-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Категория: Новости | 12-09-2011, 14:51 | Просмотров: 3001

Изге эштең иртәгәһе яҡшыИбраһим ауылында мәсет асыу тантанаһы булып уҙҙы

Ибраһим ауылында йәшәүсе Важиһа инәй Әхмәҙиева иң матур кейемдәрен кейеп, иң матур яулығын ябынып, түбән осҡа юл алды.
Шулай булмай ни, бөгөн уның ғына түгел, бар ауыл халҡы өсөн ҙур байрам. Ниһайәт, Ибраһим ауылы халҡы моратына иреште ' бөгөн
уларҙа мәсет асыла. “Был көндө түҙемһеҙлек менән көттөм, шатлығым эсемә һыймай. Шул тиклем тулҡынланыу кисерәм, уны әйтеп
аңлатып та булмай”, 'ти Важиһа инәй. Мәсет алдына күптән йыйылып өлгөргән ауылдаштарының да йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу
балҡый.
Ибраһим ауылы элегерәк бер түгел, ике мәсетле була. Ләкин заман елдәре уларға ла ҡағылмай үтмәй. Мәсеттәрҙең манаралары
ауҙарыла, унда клуб, башланғыс мәктәп урынлаша. Йылдар үтеү менән Ибраһим ауылында мәсеттең кәрәклеге тураһында ҡайтанан һүҙ
ҡуҙғатыла. Билдәле, һәр эштә башлап ебәреүсе, халыҡтыойоштороусыкәрәк. Ауылдың аҡһаҡалыӘнүәрСадиҡов дилбегәне үҙ ҡулына
алырға була. Районыбыҙ имам мөхтәсибе Рамаҙан хәҙрәт, Бөтә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә Назараты мөфтөйө Тәлғәт
Тажетдинменәнкәңәшләшкәндәнһуң, улолоэшкәтотона. Әлбиттә, былизгениәттебойомға ашырырөсөнтырышлыҡтанбигерәк, бик
күп сығымталап ителә. Уныҡайҙаналырға? Ошондай һорау борсой ауылдаштарҙы. Аллағашөкөр, Хоҙайҙыңҡөҙрәте киң, изге күңелле
йомарт кешеләр етерлек. Бына бит, тырышлыҡ, берҙәмлек емеше булған мәсет ауылға йәм, нур өләшеп ултыра...
Мәсет асыу сараһының тантаналы өлөшөндә Ибраһим ауылы халҡын байрам менән Бөтә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә
Назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, район хакимиәте башлығының архитектура буйынса урынбаҫары Расих Наил улы Ишҡаев,
райондың имам мөхтәсибе Рамаҙан хәҙрәт, ошо ауылда тыуып үҫкән яҙыусы, филология фәндәре докторы, БДУ ның башҡорт
филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы мөдире Тимерғәле Килмөхәмәтов, Һәүәләй ауыл Советы
биләмәһе башлығы Т. Вәхитов, район имамдары һәм башҡалар ҡотлап үтте.
Ауылығыҙҙа хәҙер Аллаһ йорто бар. Афарин һеҙгә!Пәйғәмбәребеҙ үҙенең бер мөбәрәк хәҙисшәрифендә «Мәсет төҙөүселәргә
АллаһыТәғәләйәннәттәйорт төҙөпҡуйыр»,–типәйтепҡалдырған. Дин юлына, намаҙға баҫығыҙ – был Исламдың биш шартының береһе.
Әммә был иртәнән кискә тиклем мәсеттә ултырырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Изге китабыбыҙҙа әйтелеүенсә, мосолман кеше ваҡытының
ундан бер өлөшөн Аллаһы Тәғәләгә, йәғни ғибәҙәт ҡылыуға, ә ундан туғыҙ өлөшөн хәләл кәсепкә донъя көтөүгә, балалар тәрбиәләүгә
бағышларға тейеш. Шулай булғас, донъя эштәрен алып барыу менән бер рәттән, беҙҙе бар иткән Аллаһы Тәғәлә өсөн дә ваҡытығыҙҙы
бүлегеҙ. Был мәсет ауылға, тормошоғоҙға нур индерһен, тине Тәлғәт Тажетдин ауыл халҡын был әһәмиәтле көн менән ҡотлап.
Мәсеттең төҙөлөүе бер, иң мөһиме уның изгелеген күрергә яҙһын. Ул бер ваҡытта ла буш тормаһын, мәсет эшмәкәрлеге халыҡтың
тағы ла әхлаҡлыраҡ, иманлыраҡ булыуына булышлыҡ итһен, тип изге теләктәрен еткерҙе Расих Наил улы Ишҡаев һәм мәсеткә балаҫ
бүләк итте.
Дин кешелә шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәтлелек, тирә йүнгә һөйөү тәрбиәләй. Ниһайәт, моратыбыҙға ирештек, әлхәмдүлиллаһ!
Мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Айырып әйткәндә, Ваил Иҡсанов, Илдар Ғәйфуллин, Әкрәм
Ғәниев, Зыя Дәүләтшин, Илһам Садиҡов, Илдар Мөхәмәтшиндарға рәхмәтлемен. Мәсетебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә насип булһын,
тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Әнүәр Садиҡов.
Мәсет асылды. Ибраһим ауылында йәшәүсе олоһоноң ла, кесеһенең дә күңеленә юл ярыусы, ышаныс, өмөт, йәшәүгә көс, рухи аҙыҡ
биреүсе иман шишмәһе булыр ул, иншаллаһ!

Эльнара АБАКАЧЕВА.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники