-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » «Мин һеҙҙеке, ғәфү итһәгеҙ»,- тип әйтте яҙыусы яҡташтарына

«Мин һеҙҙеке, ғәфү итһәгеҙ»,- тип әйтте яҙыусы яҡташтарына

Категория: Интересные статьи | 25-04-2011, 15:28 | Просмотров: 2883

«Мин һеҙҙеке, ғәфү итһәгеҙ»,- тип әйтте яҙыусы яҡташтарынаБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыу­сы, журналист Б.Ноғомановтың 75 йәш­лек юбилейын әҙәбиәт һөйөүселәр, район йәмәғәтселеге киң билдәләне.
Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда уҙған тан­таналы сара ла йылы осрашыуға әүерелде. Билдәле яҡташын ғүмер байрамы менән ҡотларға ауылдаштары, туғандары, әҙәбиәт һөйөүселәр кил­гәйне. Сәхнә түрендә - Барый Миң­леғә­лим улы. Сал сәсле булһа ла, етеҙ хәрәкәтле, нурлы ҡарашлы ул. Бөгөн танылған әҙип ҡотлауҙар, йылы һүҙҙәр ҡабул итә. Намыҫ менән үткән ғүмер юлы, бай ижады менән лайыҡ ул ҙур тәбрик­ләүҙәргә. Тәүге ҡотлау һүҙен район хаки­миә­те һәм Советы исеменән му­ни­ципаль район хакимиәте башлығы урын­баҫары А. Ғәйфуллин әйтте. Ул яҡташ яҙыусыбыҙҙың ижадына байҡау яһап, район Советының Рәхмәт хатын тапшырҙы. «Изге Ҡырмыҫҡалы еренең иҫ киткес йәмле тәбиғәтле Иҫке Бәпес төбәге Һеҙгә үҙенең серен һәм көсөн биргән. Бәлки шуға ла күңелегеҙ ижадҡа тартылғандыр. Көнүҙәк ваҡиғаларҙы сағыл­дырған әҫәрҙәрегеҙ менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланығыҙ, ша­ғир булараҡ үҙегеҙҙе таныттығыҙ,» - тип изге теләктәр еткерҙе Азамат Муса улы.
Өфөлә йәшәүсе яҡташтар ойошмаһы рәйесе, «Тамаша» журналы мөхәррире Ф. Ҡоҙаҡаев Барый Миңлеғәлим улына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары З. Рәхмәтуллина ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. «Һеҙ шиғриәттә һәм прозала лайыҡлы урын алдығыҙ, журналист бу­лараҡ та танылыу яула­нығыҙ. Көнүҙәк ваҡи­­ғаларҙы сағыл­ды­рыуығыҙ менән әҙә­биәтебеҙҙең алғы са­фын­да бараһығыҙ,» - тип әйтелә унда.
Фәнил Шәмсетдин улы Барый Ноғоманов­тың шулай уҡ яҡташ­тар ойошмаһы эшен­дә лә әүҙем ҡат­нашы­уын, һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тороуын, фәһемле кәңәштәр биреүен дә билдәләне. Яҡ­таштар ойошмаһы һәм «Ағи­ҙел» журналы исеменән Рәх­­мәт хаты тапшырҙы. Б.Но­­ғома­новтың ҡәләм­дәше, бил­­дәле шағир, Салауат Юла­ев исмендәге Дәү­ләт пре­мия­һы лауреаты Хәсән Назар яҡ­таш яҙыу­сыбыҙҙың ижадына ҙур баһа бирҙе.
-Ҡырмыҫҡалыға, бәрә­кәтле ергә, таланттар төйәгенә һәр саҡ тулҡынланып, ашҡынып киләм. Дуҫым, ҡәләмдәшем Барый Ноғома­новтың юбилейы Баш­ҡор­тостан яҙыу­сылары съезы алдынан үтеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Ул заман саҡырыуы буйынса ижад итеүсе әҙип. Ижадын әҙәби тәнҡит юғары баһа­­ланы. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә документаль-художестволы әҫәр ижад итеүсе берҙән-бер яҙыусы тиһәм дә яңылышмам. Ижадташ дуҫыма һаулыҡ, уңыштар теләйем, - тине ул.
Билдәле шағирә Әнисә Таһированың һүҙҙәре лә залда ултырыусыларҙы тул­ҡынландырмай ҡалманы:
– Беҙҙең - бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән шағирҙар өсөн, был быуындың һәр вә­ки­ленә кеүек үк, тормош еңелдән би­релмәне. Халҡыбыҙға, илебеҙгә тоғро хеҙмәт иттек. Башҡа ҡундырып тороусылар ҙа күп булды. Бөгөлһәк тә һынманыҡ. Барый ҙа бик тырыш, хатта эшкә самаһыҙ әрһеҙ булды. Ауыр тормош һуҡмағын үтеп, үҙ көсө, таланты менән ижад бейеклектәренә күтәрелеүсе, үҙ уҡыусыһы булған, шул уҡ ваҡытта бик баҫалҡы, ихтирамлы яҙыусы ул бөгөн.
Журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитов та хеҙмәттәштәре исеменән ҡотлау һүҙ­ҙә­рен еткерҙе. «Барый ағай күп йылдар радиола эшләгән журналист. Ул әҙерләгән тапшырыуҙар радионың алтын фондын тәшкил итә», - тине ул. Стәрлетамаҡ яҙыусылар союзы ағзаһы Флүр Ғәлимов та ҡәләмдәштәренең сәләмен еткерҙе, ижади уңыштар теләне. Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәте башлығы Н.Х.Иш­туғанова ла йылы тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте. - Ғорур­ла­нырлыҡ яҡташтарыбыҙ булыуы - үҙе бәхет. Ябай ауыл малайының үҙ яҙмы­шын үҙе уңышлы яҙыуы йәштәргә өлгө булырлыҡ һәм маҡтауға лайыҡ».
Класташтары сәхнәгә күтәрелгәс, 1956 йылда Иҫке Бәпес мәктәбен та- мамлаған шаян, шуҡ, рухлы класс ҡабат бергә йыйылғандай булды. Уларҙың күҙҙәрендә - шаянлыҡ, от­ҡорлоҡ сатҡылары.
Иң тәүҙә Рәжәп Дилмөхәмәтов һүҙ алды.
- Иҫке Бәпес урта мәктәбенең тәүге сыға­рылышы беҙ. Дәрес әҙерләү бик тәте­мәне, сөнки күп ваҡыт сабата үрҙек, ашар өсөн төрлө үлән йыйҙыҡ. Барый барыбыҙҙан да отҡорораҡ булды, өйгә эштәрҙе күсертә торғайны. Арабыҙҙа шиғыр яҙыусылар күп булды, ә тик Ирек (И.Кинйәбулатов) менән Барый ғына шиғриәттең ҙур баҫҡысына менә алды. Бер кластан ике шағир тағы ҡайҙа сыҡты икән?
-Арабыҙҙа күп һөнәр эйәләре бар, төрлө өлкәлә эшләнек. Хәҙер инде күптән хаҡлы ялдабыҙ. Тик яҙыусылар ғына ял итеүҙе белмәй - әле бер, әле икенсе әҫәрҙәре сығып ҡына тора. Барыйҙың да яңы ижад емештәрен күреп шатланабыҙ. Әҫәрҙәре - халыҡсан, теле – һутлы, шуға ла яҙғандары уҡымлы,- тине ул. Класташтар исеменән бүләкте - халыҡ йырын Миниса Камалова тапшырҙы.
Әҙипте ҡотларға сәхнәгә туғандары күтәрелде. Ноғомановтар ғаиләлә ете бала була. Тәүҙә һүҙҙе иң бәләкәйҙәре - хәҙер инде сәстәренә сал ҡунған олпат кәүҙәле Рәис ағай алды. Ул балалыҡ хәти­рәләренә бирелеп, тыуған яҡтарына, ауылдаштарына сәләмдәрен еткерҙе. Һәр бер туғаны ла оло ағалары менән ғорурланыуҙарын, уның туған хисле булыуы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Барый Ноғоманов кисә һуңында сараны ойоштороусыларға, муниципаль район хакимиәтенә, Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Өфөләге яҡташтар ойош­­­маһына ҙур рәхмәтен белдерҙе. Яҙыу­сының иң ҙур бүләге - китап. Барый Ноғоманов та «Һөйөнөстәрем-көйө­нөс­тәрем» исемле өр-яңы баҫылған әҫәрҙәр йыйынтығын бүләк итте.
Тамаша район Мәҙәниәт һарайы артистарының, үҙешмәкәрҙәрҙең йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы
Булыр бала – биләүҙән беленә, тигән мәҡәлде иҫбатлап, Иҫке Бәпес ауыл мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре Барый Ноғомановтың бала сағына ла сәйәхәт ҡылып, әҫәр­ҙәренән өҙөктәр күрһәтте.
Иҫке Бә­пес ауыл Советы билә­мәһендәге ауылдарҙан билдәле шә­хестәр күп сыҡҡан. Ауыл халҡы улар­ҙың һәр береһенә иғти­барлы, ихтирамлы, юби­­лей­ҙарын да их­лас үткә­рә­ләр. Шә­­­хестәрен кү­тәргән ха­лыҡ­тың ки­лә­сә­ге өмөт­лө, тип бел­мәй әйт­­­мә­гәндәрҙер.
Ысынлап та, Барый Ноғо­ма­нов­тың әҫәрҙәре халыҡ­­сан, тормоштан күсе­­ре­леп яҙылған ке­үек, геройҙарында яҡын ке­­ше­ләрҙе, ауыл­даштарҙы танырға мөм­­кин. Китапханасы Ә. Байдәүләтова ойошторған күргәҙмәнән дә уның китаптары уҡымлы икәне күренә. Улар өр-яңы түгел, ҡулдан-ҡулға күсеп уҡылған, бер аҙ таушалған да. Китап шуның өсөн яҙыла ла инде.

Илмира ҒӘЛИӘХМӘТОВА.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники