-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Көслө рухлы шәхес

Көслө рухлы шәхес

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:27 | Просмотров: 2764

Көслө рухлы шәхесСәстәрен шыма итеп тарап, башын юғары тотоп, йәштәрсә етеҙ баҫып атлап йөрөгән Марат ағайға ҡарайым да, күҙ генә теймәһен, үҙен егетмен тип йөрөгән ҡайһы бер хәсрәттәргә биргеһеҙ әле, тип һоҡланмайынса булдыра алмайым. Ысынлап та, 75 йәшендә лә шундай еңел хәрәкәтле булып ҡалыу һәр кемгә лә бирелмәй бит ул. Ҡыйы­нлыҡтар күрмәйенсә, бик анһат ҡына йәшәгәндер тиер инең, Марат ағайҙар быуынына тормош ауырлыҡтарын аҙ татырға тура килмәй. Бик йәшләй донъя йөгөн тартырға, дөйөм хужалыҡтарҙы алға һөй­рәшергә, үҙ яҙмышыңды хәстәрләргә лә кәрәк була балалыҡ һәм үҫмерлек осоро һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килгәндәргә. Марат кеүек үҫмер егет һәм ҡыҙҙарҙы яҡты, матур киләсәккә өмөт рухландыра, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәтә. Шуға күрә белемен дә, тәрбиәһен дә ала улар. Тормош шулай сыныҡтыра йәштәрҙе. Марат Хәсәнов та Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу учи­лищеһын, Мәскәү китапхана институтын тамамлап, юғары белем алыуға ирешә.Ауыр йылдарҙа сынығыу Марат Ғиниәт улы өсөн эҙһеҙ үтмәй. Үткерлек, тәүәккәллек, тура һүҙлелек кеүек сифаттар егет күңелендә формалашып, ғүмере буйына оҙатып бара. Ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына, алда барыбер матур киләсәк көтә, тигән ышаныс һәр саҡ көс-дарман бирә. Шуға күрә­лер, бөгөн дә ул тормошонан йәм табып, рух күтә­ренкелеге менән гөрләтеп йәшәп ята.
- Мин йәш саҡта спорт менән дә ныҡ шөғөлләндем. Саңғы буйынса спорт мастерына кандидат кимәленә күтәрелдем. Ана шул спорт менән дуҫлыҡ та кәүҙәм торошон матур һаҡларға булышҡандыр, - тип асыҡлыҡ индереүҙе лә кәрәк таба Марат ағай.
Тынғыһыҙ кеше ул, ваҡыт­ты буштан-бушҡа уҙға­рыу­ҙы ғүмере буйы һис кенә лә өнәмәй Марат Хәсәнов. Кеше һәр саҡ үҙ шөғөлө менән булышһын, үҙенең хеҙмәт емешенән ләззәт алһын, тип иҫәпләй ул. Был да заман һынауҙарын ныҡ күргән, донъя йөгөн иңендә татыған ир-уҙаман фекере. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифалар атҡармаһын, үҙ асылына һәр саҡ тоғро ҡала Марат ағай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы оҙаҡ йылдар райондың “Хезмәт даны” гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып та, тәр­жемә буйынса мөхәррир урын­баҫары вазифаһында ла бөтә көсөн һалып, бар тәжрибәһен, һәләтен биреп хеҙмәт итте. Гәзит менән уҡыусылар ара­һында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу, шул йәһәттән әле­нән-әле яңы ауыл хәбәр­селәрен яҙышырға йәлеп итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирҙе. Дәртләндерә лә белде, кәңәш­тәрен дә йәлләмәне, бер генә хатты ла иғтибарһыҙ ҡал­дыр­майынса, ваҡытын та­бып, яуаптар бирергә һис ирен­мәне. Шуға район гәзитенә халыҡтың ышанысы үҫте, баҫманың абруйы артты, тиражы ла һиҙелерлек күтә­релде.
Оҙаҡ йылдар район гәзите рус телендә һәм уның татарса тәржемәһе рәүешендә донъя күрҙе. Башҡорт ауылдары бай­таҡ булған районда гәзиттең баш­ҡортса ла нәшер ителмәүе Марат Ғиниәт улын борсомай ҡалмай. Был мәсьәләне күп тап­ҡырҙар күтәреп сыға ул, әммә көслө партия диктаты шарттарында, төрлө сәбәптәргә һылтанып, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала.
Республикабыҙ үҙаллылыҡ яулағандан һуң ғына һәр милләткә үҙ телен, мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫте­реүгә, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тер­геҙеүгә юлдар асыла. Районда “Даирә” атамаһы менән баш­ҡортса гәзиттең донъя күреүе - бының асыҡ сағылышы. Ошо тәңгәлдә Марат Ғиниәт улы­ның тынғыһыҙ эшмә­кәр­леген, ныҡышмалылығын баһаламау мөмкин түгел.
- Мин ғүмерем буйы йөк­мәтелгән һәр эшкә яуаплылыҡ менән ҡараным. Илке-һалҡы түгел, булһын тип эшләнем. Шуға бар көсөмдө, һәләтемде бирҙем. Ваҡыт менән иҫәп­ләш­мәнем. Был принциптан бөгөн дә ситләшкәнем юҡ әле, - тип һүҙҙе дауам итә Марат Хәсәнов.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ҡул ҡау­шырып ултырмай: Ҡырмыҫ­ҡалы районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вази­фаһын ҙур теләк һәм яуап­лылыҡ менән башҡара. Мил­ләт, халыҡ рухы борсой уны, киләсәкте хәстәрләп яна ул. Марат Ғиниәт улы иҫәп­ләүенсә, бары тик үҙ телен хөрмәт иткән, халҡы, тыуған ере тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белгән балалар ғына киләсәктә милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, ере­беҙҙең һаҡланып ҡалырына булышлыҡ итер.
Бары тик милли тойғолар тирәһендә генә сикләнеүсе түгел Марат Ғиниәт улы. Барыһына ла тигеҙ ҡарай ул. Фекере лә бына шулайыраҡ:
- Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт кешеләре лә үҙ туған телен белһен, ғөрөф-ғәҙәтен онотмаһын, тарихи сығышын өйрәнһен. Бының өсөн бер нимәне лә йәлләргә ярамай. Ил эсендәге татыулыҡ, тыныслыҡ бар халыҡтың да тигеҙ үҫешен тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Халыҡтың аңы ни тиклем юғары булһа, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә яҡшы була.
Һуңғы ваҡытта башҡорт халҡы үҙ шәжәрәһен өйрәнеүгә иғтибарын көсәйтә бара. Шәжәрә байрамдарын үткәреүҙең традицияға инеүе бының асыҡ сағылышы. Боронғоларҙың һәр кем нәҫел-нәсәбен ете быуынғаса белергә тейеш тигән аманатын халҡыбыҙ аңлап ҡабул итә. Мәктәптәрҙә, ғаиләләрҙә был тәңгәлдә ҙур эш башҡарыла. Марат ағай быға ҡыуанып бөтә алмай. Үткән һәр бер Шәжәрә сараларында ҡатнашырға тырыша, мәктәп уҡыусыларын дәртләндереп, кескәй генә бүләктәр биреп китеүҙе матур йолаға әйләндергән ул.
- Беҙ атайым менән бергәләп уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ Хәсәновтар нәҫеле шәжәрәһен төҙөй башлағайныҡ. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә тулы мәғлүмәтле шәжәрәбеҙ бар. Бер нисә йылдар онотолоп торғандан һуң шәжәрәләргә иғтибарҙы яңынан үҫтереү – изге эш. Беҙҙән күрмәксе башҡа милләт халҡының да был эшкә тотоноуы – бик һәйбәт күренеш, - ти Марат Ғиниәт улы.
Марат Хәсәнов ғүмере буйы кешеләр менән яҡындан аралашып йәшәй. Донъя күргән аҡһаҡалдан кәңәш һорап та йыш киләләр, төрлө ваҡиғаларға үҙ ҡараш­тарын белдереп тә мөрәжәғәт итәләр. Һәр кемгә лә иғтибарлы Марат ағай. Кешене айырып, аҡҡа-ҡараға бүлеп ҡарау уға ят нәмә. Был асылына ла ғүмере буйы тоғро ҡалып килә ул.
- Мин кешенән һәр саҡ яҡшылыҡ сифаттарын ғына эҙләргә тырыштым. Ниндәй генә насар кеше тип уйлама, унда ла бер ни ҡәҙәр яҡшылыҡ һыҙаттары төҫмөрләнә. Шулар­ҙы күрергә ынтылдым. Бәлки шуғалыр ҙа минең менән арала­шҡан, хеҙмәттәшлек иткән бер кем дә минән ризаһыҙлыҡ кисермәне. Быға иманым ка­мил, - ти әңгәмәсем.
Марат ағай менән ултырып бер әңгәмәләшеү үҙе бер ғүмер. Бер нисә минутлыҡ ҡына аралашып һөйләшеүҙән дә әллә күпме тормош һабаҡтары алаһың. Әгәр ҙә ошондай ир-уҙамандар арабыҙҙа йәшәй икән, иншалла, халҡыбыҙҙа әхлаҡи сифаттар һис кенә лә һүнмәҫ. Әҙәм балаһы тик изгелеккә, мәрхәмәтлеккә ынтыла икән, яуызлыҡ һис ҡаршы тора алмаҫ.
- Кешеләрҙең бер-бере­һе­нән көнләшеүе, хаслашыуы бер ҡасан да яҡшыға алып бармаған. Бындай сифаттар хатта илдәр менән илдәрҙе ыҙғыштырған. Шуға күрә минең иң яратмағаным – ҡара эслелек. Шунан азат булһа икән һәр кем, - ти Марат ағай. Уҙаман менән килешмәү мөмкин түгел.
Дөрөҫлөктөң күҙенә тура ҡарап, аҡты - аҡ, ҡараны ҡара тип ярып әйтергә ғәҙәтләнгән, кемдәргәлер ҡойроҡ болғап ярамһаҡланыуҙы ене һөймәгән Марат Хәсәновҡа тормошта юл ярыу, әлбиттә, еңелдән булмай. Әммә бик күп ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ юлынан тайпылмай, ҡуйған маҡсатынан баш тартмай, өмөтһөҙлөккә бирелеп, юғалып ҡалмай. Шундай итеп тәрбиәләй уны ата-әсәһе, тормош уны шулай өйрәтә.
Марат Ғиниәт улының киләсәккә уйҙары яҡты, маҡсаттары ҙур. Ә улар ил, халыҡ менән бәйле. Дөйөм эш өсөн көсөн дә йәлләмәй, шәхси ваҡытын да ҡыҙғанмай. Райондаштарының да хөрмәтен шуның өсөн яуланы. Бөтә донъя башҡорттары Ҡорол­тайының өсөһөнә лә делегат итеп һайлап, ышаныс күр­һәтеүҙәре уның йәмәғәтселек эшендә ал-ял белмәүенә оло баһа ул. Ә үҙ сиратында Марат Хәсәновтың халҡы ышанысын намыҫ менән аҡларына шик юҡ. Ярты юлда туҡтап, баҙап ҡала торған кеше түгел, ә көслө рухлы, киң эрудициялы олпат шәхес бит ул.

Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники