Таҙалыҡ ҡөҙрәте15-04-2017, 09:59 / Интересные статьи

Таҙалыҡ ҡөҙрәтеБорон-борон заманда ауылдың бер ситендә бер матур күл йәйрәп ятҡан, ти. Һыуы шундай саф, үтә күренмәле булғанлыҡтан, төбөндәге төрлө төҫтәге таштар ҡояш нурҙарында йылтырап, күлгә йәм биргән, ти. Ана шуға күрә лә халыҡ уға Ташлыкүл тип исем биргән. Күлдең бер яғын ерек ағастары, тал ҡыуаҡтары уратып алған, икенсе яғынан аллы-гөллө сәскәле болон һуҙыла. Күл өҫтөндә һап-һары томбойоҡтар сәскә ата, аҡсарлаҡтар ҡыйылып оса, талғын ғына аҡҡоштар йөҙә. Яр буйын тирә-яҡтан килгән кешеләр үҙ итә: эҫе ҡояш ҡыҙыуынан талсыҡҡан тәндәре менән һыуға сумып, ял итә, кинәнеп балығын ҡармаҡлай, кистәрен ғашиҡ йәштәр үҙҙәренең мөхәббәт серҙәрен бер-береһенә сисә.

Бер ваҡыт кис ғашиҡ ҡыҙ менән егет икәүҙән-икәү генә яр буйында серләшеп ултыра икән. Шул саҡ ни күрһендәр: һауанан 2-3 метр оҙонлоғонда ҡап-ҡара аждаһа ел-дауыл ҡуптарып килеп сыҡҡан да күлгә кире сумған, ти. Күл ҡаҙандағы һыу кеүек ҡайнай, көслө тулҡындар сыҙаша алмай ярға бәрелә, ти. Ҡурҡышҡан егет менән ҡыҙ арттарына ла ҡарамайынса, йән-фарман ауылға йүгергән, ти.

Ошо көндән һуң күл янына яҡын юлаусы һирәгәйгән, тирә-яғы ҡотһоҙланып ҡалған, нур сәсеп ятҡан таштары ла ҡайҙалыр ғәйеп булған, балыҡтар ҙа уйнауынан туҡтаған, һыуы ла көндән-көн кәмегәндән-кәмей икән. Яр буйҙарын биҙәп торған ҡамыштар ҙа ҡорой башлаған, ағастар һарғайышҡан, ҡоштарҙың сут-сут тауыштары ла тынып ҡалған. Кешеләр быға ныҡ борсолған, ҡайғырышҡан, ти. “Былай булмай, берәй сараһын күрәйек, кибеп юҡҡа сыҡмаҫ борон ниҙер хәстәрләйек”, – тип бер-береһе менән кәңәшләшкән. Тик ни эшләргә? Шулай уйлаша торғас, хәҙер инде йәше лә күптән онотолған, әммә зиһене үткер аҡһаҡалды иҫкә төшөргәндәр. Күҙҙәре насар күреү сәбәпле, күберәк өйҙә көн уҙғарған ҡарт янына барып хәлде һөйләп биргәндәр, ти. “Күлебеҙ харап була бит, берәр кәңәш бирсе, олатай”, – тип ялбарған халыҡ аҡһаҡалға. “Мин шулай булырын күңелем менән күптән һиҙә инем. Барыһына ла үҙебеҙ ғәйепле”, – тигән, ти, аҡһаҡал. “Нисек инде үҙебеҙ ғәйепле?” – тип аптыраша икән халыҡ. Ә аҡһаҡал үҙ фекерен шулай тип дәлилләй: “Күл буйын сүп-сарға күмәбеҙме? Күмәбеҙ. Үҙебеҙҙең артыбыҙҙан таҙартырға онотабыҙ. Ә сүп булған урынға ен-шайтан эйәләшә, тигән халыҡ борондан. Аждаһа ана шул шайтандар тоҡомонан. Күлебеҙҙең кибә барыуы ла шуның шауҡымы”. “Ни эшләргә һуң?” – тип ялбара халыҡ аҡһаҡалға. “Үҙ хатабыҙҙы үҙебеҙгә төҙәтергә кәрәк. Ваҡытты һуҙмайынса, күлебеҙҙең тирә-яғын таҙартып сығырға, бүтәнсә бысраҡлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа кәрәк”, – тигән ҡарт.

Халыҡ аҡһаҡал ҡушҡанса эшләгән, күмәкләшеп өмә яһаған, ти. Ни күрһендәр, күл буйы йәмләнеп киткән. Ә бер аҙҙан тағы ла дауыл ҡупҡан: теге аждаһа күлдән сығып килә икән. Шабыр-шобор батҡаҡлы ҡап-ҡара һыу ағыҙып, йәмһеҙ тауыштар сығарып күтәрелгән дә ҡап-ҡара болотҡа әйләнеп, күктә юғалған. Яңынан ҡояш күренгән, күҙгә күренеп күлдең һыуы артҡан, томбойоҡтар сәскәһен яңыртҡан, балыҡтар һикереп уйнай башлаған, йәшәргән ағастар­ға яңынан ҡоштар ҡунған, ти. Халыҡ ҡыуанған, бына бит, бөтә нәмә үҙебеҙҙең ҡулда, тип шат­ланған. Хоҙай биргән байлығы­быҙҙы үҙебеҙ һаҡларға тейешбеҙ, тип күңелдәренә һалып ҡуйған улар. Был ваҡиға бик елле һабаҡ булып ҡалған, ти.

Вернуться назад