-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Һәр саҡ күңелдәһең, атай!

Һәр саҡ күңелдәһең, атай!

Категория: Интересные статьи | 11-05-2010, 13:40 | Просмотров: 2093

Минең атайым – Әҙеһәм Хәбибулла улы Ҡотлобаев Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында 1895 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1906-1913 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә (мәҙрәсәлә), шул уҡ ваҡытта рус телендә башланғыс мәктәптә уҡый. 1914 йылда Дыуан-Табын волосында (писарь) секретарь булып эшләй. 1915 йылда империалистик һуғышҡа алына. Ул Троицк ҡа­ла­­һында 131-се полктың 3-сө ротаһында хеҙмәт итә. 1916 йыл­да Австро-Венгрия фрон­ты­на ебәрәләр, унда яраланып госпиталгә эләгә. Ре­­­­во­­л­ю­циялар ваҡытындағы буталсыҡ заманада Өфө йыйылма мосолман командаһы составында Өфөгә ҡайта.
1918-1919 йылдарҙа Табын контонының мәғариф бүле­гендә секретарь булып эшләй.
1920-1921 йылдарҙа Иҫке Муса мәктәбендә, 1922-1929 йыл­дар­ҙа Яңы Ҡыйышҡы баш­­ланғыс мәктәбендә уҡыта.
1930-1931 йылдарҙа тыуған ауылы Ҡарлыманда, Мөрсәк, Күлдәр ауылдарында балаларға белем бирә. Биштәкә ауылында минең әсәйем Сафия Ғәбдрәүф ҡыҙы Исламова ме­нән таныша һәм өйлә­не­шеп, матур донъя ҡороп ебә­рәләр.
Әсәйем Биштәкә ауылында мулла ғаи­ләһендә тыуған. Ул ваҡытта ҡыҙ бала­ларға уҡырға рөхсәт итеп бар­ма­­һалар ҙа, ата-әсәһе уға иҫ­­кесә лә, яңыса ла белем алырға мөмкинлекселек бир­гән. Әсәйем мөғәллимә булып эш­ләгән, “наҙанлыҡты ­бө­­­тө­­­рөү” хәрәкәтендә ҡатнаш­ҡан.
Миңә өс йәш булғанда (ул саҡта ата-әсәйем Бишауыл-Уңғар мәктәбендә эшләгән) Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атай һуғышҡа киткәнсе беҙҙе үҙенең тыуған ауылы Ҡар­лыманға ҡайтара...
Ауылға әленән-әле өс мө­йөшлө хаттар килә. Бер ғаиләгә килгән “ҡара ҡағыҙ” бөтөн ауылға ҙур ҡайғы булып тарала. Әсәйем беҙгә һәр ваҡыт: “Һеҙҙең бәхетегеҙҙән ата­йығыҙ иҫән-һау ғына әй­лә­неп ҡайт­һын инде”, – тип әйтә ине. Уға эйәреп беҙ ҙә көнө-төнө тип әйтерлек теләк теләп йөрөй торғайныҡ. Әллә беҙ­ҙең теләк­тәребеҙ ҡабул булды, әллә ғү­ме­ре бөтмәгән, ата­йыбыҙ һу­ғы­штан иҫән-имен әйләнеп ҡайтты. Ул ва­ҡыт­тағы шат­лыҡ­ты, ҡы­уа­­­нысты әйтеп тә, һөй­ләп тә бөтөрөрлөк түгел. Өй тулы кеше: ауылдаштар, ту­ған-тыумаса, күрше-тирә­ләр... Һал­­дат ҡайтҡан йортта ҙур байрам булыр ине. Ата­йыбыҙ яңы­нан мәктәптә балалар уҡыта башланы. Бик тыныс, татыу йәшә­не­ләр. Лә­кин атайымды һу­­ғы­ш­та алған яралары һәр ваҡыт борсой ине. Шуға ла балалар ҡарау, йорт мәшә­ҡәт­тәре күберәк әсәйем иңдәренә төштө.
Атайымды ауыл халҡы, уҡыусылар бик ихтирам итте, сөнки, ул үҙенең эшен бик яратып башҡарҙы. Ул дәрес биреп кенә ҡалмай, кластан тыш эштәрҙе лә еренә еткереп үтәй ине. Уҡыусылар менән әҙәби түңәрәк ойоштороп, төрлө са­ра­­ларға әҙерләнеп, ҡурсаҡ те­ат­рын алып барып, кескенә хи­кә­йәләр, шиғырҙар, скетчтар яҙыр ине. Ошондай кисә­лә­­р­ҙең береһе минең хә­­­те­­­­­ремдә ныҡ уйылып ҡалған. Атай йыйыл­ған халыҡ алдына сәхнәгә сыҡ­ты ла: “Хәҙер сәх­нә­лә йо­­мо­рт­ҡа бейетәбеҙ” – тине. Ысынлап та, сәхнә уртаһында йомортҡа бейеп китмәһенме!
Концерт ваҡытында үҙе уйлап тапҡан фокустарҙы күр­һәтеп, кешеләрҙе шаҡ ҡаты­рыр ине.
Атайым Ҡарлыман ауылы­ның тарихын һөйләргә яратты. Буш ваҡыттарында һыҙ­ҙырып ҡурай уйнай, моңло итеп йырлай торғайны. Бик оҫта умартасы ла ине ул. Бал айыртҡан көндө:”Бар иптә­ш­тә­реңде саҡыр, бер киҫәк ик­мәк һәм бал ҡалаҡ алып кил­­һендәр”, – тип, мине ип­тә­ш­­тәрем артынан ебәрер ине. Атайым урамда эшһеҙ йөрөгән кешене, бигерәк тә мәктәпкә бармаған, дәрес­тәр­ҙән ҡасып йөрөгән уҡыу­сы­ларҙы яратманы. Әгәр ҙә берәр уҡыу­сыны күрә икән, саҡырып ала ла тыныс ҡына итеп: “Әйт әле, Раил, дәрес­тәреңде әҙер­лә­неңме, шиғы­рыңды, ҡағи­ҙә­ләреңде ят­­­­­­­ла­­­н­ың­мы” тип, әҙе­рәк тәнҡит утын­да ла тотоп алыр ине. Шу­ның өсөн уҡыу­сы­лар дәрес­тәрен әҙерләп бөт­мә­йенсә урамға сыҡма­нылар. Уҡытыу­сы ул саҡтарҙа ауылда иң ҙур, иң абруйлы кеше ине шул. Ҡарлыманбаш ауылына уҡы­ты­усы кәрәк булғас, мәк­тәп директоры атайымдың са­ҡыртып:”Балалар белемһеҙ ҡала, башҡортса уҡыта белгән уҡытыусылар аҙ, РОНО-нан һеҙҙе ебәреүҙе һоранылар”, – тигәс, атайым ризалашты һәм Ҡарлыманбаш ауылында эш­ләй башланы.
Атайымдың уҡыу­сы­лар­ҙың дәфтәрҙәрен тикшер­гә­нен ҡа­рап ултырғанда, миндә лә шул дәфтәрҙәрҙең хаталарын тик­ше­реү теләге тыуа ине. Йөрәк ҡу­шыуы буйынса уның юлынан киттем һәм уҡы­тыу­сы булып эшләп, пенсия сыҡ­тым. Атайым менән әсәйем миңә һәр саҡ үрнәк, юлымды яҡты­р­тыу­сы маяҡ булдылар.
Атайым - Әҙеһәм Хәби­бул­ла улының хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары, миҙал­дар менән билдәләнде. Ул ауылы­быҙ­ҙың хөрмәтле уҡы­тыу­сыларының береһе булды һәм шулай булып ҡаласаҡ.

Рима ХАФИЗОВА,
Шайморатов ауылы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники