-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » “Йырланыҡ та, бейенек тә, уйындар ҙа уйнаныҡ…”

“Йырланыҡ та, бейенек тә, уйындар ҙа уйнаныҡ…”

Категория: Байрамдар | 21-05-2012, 16:37 | Просмотров: 3914

БишауылУңғар ауылы эргәһендәге Ташлыкүл буйындағы яланда “Бал ҡорто” төшөрөлгән һабантуй флагы елберләй. Уны лайыҡлы егет  өҫтәл теннисы буйынса республика, Рәсәй, хатта халыҡара турнирҙар призеры, гимназия уҡыусыһы Тарас Медведев күтәрҙе. Бал ҡорто уңған, эшһөйәр, изге күңелле бит. Юҡҡа ғына үҙен балалар ойошмаһының символы итеп һайламағандар шул. Бар уҡыусыларҙың да алдынғы булыуын теләй ул үҙе. Балалар һабантуйына ла нәҡ шундайҙар – райондың яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе, спорт менән дуҫ булыусы, йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашыусы малайҡыҙҙары йыйылған. Уларға ҡарап һөйөндө, ғорурланды бал ҡорто һәм балаларҙың күңелле байрамы хаҡында һеҙгә лә бәйән итергә булды.
…Һабантуй майҙаны гөл сәскә тиерһең, шарҙар тотҡан, шат йылмайыулы малай ҡыҙҙар теҙелгән. Уларҙы байрам менән район хакимиәте баш лығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡор
тос тан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратынан килгән ҡунаҡ Валентина Влади ми ровна Лати пова, мәға риф бү леге началь нигы Әлфир Саби ров, пионер ойошмаһында фиҙа кәр
хеҙмәт юлын үткән хеҙмәт ветераны Мәрйәм Абакачева ҡотланы һәм ихлас сәләмләне.
Бөгөнгө байрам әх ла ҡи күтәренкелек бирһен, мәҙә ниәт кә, тарихҡа ихтирамлы мө нәсәбәт тәрбиәләүҙә бер аҙым булһын. Артабан да тырышып уҡығыҙ, һеҙгә киләсәктә район
ды етәкләүсе, уны алға күтәреүсе шәхестәр булып үҫергә яҙһын, тине район башлығы Фәнзил Фәйез улы үҙенең ҡотлау сығышында.
“Йырланыҡ та, бейенек тә, уйындар ҙа уйнаныҡ…”

Байрамдың рәсми өлө шөнән һуң төрлө уйындар, күңел асыу саралары, спорт ярыштары башланды. Һабантуй майҙанына ҡарап күңел күтәрелә эй, шатлана балалар, эй,
ҡыуана, рәхәтләнеп уйнай. Район Пио нер ҙар һәм мәктәп уҡыусылары йорто уларға ҡыҙыҡлы уйындар әҙер лә гән – кемдер көйәнтә менән һыу ташыуҙа ярыша, икенселәр
арҡан тарта, йомоҡ күҙ менән епкә эленгән бүләктәрҙе киҫә, тоҡсай кейеп йүгереүҙә уҙыша.
Бар яланға ағылған дәртле көй күңелдәрҙе күтәрә. Һәүәләй, Ҡа баҡ, Олокүл ауылдарының “Эльдорадо”, “Бен же”, “Вояж” бе йеү төркөм дәре малай ҡыҙ ҙа ры бәләкәй генә дискотека
ла ойоштороп ебәрҙе – брейк данс стилендәге бейеүҙәре менән шатландырҙы. “Киләсәктә бындай стилдәге бейеү майҙан сы ғы булһын, конкурстар ойош торолһон ине һабантуйҙа”,
– тигән теләктә улар.

Ҡарашым һабантуй майҙа ны ның иң сағыу мөйөшөнә төштө. Ә ә, мәктәптәр эшләгән ҡаласыҡтар шундай матур булып теҙелгән икән! Һәр береһен айырым осоп ҡарап сыҡтым,
бик ижади әҙерләнгән уҡыу сылар һәм уҡытыусылар кон курс ҡа. Һәр ҡаласыҡта рес публи калағы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, илдәге Рәсәй тарихы йылына, Ва
тан һу ғы шында еңеүҙең 200 йыл лы ғына, Пио нерияның ойошто ролоуына 90 йыл тулыуға бағыш лан ған стендтар һәм күргәҙмәләр урын алған. 1 се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе
ҡаласығындағы туп (пушка, уны мәктәп директоры Зөлфәр Әнүәр улы Сәхипов эшләгән), Ҡарлыман урта мәк тәбе уҡыусыларының ағастан яһалған һуғыш ҡоралдары, шулай уҡ
ағасты уйып эшлән гән матур һүрәттәр, Иҫке Муса, Боҙа яҙ, Ибра һим, Ҡамышлы ауылда рын дағы боронғо ҡомарт ҡылар, Бе кет мәктәбенең төрлө мате риал дарҙан эшләнгән хәр би
кешеләре, ҡо ралдар, туп, си тәндәре, Иҫке Бә пестәрҙә иген урғыс, көлтә һуҡҡыстың, һуҡа ның макет тар ы, күп ҡаласыҡ тар ҙа урын алған балаларҙың ҡул эштәре бигерәк оҡшаны.
Башҡаларҙан айырмалы рәүеш тә, Малай мәктәбе уҡыу сылары милли йолаларға өҫтөн лөк бир гән, ихаталарын тирмә биҙәй, баш ҡорт халыҡ кейем дә рендәге ҡыҙ ҙар һәм ҡурай
тартыусы егеттәр байрамға йәм өҫтәй, ни тиһәң дә, һабантуй – милли байрам бит, шуға күрә милли йолаларға урын күберәк булырға тейештер. Олокүл мәктәбе ҡаласығында
уҡытыусыларҙың бала сағындағы пионер тормо шон сағылдырыусы фотолар, төрлө журналдар ҙа иғтибарымды йәлеп итте. Район уҡыусылары бик тә оҫта, ижади ҡарашлы булыуы
хаҡында һөйләне ҡала сыҡтар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы һабан туй ҙа милли үҙенсә лек тәрҙе билдә ләүсе элементтар бик аҙ булды.
Сәхнәгә бер бер артлы йондоҙҙар сыға. Эйе, йондоҙҙар, сөнки “Яҙ ғы тамсылар”, “Еҙ үксә” бәй геләрендә еңеүселәр, ысын мәғәнәһендә талант эйәләре бит!
Уҡыусылар ниңә был урынға йыйылған икән, тиһәм, ҡыҙыу рәүештә көрәш бара икән дә. 35 кг ға тиклем, 45 кг ға тиклем, 45 килограмдан күберәк ауырлыҡ категорияларында
көс һынаша малайҙар. Ҡыҙҙар, беле геҙ, Үтәгән, Иҫке Муса, Һәүәләй, Иҫке Бәпес, Атйетәр мәктәп тә ренең йәш батырҙары бигерәк таһыллы! Ярыш көсөргәнешле барҙы, шулай ҙа
Һәүәләй егете Райхан Сәйфетдинов барыһы нан да оҫта булып, абсолют чемпион исемен яуланы. 35 кило грамға тиклемге категорияла 3 сө урында Азамат Ураҙғолов (Иҫке Муса), 2
се урында Фидан Мәһәҙиев (Үтәгән), 1 се урында Динар Сәфиуллин (Һәүәләй). 45 килограмдан алып һәм унан күберәк кате горияла Иҙел Дил мөхәмәтов (Иҫке Бәпес), Вилдан
Мифтахов (Иҫке Бәпес), Айҙар Санъяровтар (Атйетәр) еңеүсе булһа, 45 кг ға тиклемге категорияла Марсель Мәһәҙиев (Үтә гән), Илгиз Батыров (Һә үәләй), Райхан Сәйфетдиновтар
алдын ғылар рәтендә.
“Йырланыҡ та, бейенек тә, уйындар ҙа уйнаныҡ…”

Интеллектуаль спорт төрөн үҙ итеүселәр иһә шашка уйнай. Бында ла байтаҡ балалар йыйылып киткән. Мауыҡтырғыс ярышта Р. Ишмөхәмәтов (2 се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе, 1
се урын), Р. Сәғитов (Шәрипҡол мәктәбе, 2 се урын), Р. Кәримов (Алайғыр мәктәбе, 3 сө урын), Л. Сәйфетдинова (Бишауыл Уңғар мәктәбе, 1 се урын), А. Ғүмәрова (Ҡарлыман
мәктәбе, 2 се урын), А. Шәмсетдинова (Ҡарлыман мәктәбе, 3 сө урын) үҙҙәренең көслө шашкасы икәнен дә лил ләне. Афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Бына дружи наларға теҙелергә әмер бирелде. Балалар сәхнә алдына йыйылды. Бында уларҙы кү ңелле ваҡиға көтә ине бү лә кләү башланды. Район, республика, Рәсәй, хатта халыҡ
ара кимәлдә төрлө конкурс олим пиа даларҙа, смотр ҙарҙа, фәнни ғәмәли конфе рен ция ларҙа, спорт ярыштарында ҡат нашып, призлы урындар яулаусы 50 гә яҡын уҡыусыға иҫтәлекле
бүләктәр тап шы рыл ды. Талант лы уҡыусылар күп икән Ҡыр мыҫ ҡалыла! Ошонда уҡ көрәшселәр бүләк ләнде һәм ҡаласыҡтар буйынса уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡтар яһалды.
“Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” номина цияһында Боҙаяҙ, Си хон кин, “Рәсәй тарихы йылы” номинацияһында Ҡар лы ман һәм 2 се Ҡырмыҫҡалы, “Пио
нер ияға 90 йыл” номина ция һында Сахай, Подлуб, “Деко ра тив һынлы (прикладное) сән ғәт” номинация һында Биша уыл Уңғар мәктәп тәре еңде. Ә 1 се Ҡырмыҫҡалы, Малай
һәм Олокүл мәктәптәре ҡаласыҡтар буйынса еңеүсе тип табылды. Мәғариф бүлеге начальнигы Әлфир Сабиров алдынғыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Бының менән байрам тамамланманы әле – иң күңелле мәл, пионер усағы ҡабыҙылды, уҡыу сы лар уның янына йыйылып, йыр ҙар йырланы. Бы нан һуң “Кәнфит ҡағыҙы” опера
цияһы башланды. Уҡыу сылар яландағы сүп сарҙы “һә” тигәнсе йыйып, таҙартып та ҡуйҙы. Иң күп сүп йыйыусылар бүләктәр алды.
Уҡыусыларҙың күңе ленә шат лыҡ нурҙары һирпте, тағы ла тыры шыбыраҡ уҡырға, үҙеңде ҡайҙа ла һәйбәт тоторға өндәне, дәрт, рух күтәренкелеге өҫтәне был байрам.
Киләһе йылда осраш ҡанға тиклем, Ташлыкүл буйы!



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники