-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Тема: Мостай Кәримдең «Урманда» әҫәре. (Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн)

Тема: Мостай Кәримдең «Урманда» әҫәре. (Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн)

Категория: Документы | 13-09-2010, 23:23 | Просмотров: 6006

Маҡсат: 1) М.Кәримдең «Урманда» әҫәре менән танышыу; 2) телмәр үҫтереү, анализлау кимәлен камиллаштырыу, һүҙ байлыҡтарын арттырыу; 3) тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тәбиғәтте яратырға өйрәтеү.

Йыһаз: компьютер, мультимедия экраны, М.Кәримдең китаптары күргәҙмәһе, 3-сө синыф дәреслектәре, эш дәфтәрҙәре.

Дәрес барышы: I Ойоштороу мәле. Теләктәр теләү. Дежурҙың яуабы.

II Өйгә эште тикшереү. М.Кәримдең «Һаумы, тиҙәр гөлдәр...» шиғырынан бер куплет ятларға.

III Дәрестең маҡсатын асыҡлау. Балалар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн М.Кәримдең «Урманда» әҫәре менән танышасаҡбыҙ. Яңы һүҙҙәр өйрәнербеҙ. Беҙ тәбиғәтте һаҡларға тейешбеҙме тигән һорауға яуап бирербеҙ. Дәресебеҙ өс һорауға яуап биреү рәүешендә үтер. Бына ул һорауҙар, таҡтаға яҙылған планға иғтибар итәйек.

1. М.Кәрим – кем ул?
2. М.Кәримдең «Урманда» хикәйәһе нимә тураһында?
3. Тәбиғәтте беҙ һаҡларға тейешбеҙме?

IV Фонетик күнегеү. Әйҙәгеҙ әле балалар беҙ һеҙҙеү менән тел шымартып алайыҡ. Экранға ҡарайыҡ.
Мин – һыу, һауа, урман...
Мин – сәскә, үлән...
Мин – ҡош, кейек...
Мин – йәшәү, тормош...
Мин – матурлыҡ...
Мине һаҡламамусылар бар,
Мине яҡламаусылар бар,
Күркемә ҡул һуҙыусылар бар...
Ишетәһегеҙме, кешеләр!?
- Уҡытыусының уҡып күрһәтеүе
- Балалар менән бергәләп уҡыу
- Бер нисә баланың уҡып күрһәтеүе
- Тәржемә итеү (экранда бирелгән һүҙҙәрҙең тәржемәһенә ихтибар итеү)

Уҡыусылар был шиғыр нимә тураһында? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (Тәбиғәттең матурлығы, хозурлығы тураһында).

V Үтелгәнде ҡабатлау. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ беренсе һорауҙан башлайыҡ.
Кем ул М.Кәрим? (Уҡыусыларҙың яуаптары). Уҡытыусы: балалар, М.Кәрим бик күп әҫәрҙәр, шиғырҙар, текстар яҙған. Бына һе::ең алдығыҙҙа уларҙың бер нисәһе. Уның әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән һәм байтаҡ илдәрҙә таралған. Бына мәҫәлән, урыҫ телендә баҫып сығарылған «Радость нашего дома» китабы. М.Кәрим яҙыусы ғына түгел, ә тәбиғәттең дуҫы ла, һаҡсыһы ла булған. Ул тыуған тәбиғәтенең хозурлығы, матурлығы һәм байлығы менән сикһеҙ һоҡланған, ғорурланған. Уға маҡтап, данлап әҫәрҙәрен бағышлаған.
Бына беренсе һорауға яуап та бирҙек. (Таҡтаға пландың беренсе пунетына сәскә йәбештереү).
Икенсе һорауға яуап бирер өсөн беҙ М.Кәримдең «Урманда» әҫәре менән танышырға тейешбеҙ.

VI Яңы тема. М.Кәрим «Урманда»


Һүҙлек эше.
Мультимедик экранда яҙылған һүҙлек һүҙҙәренә иғтибар итеү.
- Уҡытыусының уҡып күрһәтеүе
- Балалар менән бергәләп уҡыу
- Бер нисә баланың уҡып күрһәтеүе

Эргәһендә - рядом
Үрелде – потянулась
Башҡаса ҡыуманы – больше не гнала
Теләһәң – если желаешь
Баҙнат итмәне – не решилась
Ҡаҡ ҡойор – сделает пастилу

Тексты сылбырлы уҡыу.

Ял минуты.

Текс буйынса һорауҙар:
1. Текст нимә тураһында? (Уҡыусыларҙың яуаптарынан һуң пландың икенсе пунктына сәскә йәбештереү)
2. М.Кәрим ошо хикәйәһе менән беҙгә нимә әйтергә теләгән?
3. Бөгөнгө көн өсөсн әҫәр актуальмы?
4. Беҙ тәбиғәтте һаҡларға тейешбеҙме?

Экранда хозур тәбиғәт һәм сүплек һүрәттәрен күрһәтеү.

Уҡыусылар, бына беҙ һеҙҙең менән пландың өсөнсө пунктына ла яуап бирҙек. Ә хәҙер яуаптарҙы дәфтәрҙәргә яҙып ҡуябыҙ. Числоны, теманы, экранға яҙылған яуапты дәфтәрҙәргә күсеркп яҙыу.

Беҙ тәбиғәттең һаҡсылары булырға тейешбеҙ.

VII Дәресте йомғаҡлау. Дәрестә үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрөү. (План буйынса).
VIII Өйгә эш. Уҡылған тексҡа ярашлы һүрәт төшөрөргә.
Уҡыусыларҙы баһалау.




Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники