-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Онотмай халҡы үҙ улын

Онотмай халҡы үҙ улын

Категория: История | 28-09-2014, 11:13 | Просмотров: 2098

Онотмай халҡы үҙ улынБайтаҡ йылдар элек: “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 19 быуат әҙиптәренең барыһына ҡарағанда ла башҡорт халҡына яҡын торған, бөтә ғүмере буйы уның араһында йәшәгән, уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған мәғрифәтсе ғалим һәм шағир ине. М. Өмөтбаев – тарихсы һәм этнограф, телсе һәм шағир, тәржемәсе һәм ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыусы булараҡ айырым рәүештә өйрәнеүгә лайыҡлы”, - тигәйне күренекле әҙәбиәт ғалимы Ә. Харисов. Был һүҙҙәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Бөйөк мәғрифәтсенең хеҙмәттәрен өйрәнеүгә, йәмәғәтселеккә еткереүгә иғтибар кәмемәй. М. Өмөтбаевтың тыуған ерендә даими рәүештә “Өмөтбаев уҡыуҙары” сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү быны үҙе үк раҫлай.
Быйылғы Өмөтбаев уҡыуҙары Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылы урта мәктәбендә үтте. Конференцияла районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп уҡыусылары, Өфөнән фән һәм әҙәбиәт өлкәһендә киң билдәле ҡунаҡтар - филология фәндәре докторы, БДУ профессоры, М. Өмөтбаев һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Ҡәҙим Аралбай, филология фәндәре докторы, профессор, М. Өмөтбаев һәм Ж. Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты Ғиниәт Ҡунафин, филология фәндәре кандидаты, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғәриф һәм фән, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, БР мәғарифты үҫтереү институты доценты, М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Фәнзил Санъяров, Өфөләге яҡташтар клубы рәйесе, БР Журналистар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Фәнил Ҡоҙаҡаев ҡатнашты. Шулай уҡ ошо оло сараға район етәкселеге вәкилдәре килде. Ғөмүмән, тамаша залы үҙенә М. Өмөтбаев шәхесенә битараф булмаған хөрмәтле кешеләрҙе йыйҙы.
Өмөтбаев уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ҡотлобаев Фәрғәт Фәрит улы районыбыҙҙың экономик, социаль хәле менән таныштырғандан һуң һүҙҙе баш ҡала ҡунаҡтары дауам итте.
Ғ. Ҡунафин үҙ сығышында М. Өмөтбаевтың ижади һәм фәнни эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Ижадын тәрән гуманизм менән һуғарылған ижад тип баһаланы. Ысын мәғәнәһендәге бөйөк мәғрифәтсе, аҡыл эйәһенең үҙ заманы проблемалары менән янып йәшәүен, йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлек, тигеҙһеҙлек күренештәренә ҡыйыу рәүештә ҡаршы сығыуын, һәр ваҡыт башҡорт халҡын яҡларға ынтылышын билдәләне. Бынан байтаҡ йылдар әүәл Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев күтәргән проблемалар бөгөн дә беҙҙе тыныс ҡалдырмай, шуға күрә уның әҫәрҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Бындай күп яҡлы талант эйәләре донъяға һирәк тыуа, ундайҙарҙың исеме быуаттар үтһә лә онотолмай, киреһенсә, мәңгелеккә әйләнә бара. Әммә шул уҡ ваҡытта ошондай бөйөк аҡыл эйәһенең эшмәкәрлегенә етерлек баһаны уның вариҫтары булған беҙ биреп бөтөрәбеҙме һуң, тигән үкенес тә яңғыраны сығышта. Был мәғрифәтсенең тыуған ауылы Ибраһимда мәктәп ябылыуға ишара булды. Ғ. Ҡунафиндың тетрәнеп, Мөхәмәтсәлим олатайыбыҙ быға һис кенә лә юл ҡуйҙырмаҫ ине, тигәне бер кемде лә тыныс ҡалдырмағандыр.
Яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов та М. Өмөтбаевтың күп яҡлы эшмәкәрлеген билдәләне. Залдағы уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп:
- М. Өмөтбаевтың аң-белемгә, төрлө һөнәрҙәргә эйә булырға саҡырған өндәмәләрен һис кенә лә иҫтән сығармағыҙ. Киләсәк яҙмышы һеҙҙең ҡулдарҙа, - тине.
Ф. Санъяров әҙәбиәт дәрестәрендә М. Өмөтбаевтың шиғырҙарын бөгөнгө белем биреү стандарттарына ярашлы анализлау өлгөһө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына оло ҡара бер һабаҡ булды. “Йомран иле” шиғыры буйынса ғына ла әллә ни саҡлы проблемаларҙы күтәреп, уҡыусыларҙы йәлеп итергә, уларҙың донъяға ҡараштарын үҫтерергә мөмкин икәнен иҫбатланы БР мәғарифты үҫтереү институты доценты.
Ф. Ҡоҙаҡаев мәғрифәтсенең публицистик йүнәлештәге эшмәкәрлегенә туҡталып, уны тәүге журналистар рәтенә ҡуйырлыҡ тип баһаланы. Киләсәктә М. Өмөтбаев исемен йөрөткән премияны республика кимәленә тиңләштереү кәрәклеге хаҡындағы фекере лә хуплап ҡабул ителде.
Ҡ. Аралбайҙың да сығышы фәһемле булды. М. Өмөтбаев уҡыуҙарын республика кимәлендә үткәреү генә түгел, уны Рәсәй, донъя кимәленә сығарыу мәсьәләһен күтәрҙе. М. Өмөтбаевтың алда торған 175 йыллыҡ юбилейын юғары кимәлдә үткәреү өсөн әҙерлек сараларын бөгөндән үк башларға кәрәк, тине сығыш яһаусы. Был эште дәүләт, киң йәмәғәтселек кимәлендә ойошторорға, һәр кемгә ошо сараларға үҙ өлөшөн индерергә кәрәк, тип билдәләне.
Һәүәләй мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Альберт Байморатовтың, М. Өмөтбаев музейы директоры Ғәзимйән Ибраһимовтың, Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 8-се класы уҡыусыһы Алия Мөьминованың, Һәүәләй мәктәбенең 9-сы класы уҡыусыһы Айгөл Кучумованың төплө сығыштары М. Өмөтбаевтың эшмәкәрлеген төрлө яҡлап күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте, конференцияла ҡатнашыусыларға бай мәғлүмәт бирҙе.
Быйылғы М. Өмөтбаев уҡыуҙары бай йөкмәткеле булып, эшлекле шарттарҙа үтеүе менән иҫтә ҡалырлыҡ. Мәғрифәтсенең күп яҡлы эшмәкәрлегенең бөгөнгө көндә лә әһәмиәтле икәнлеге тағы бер ҡат раҫланды, фәһемле фекерҙәр яңғыраны. Үҙ халҡы араһында ҡайнап, уларҙы борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләп, арымай-талмай хеҙмәт иткән бөйөк шәхес исеме артабан да оло хөрмәткә, тейешле баһаға лайыҡ тигән фекер ҡалды һәр кем күңелендә.



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники