-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Үтә лә яуаплы һөнәр эйәләре

Үтә лә яуаплы һөнәр эйәләре

Категория: Новости | 25-04-2012, 18:08 | Просмотров: 3267

Үтә лә яуаплы һөнәр эйәләре
Донъяла бик күп һөнәри байрамдар бар. Уҡытыусы, сауҙа хеҙмәткәре, тимер юлсылар һәм башҡа хеҙмәт тармағында эшләүселәр көнө... Әлбиттә, секретарь кеүек мөһим һөнәрҙең дә үҙ көнө булырға тейеш. Быйыл Халыҡ4ара секретарҙар көнө 25 апрелдә билдәләнә. Байрам көнө үҙгәреп тора, ул апрелдең һуңғы аҙнаһының шаршамбыһына тура килә һәм административ хеҙмәткәрҙәр аҙнаһы сиктәрендә үткәрелә.

Тәүге тапҡыр секретарҙар кө нөн Америкала 1952 йылда бил дә ләйҙәр. Штаттың офис хеҙмәт кәр ҙә ренең эшен популярлаш тыр ған һәм йәмәғәтселек ал дында улар ҙың статусын үҙгәртеү өсөн байтаҡ көс һалғанГарри Клемфусс тигән публицистары була. Ул секретарҙарҙы таны лыу ға һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр, тип иҫәпләгән һәм уларҙың хеҙмәтен баһалауға өлгәшкән.

Ҡайһы берәүҙәргә секретар ҙың бурыстары еңел генә эш кеүек күренәлер – шылтыра тыу ҙар ға яуап бирәһең дә, ҡәһүә яһап килтерәһең. Ләкин былай тип уйлаусылар төптө яңылыша. Ысынында иһә, сек ретарь хеҙ мә те бик мөһим һөнәр. Уларҙың иңен дә шылтыратыуҙар ҡабул итеүҙән алып, ҡиммәтле ҡағыҙ ҙар менән эшләүгә тиклем оло хеҙмәт ята. Заманса секре тар ҙар – эште тотҡарлыҡһыҙ алып барған административ хеҙ мәт кәр ҙәр ҙә. Улар һәр кемде йылы ҡар шы ларға, һәр фактты иҫтә ҡал ды рырға һәм мөһим документ тар ҙы тиҙ генә эҙләп табырға тейеш.

Район хакимиәте башлығы ның ҡабул итеү бүлмәһендә эш ләүсе мөләйем ҡыҙҙар & совет ап па ратының әйҙәүсе белгесе Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Зари по ва һәм сек ретарь Зарема Раил ҡыҙы Вәлиеваның да бер минут бушторғандары юҡ. Улар ҡабул итеү бүл мәһенә килгән һәр кемде их лас йылмайып, итәғәтле итеп ҡар шы ала. Етәксе бул маған осраҡтала, барыһының да һорауҙарын иғтибар менән тыңлап, уларға кәрәкле мәғлүмәт биреп сығаралар. Аҙна һайын үт кә рел гән ҡабул итеү көнөндә утыҙ ға яҡын кешенең һорауын яҙып алып, хакимиәт башлығына һәм тейешле хеҙмәт етәкселәренә ебә рәләр. Эшлекле этикет ҡағи ҙә ләре буйынса, секретарь ингән кеше менән тәү башлап иҫән лә шергә, “зинһар”, “ғәфү итегеҙ”, “рә хим итегеҙ” ти гән һүҙҙәр ҡул ланырға, документ күрһәтергә бул һа, быны уры ны нан тороп эш ләргә, кешенең күҙенә ҡарап һөйләшергә, таныш кешеһе бул һа, исеме һәм ата һының исеме ме нән өндәшергә тейеш. Әлбит тә, был исемлек сек ре тарҙарҙың бурысына ин гән дәр ҙең бер өлөшө генә.

& Уларға кешелеклелек, яғым лы лыҡ, мөләйемлелек, кеше ләр менән эшләй белеү сифат тары хас. Гөлнара Әхмәт ҡыҙы һәм Зарема Раил ҡыҙы & һәйбәт психолог та, яҡшы кәйеф өлә шеү се ләр ҙә, ҡот һәм йәм биреүселәр ҙә. Ғөмүмән, ҡабул итеү бүлмә һен дәге аураның миңә лә, килеү се ләргә лә йоғон тоһо ҙур, & тиха кимиәт башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов.

Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Йоматау аграр техникумының юриспруденция факультетын тамамлаған, һуңынан ситтән тороп Мәскәү иҡтисади үҙгәрештәр инсти ту тының “Дәүләт муниципаль ида ра лығы” факультетында белем алған.

& Эшемде бик яратып башҡа рам. Был өлкәлә эшләгән һигеҙ йылым һиҙелмәйенсә лә үтте. Электрон почтаны тикшереп тороу, осрашыуҙарға, кәңәшмә ләр гә саҡырыуҙар ебәреү, хаттар ҙы теркәп барыу ҙа беҙҙең бурыс ҡа инә. Етәксенән алдараҡ ки лер гә, һуңыраҡ ҡайтырға тура кил гән осраҡтар булһа ла, 4&се клас та уҡыусы ҡыҙым Азалияға һәрсаҡ ваҡытымды бүлергә ты ры шам. Бүлмә гөлдәре, сәскәләр үҫ те реү менән мауығам, & тиҠыр мыҫ ҡалы ауылы ҡыҙы Гөлнара Зарипова.

Зарема Раил ҡыҙыиһә был эштә яңы кеше. Уның бын да эшләүенә бер йыл да тул ма ған әле. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙен тырыш, яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтеүгә өлгәшкән. Зарема Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Яҡшы секретарь алтын бәрә бә ренә тиң, тиҙәр. Был иҫбатлау ысынлап та, дөрөҫ, сөнки нәҡ сек ретарҙар етәкселәрҙең уң ҡулы, алыштырғыһыҙ ярҙамсы ла ры. Форсаттан файҙаланып, был үтә лә яуаплы хеҙмәт эйә лә рен һөнәри байрамдары менән ҡот ла йбыҙ, яҡшы кәйеф, түҙем лек һәм уңыштар теләйбеҙ.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.
Дим СЕРБАЕВ фотоһы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники