-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Ҡайырыкүлдә аҡҡоштар

Ҡайырыкүлдә аҡҡоштар

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:37 | Просмотров: 2959

Ҡайырыкүлдә аҡҡоштар“Тыуған яғым – гөлдәр иле, гөлдәр-сөмбөлдәр иле”. Бик матур, йөрәктең иң нескә ҡылдарын тибрәтерлек һүҙҙәр. Күпме наҙ һалынған был мәғәнәле йырға. Минең тыуған ауылым – Бишауыл-Уңғар - боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Тәбиғәттең үҙенсәлекле яҡтары менән күп ауылдарҙан айырыла ул. Ауылдың тап уртаһында Ҡайырыкүл йәйрәп ята. Күлдә табан балығы үрсей. Йәй көндәрендә кемдәр генә юҡ бында: олоһо ла, кесеһе лә ҡармаҡ һалып балыҡ тота. Тирәләп үҫкән тал ағастары күлгә тағы ла нығыраҡ йәм бирә. Шул талдарҙа төрлө ҡоштарҙың һайрауы бар ауыл халҡын хайран итә. Яҙ етеү менән күлгә аҡҡоштар теҙелешеп, осоп төшәләр һәм ғорур ҡараш ташлап, талғын ғына бер ярҙан икенсеһенә йөҙәләр. Ә беҙ уларға һоҡланабыҙ. Кем фотоға, ә кем видеотаҫмаға төшөрә. Сөнки бындай матурлыҡты көн һайын һәм теләһә ҡайһы ерҙә күреп булмай. Ондатра, шәшке кеүек йәнлектәр ҙә үҙ иткән Ҡайырыкүлебеҙ тирәһен... Тик шуныһы күңелде ҡыра: күл буйы төрлө пластик һауыттар, пакеттар менән тулған. Көндәрҙән бер көндә күлебеҙҙе таҙартыу маҡсатынан менән беҙ, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусыларыбыҙҡтыҡ. Матур йолаға әйләнгән был саранан бер уҡыусы ла ситтә ҡалманы, һәр береһе был акцияға үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Бихисап эш башҡарылды был көндө. Йыйылған сүп-сарҙы трактор арбаһына ла тейәп оҙатҡас, беҙҙең күңелгә еңел булып ҡалды. менән бергәләшеп өмәгә сы Ә уҙып барған оло йәштәге ағай-апайҙар беҙҙе маҡтап та ҡуйғас, йөҙҙәребеҙ тағы ла яҡтырып киткәндәй булды. Тимәк, ҡайһылай файҙалы эш башҡарҙыҡ! Беҙ эште тамамлап ҡуҙғалғанда, күл өҫтөндә тағы ла ике аҡҡош күренде. Улар саңғылдашып, бар донъяны моңға күмеп, күлгә төштөләр һәм рәхмәт әйткәндәй баштарын эйеп, беҙҙе сәләмләнеләр. Күл тирәһе таҙарып, матурайып ҡалды. Күңелдә ошондай фекер нығынды. Барыбыҙға ла тәбиғәтте яратып, уның ҡәҙерен белеп һәм һаҡлап йәшәргә кәрәк.

Сөмбөл АБДРАФИҠОВА.
Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусыһы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники