Рауиль ағай Бикбаев менән тура эфир!21-01-2011, 16:32 / Информация

Рауиль ағай Бикбаев менән тура эфир!Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил БИКБАЕВ – «Йәшлек» гәзите редакцияһына килеп, уҡыусылар менән «тура бәйләнеш»тә булып, халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең тын алышын, уйҙарын, бөгөнгө рухи хәл-торошобоҙға ҡарашын беләсәк.
25 ғинуарҙа 15 – 16 сәғәт араһында (8347) 273-46-38 телефоны буйынса үҙегеҙҙе борсоған да, ҡыҙыҡһындырған да һорауығыҙҙы биреп, ил ағаһы менән туранан-тура һөйләшә алаһығыҙ. Шулай уҡ ошо телефон буйынса ла, электрон почта аша ла һорауҙарығыҙҙы алдан да бирә торорға мөмкин. Улар яҙма рәүештә мотлаҡ халыҡ шағирына бәйләнеш булған көндә еткереләсәк.
Шулай уҡ скайп аша уе02.ru ла һорауҙарығыҙҙы бирергә мөмкинлек бар. Ә «тура бәйләнеш» барышын интернет аша беҙҙең сайтта www.уе02.ru тура эфирҙа ҡарай алаһығыҙ.
Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезы яҡынлаша; бөгөнгө йәмғиәттә яҙыусы һүҙенең әһәмиәте; бөгөн илдә рухи көрлөкмө, әллә көрсөкмө; әҙәбиәт бөгөн ниндәй хистәр, ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй... – һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә, темалар ҙа етерлек. «Тура бәйләнеш»кә, асыҡ һөйләшеүгә рәхим итегеҙ!

Источник: http://www.bash-portal.ru

Вернуться назад