-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Сауаплы эш – изге эш

Сауаплы эш – изге эш

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:45 | Просмотров: 3975

“Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”. Был һүҙҙәр ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән! Беҙҙең районыбыҙҙа нәҡ май байрамдарына тура килтереп, 2 май көнө ауыл зыяраттарын тәртипкә килтереү ниәтенән ойошторолған өмәләр ошо һүҙҙәрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрә. Беҙ ҙә был өмәнән ситтә ҡалмайыҡ, тип әсәйемдең тыуған ауылы Иҫке Бәпескә юлландыҡ. Юлыбыҙ бер нисә ауыл аша үтә. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр үткән ауылдың зыяраты эргәһендә еңел машиналар теҙелешкән. Һәр килгән кеше мәрхүм булған яҡындарының ҡәберен тәртипкә килтерә. Иҫке Бәпес ауылы зыяраты ҡапҡа төбөндә ниндәй генә машина юҡ, хатта егеүле ат та бында килеп туҡтаған. Кем генә юҡ бынды: оло йәштәге ағай, бабайҙар, аҡ яулыҡ ябынған апай-әбейҙәр, мәктәп йәшендәге балалар. Һәр береһенең ҡулында кәрәкле эш ҡоралдары: тырма, һәнәк, көрәк. Кемдер сүп үләндәрен яндыра, кемдер ҡәберлектәге иҫке кәртәне алыштыра, кемдер буяуҙарын яңырта... Әсәйемдең ауылдаштары менән танышам: ниндәй уңған, әҙәпле кешеләр. Бер береһе менән яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләшеп, йәһәтләп эш бөтөрәләр. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Һанаулы ваҡыт эсендә байтаҡ ҡына эш атҡарып ташлағанбыҙ. Беҙ ҙә ҡайтыр юлға юлландыҡ. Моңһоуыраҡ урында булғаны­быҙға ҡарамаҫтан, күңелебеҙ күтәренке ине. Бик изге эш ҡылынды бөгөн. Ошондай ҙур, изге эште башҡарыусыларҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт яуһын. Ә беҙгә, һау-сәләмәт кешеләргә, Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмер бирһен. Изге саралар күберәк булһын, сауапалы эштәр башҡарып йәшәйек әле, яҡташтар!

Сөмбөл ӘБДРӘФИҠОВА,
Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусыһы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники