-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Тормош иптәшем ҡалдырған аманат

Тормош иптәшем ҡалдырған аманат

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:31 | Просмотров: 3942

Тормош иптәшем Ниғмәт­йән ауылыбыҙҙа уҙғарыласаҡ Шәжәрә байрамы алдынан Өфө ҡалаһы архивынан Вәли­ев­тар шәжәрәһен алып ҡайт­ҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунан һуң күп тә үтмәй, йөрәк сире менән үлеп китте. Аяҡта­рым йөрөмәү сәбәпле, Шәжәрә байрамына бара алмағас, унда үҙебеҙҙең шәжәрә тураһында һөйләй алманым. Вәлиевтар нәҫеле менән «Даи­рә» гәзите аша таныш­тырырға булдым. Тормош иптәшемдең олата­һының олатаһы Байсура Ҡәҙер­ғо­­лов указлы мулла булған. Уның улы Юныс атаһының исемен фамилия итеп ала. Ул да мулла булған. Юныс мулла Бишауыл-Уңғар ауылы әрәмәһенә мәсет һалған. Бында ул ауыл халҡын ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәткән.Бер көндө, ни ғәләмәттәндер, мәсет ултырған ер умырылып, күҙ асып йомған арала Хоҙай йорто ер аҫтына китә. Уның урынында бик тәрән күл барлыҡҡа килгән. Уны Мәсетле күле тип атағандар. Был күл әле лә бар.Юныс ҡарттың улдары Мөхәмәтйән һәм Вәли исемле булған. Вәли 25 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның күкрәге тулы орден-миҙалдары сыңлап тор­ған. Бер ваҡыт Охлебинин ауылы халҡы, Бишауыл-Уңғар ауылы әрәмәһен һатып алырға тип, ауылға килгән булған. Әммә, һалдат формаһындағы Вәли уларҙы ҡаршы алып: «Был әрәмә беҙҙең ауылдыҡы, ә һеҙ Ағиҙел аръяғында тораһығыҙ. Шулай булғас, һеҙгә әрәмәне бирмәйбеҙ ҙә, һатмайбыҙ ҙа»,–тип, уларҙы кире бороп ҡайтарып ебәргән. Балан, ҡарағат, муйыл, бөрлөгәнгә бай ул беҙҙең әрәмәбеҙ. Һуғыш ваҡытында шул әрәмәнең йүкәһенән сабата үреп кейәләр ине.Вәлиҙең улы Мәғ­зүм, атаһының исемен фамилия итеп алып, Мәғзүм Вә­лиев булып китә. Беҙҙең Вәлиев фамилияһы бына шулай барлыҡҡа килгән. Мәғзүмдең улы Абдулла исемле булған. Ул Түбәнге Тагилға эшкә китә. Шул йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Абдулла оҫта балыҡсы булғас, уны Себергә балыҡ тоторға ебәрәләр. Һуғыш барған ерҙә урынлашҡан ҡайһы бер заводтар һәм дауаханалар ваҡытлыса Түбәнге Тагилға күсерелә. Абдулланың ҡатыны Бәрхиямал һуғыш ваҡытында танкылар, снарядтар эшләү заводында эшләгән. Ә Абдулла менән Бәрхиямалдың улдары Ниғмәт­йән, йәғни минең тормош иптәшем, Түбәнге Тагил һаҙ­лыҡ­­тарынан күп итеп эре ҡыҙыл көртмәле йыйып, яралы һалдаттарҙы һыйлаған. Көртмә­ле бик файҙалы булғанға, сирлеләр бик тиҙ йүнәлгән.Тормош иптәшем менән бергә биш ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Балаларымдың бары­һы ла үҙ донъяларын ҡороп, инде үҙҙәре лә икешәр-өсәр бала үҫтерә. Икенсе улымдың малайы, Вәлиев Альберт, Һарытау өлкәһендә хеҙмәт итә. Уның да малайы тыуҙы. Шулай итеп, бөгөнгө көндә бәхетле өләсәй булып, донъяларҙың имен тороуына ҡыуанып, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән бергә-бергә йәшәп ятҡан көнөм.

Сәкинә ВӘЛИЕВА,
Бишауыл-Уңғар ауылы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники