә Әмир ҡыҙы етәкселегендәге төркөмдә район буйынса ауылдарҙа концерт, пьессалар ҡуйып йөрөйҙәр. Ә район Һабантуйҙарында тормош иптәше өҙҙөрөп мандалинала уйнаһа, Әнисә апай һандуғас моңолай тауышы менән йыр һуҙа торған булған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан , бөгөн дә ул тулы тормош алып бара. Сәүҙә өлкәһендә эшен дауам итә, ауыл клубында үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә, ғаиләлә өлгөлө әсә һәм өләсәй ҙә ул .
Ә хәҙер һүҙҙе Әнисә апайҙың үҙенә бирәбеҙ .
Һеҙҙең ихтибарға Әнисә Ҡаһарманова башҡарыуында йыр “Яҙмыш”.

1А.Б. Артабанғы һүҙебеҙ ,тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәберләүҙәргә ҡарамай , тормошто үҙе йәмләп йәшәүсе Оло йәнле апайыбыҙ Факиһа Сөләймән ҡыҙы Сәхипгәрәйева булыр.
Күл аръяғындағы урамға инеү менән семәрләп-биҙәп эшләнгән,буяулы йорт күҙгә ташлана. Кәртә-ҡураһы ла бөтөн,пөхтә. Нәҡ ошо йортта Факиһа инәй үҙе йәшәй. Ул тыныс холоҡло, һөйкөмлө кеше. Һөйләшкәндә лә йомшаҡ ҡына итеп өндәшә, һүҙҙәре лә мәғәнәле.фәһемле. Ете бала әсәһе.
Факиһа апайҙың бала сағы, үҫмер йылдары бик ауырлыҡта, фәҡирлектә, ас-яланғас үтә.Ата-олаталарын ғәйепһеҙгә һөргөнгә ебәрәләр. Етмәһә, Факиһа апайға 6 ай тигәндә әсәһе ауыр ҡайғынан вафат була. Үҫеп буй еткергәс, һайланып тормай, беренсе һоратҡан кешеһенә, үҙе кеүек етем егет Нариман Исмәғил улына тормошҡа сыға. Тормош иптәше уңған бик оҫта ҡуллы кеше була. Нариман ағайҙың өс бертуғанын да улар ҡарап үҫтергән. Ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Йорто тирәләп күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур сәскәләр ҙә үҫтерә ул.Йәш сағында клубта уҙғарылған сараларҙа ҡатнашып йөрөгән Әле иһә кисә-концерттарҙа үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләп ишеттерә. Бына шулай беҙҙең Факиһа апайыбыҙ, тормош елдәренә бирешмәй, бәләкәй генә шатлыҡтан да ҡеүәт,ҡөҙрәт алып илһамланып йәшәп ята.
Факиһа апай хәҙер һүҙ һеҙгә,сәхнә түренә рәхим итегеҙ!
Бер- нисә шиғырын уҡып ишеттерә.
Үткән ғүмер.
Етмеш дүрткә еткәс кенә белдем,
Ғүмеремдең көҙө еткәнен.
Күҙ асып та йомған араларҙа
Күрмәй ҡалдым уның үткәнен.
Йылдар үтә, үткән ғүмерҙәрем,
Ниндәй үлсәмдәрҙә үлсәнә?
Сәстәремә сал ҡырауҙар һалған
Бормалы ла юлдар үлсәме.
Уйланғанда уйылып та китәм,
Һағыштарҙан күңел тулыша.
Йәштәремә ирек ҡуям, беләм-
Ғүмер көҙөм ҡышҡа ауыша.
Алда тағын күпме йәшәйһем бар?
Бер Хоҙайым үҙең беләһең.
Яҡшылығым,яманлығым-барыһын,
Эй, Хоҙайым, үҙең күрәһең.
Көн артынан –көндәр үтәләр,
Төн артынан-төндәр юл ала.
Бәхетемде ҡыуып етә алмай
Офоҡтарға инеп юғалам...
Ә шулай ҙа мин бик рәхмәтлемен
Ошо ғүмер көҙөн күргәнгә.
Йәшәү бит ул-үҙе оло бәхет,
Үкенмәйем һис тә үткәнгә.

Ҡайҙа минең бала саҡ.
Беҙ өс бала үкһеҙ етем
тороп ҡалдыҡ
Тормош упҡынының сатында.
Олоһона булһа биш йәш кенә,
Икенсеһе булған өс йәштә,
Миңә булған бары ярты йәш.
Бала сағым минең, булмаған шул
Инәй-атай тигән
Татлы һүҙҙе әйтеүҙәрҙән
Мәхрүм булғанмын.
Ярты ғына йәшлек саҡтарымда
Ташлап киткән беҙҙе әсәйем.
Күкрәк һөтөн һорап илағанмын
Күрше ҡатын кереп имеҙгән.
Асығыуҙан илағанбыҙ,
Ләкин сыҙағанбыҙ.
Беҙгә ҡушылып Ер-һыу илаған.
Аҡҡан һыу ҙа хатта туҡтаған.
Үҙ-үҙемде белгән сағымда мин
Сабый ғына инем-фәрештә.
Ас-яланғас һәм дә фәҡирлектең
Аяуһыҙ донъяһы менән
Көс һынаштым көрәштә.
Әсәкәйем күкрәк кенә һөтөн
Имеп кенә үҫер сағымда,
Әсәкәйем фани донъяларҙан киткән
Күкрәп кенә йәшәр сағында.
Атам-әсәм менән барыһын да
Кулак итеп һөргөндәргә һөргәндәр.
Туғандарҙың ҡайһыһы үлеп ҡалған
Ҡайһылары шунда тынғандар.
Ҡара тайғаларҙың уртаһына
Кулактарҙы илтеп тыҡҡандар.
Шахталарға улар төшкәндәр ҙә
Шунда үлеп ҡалғандар.
Халыҡ дошманы тип яла яғып,
Атайыма мөһөр һуҡҡандар.
Репрессия ҡорбанына тағып,
Атайымды илтеп атҡандар.
Инәкәйем ауыр ҡайғы менән
Вафат булды
Апайыбыҙ китеп юҡ булды.
Ике йәш бала тороп ҡалдыҡ
Бөлгән өләсәйем ҡулында.
Аслыҡ-яланғаслыҡ эҙәрлекләй,
Аяҡ баҫҡан һайын һағалай.
Тапҡан ризыҡтарын үҙе ашамайса
Өләсәйем беҙҙең өсөн һаҡлай.
Ағайым менән етәкләшеп,
Хәйер һорашырға йөрөйбөҙ.
Үҙәк өҙгөс һалҡын елдәр иҫә,
Дер-дер ҡалтырашып өшөйбөҙ.
Етәкләшеп сығып китә инек
Алабута үҫкән баҫыуға.
Алабута араһында үткән йылдан ҡалған
Кипкән бәшмәктәрҙе ашарға.
Уйынсыҡтар менән уйнар саҡта
Тоҡсай тотоп юлға сыҡтым мин.
Кемдәр генә ризыҡ бирер,
кем ашатыр тиеп,
Хоҙайҡайым, үҙең генә белдең һин.
Аслыҡтарға түҙмәй, ағайым үлеп китте.
Инде ҡалдым япа-яңғыҙым.
Эй, Хоҙайым, үтермәсе мине тиеп,
Хоҙайымдан ярҙам һораным.
Көндәр үтте, төндәр килде,
Төн артынан таң атты.
Сеү, илама, сабыр бул тип,
Фәрештәләр мине йыуатты.
Рәхмәтлемен өләсәйемә
Миңә дөрөҫ тәрбиә биргәнгә.
Намыҫ,тәүфиҡ менән
Ошо тормоштарға биргәнгә.
Рәхмәтлемен мин Хоҙайыма
Ошо тормоштарҙы бүләк иткәнгә.
Ҙур һынауҙар үтеп,
Ете балама ғүмер бүләк иткәнгә.
Мин ҡартайҙым, хәлдән тайҙым,
Йөрәгем һаман ҡайнаша.
Ҡылыс тотһам ҡулым ҡылтырана.
Дошман күрһәм күҙем ҡан баҫа.
Кем ғәйепле минең әсе яҙмышыма?
Табалмайым шуға һамман яуапты.


Яҙғы баҡа.
Яҙғы баҡа һайрай таң алдында
Төнбойоҡло күлдең һаҙында.
Иртәһен дә һайрай, кис тә һайрай
Ниндәй һағыш төшкән икән башына.
Ошо моңһоу, яҙғы тауыш
Ҡояш нурҙарына сағыла.
Артта ҡалған ауыр яҙмышымдың
Алып китә бала сағына.
Яҙҙар,йәйҙәр йәмле ине.
Йәмле ине хатта ҡышы ла.
Сыр-сыу килеп сана шыуа инек тауҙа
Аяҡта сабата, тамаҡтар ас,
Күңелдәр көр ине шулай ҙа.
Хәҙер инде беҙ ҡартайҙыҡ,
Беҙҙең заман һалҡын елдәр булып үттеләр.
Ни өсәнгә беҙҙең дауам балалары
Бик тәртипһеҙ булып үҫтеләр.

Мәрхүм Рәфис ейәнемә арнап.
Көҙҙәр етте.
Ағас япраҡ ҡойҙо,
Ҡоштар китте йылы
яҡтарға.
Һин дә киттең, балам,
ҡоштар кеүек-
Мәңгелеккә кире
ҡайтмаҫҡа.
Бүләк итеп яулыҡ биргән инең,
Кире алдың биргән яулығың.
Алманың да инде, һай яулығың,
Алып киттең йөрәгем һаулығын.
Яҙҙар етер, тағы ҡоштар ҡайтыр,
Тауҙар,күлдәр үтеп даланан.
Ҡоштар ҡайтыр, балам,
Һин ҡайтмаҫһың инде,
Һин киттең шул беҙҙең аранан.
Йылдар үтер, аҡҡан һыуҙар кеүек,
Эҙҙәреңә үҫер үләндәр.
Был ҡәҙәрле ауыр ҡайғыларҙы
Күрмәһендәр башҡа бүтәндәр.
Хушлашмай ҙа, балам, китеп барҙың,
Айрылышыуҙар бигерәк ауыр бит.
Йомшаҡ һүҙҙәреңде йөрәгемә алып,
Китмә,китмә, балам, сабыр ит.
Балаҡайым, Рәфис, ғәзиз йәнем,
Менә алманың шул үрҙәргә.
Һине һағынып, илап,йырлап
Инермен мин ҡара гүрҙәргә.
Эйелә ҡайын, бөгөлә ҡайын,
Ел тирбәтә , балам, ҡайынды.
Ниндәй генә шатлыҡтар булһа ла,
Баҫа алмайым, балам, ҡайғымды.
Таңдар ҙа атыр инде,
Ҡоштар уяныр инде.
Һин булмағас,балам.күңелемде
Кемдәр йыуатыр инде.
Күтәргеһеҙ ҡайғы, һағыштарҙы
Күтәрә шул йөрәк менән иң.
Бөгөлһәң дә, һығылһаң да-
Һына күрмә, Рәйлә, балам һин.

2А.Б. Дәүләтбаев Хәбир Мөхәрләм улы 1941-се йылдың йәмле апрель айында донъяға килә.Мәктәпте уҡып бөткәндән һуң армия сафына алына. Хеҙмәткә Германияға эләгә.8,9-сы кластарҙы шунда үҙлштерә, танкист булып өс йыл хеҙмәт итә. 1967-се йыл ғаилә ҡора. 1966-1971- йылдарҙа колхозда тракторист булып эшләй.1971-1972-се йылдарҙа тағы ла армия сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһына күсеп китә. Ул унда шофер һөнәрен алаӘ. 1977-1990-сы йылдарҙа химзаводта эшләй. Һуңынан 1990-сы йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡарламан РТС –ында водитель булып эшләй. Ул алты бала атаһы. Бөгөнгөһө көндә тормош иптәше Зәйнәп апай менән матур итеп йәшәп яталар. Хәбир ағай ҡайҙа ғына йәшәһә лә һәм эшләһә лә сәхнәнән айырылмай. Йәш сағында ул төбәк-ара, район һәм республика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы ла яулап йөрөгән.
Ә бөгөнгөһө көндә ауыл клубы сәхнәһендә әүҙем һәүәҫкәр.
Һәр төрлө эшкә ҡулы маһир. Клубта үткәрелгән сараларға декорациялар эшләүсе лә ул.
Үҙенең йыр-моңдары менән үҙебеҙҙең генә түгел, күрше-тирә ауылдар халҡын да әсир итә. Ә Динә апай нимә ти уның тураһында ҙүенең шиғырында:
Хәбир ағай йырлағанда
Һыҙыла йөрәк майҙары.
Бар донъяны урап ҡайта
Икһеҙ-сикһеҙ уйҙарым.
Олпат кәүҙә, киң күкрәк
Хәбир ағайҙа ғына.
Күңел ҡылын сиртә-сиртә,
Йырлай ҙа, йырлай ғына.

Хәҙер һүҙ Хәбир ағайҙың үҙенә.Хәбир ағайға 70 йәш. Беҙ ҙә уны ихлас күңеелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғаилә бәхете, таҙалыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.
1А.Б. Концерт номерҙары менән байрамыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Һеҙҙең ихтибарға Ғөбәйҙуллина Гөлдәр башҡарыуында йыр” .......
Юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн һүҙ клуб мөҙире Фәһимә Абдрафиковага (бүләктәр тапшырыу)
2А.Б. Загидуллина Зәлифә башҡарыуында йыр”Туғаныма теләк” юбилярҙарыбыҙҙың туған көнөнә музыкаль сәләм булып яңғыраһын.
Йыл буйына ауыл клубында үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға “маҡтау ҡыяғыҙы тапшырыу.
Фәһимә Абдрафикова башҡарыуында йыр.”Һағыныу йыры”.
1А.Б. Зәлифә һәм Гөлдәрҙәр башҡарыуында йыр” Игеҙәктәр”
Килгән ҡунаҡтарға һүҙ.
2А.Б. 1.Ә хәҙер һүҙ Һәүәләй ауыл биләмәһе хәкимиәт башлығы Вахитов Тәлғәт Ниғмәт улына.
2.Шағир, публицист, мәғрифәтсе, тәржемәсе күренекле яҡташыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың йорт музейы директоры Ғәзимйән Ғәликәрәм улы Ибраһимовҡа һүҙ бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.
3.Һүҙ президент грантына лайыҡ булған, БР,РФ журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, йыл һәм юғары категориялы уҡытыусы Рим Риф улы Исхаковҡа.
4.Яҡташыбыҙ, ситтә йәшәүгә ҡарамаҫтан клуб тормошонда әүҙем ҡатнашыусыбыҙ, заманында партия комитеты секретары дәрәжәһе биләгән ихтирамлы апайыбыҙ Тәнзилә апай Мырҙагилдинәгә һүҙ бирәбеҙ.
5.Һүҙ Һәүәләй мәҙәниәт йорто директоры Ямалетдинова Мәмдүҙә Әхмәт ҡыҙына.

Хөрмәтле тамашасылар ошоноң менән кисәбеҙ тамам.
Һау булығыҙ. Киләһе осрашҡандарға тиклем.




Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники