-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Ярыш ҡыйыуҙарҙы ярата

Ярыш ҡыйыуҙарҙы ярата

Категория: Новости | 25-01-2013, 22:14 | Просмотров: 2485

Ярыш ҡыйыуҙарҙы ярата“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы” район конкурсы быйыл 18-се тап­ҡыр уҙғарыла. Конкурс Положе­ниеһына ярашлы, ҡатнашыусылар декабрь айында районыбыҙҙың төрлө мәктәп­тәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтеп ярышты.

Был этапта барлығы 11 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Шуларҙан бишәүһе – Би­шауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусылары Ғәлиә Ра­ил ҡыҙы Вәлиева, Рәм­­зилә Зиннур ҡыҙы Кин­­йә­баева, Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Аза­мат ҡыҙы Юлдашбаева, Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Фә­­һим ҡыҙы Бикташева, Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡытыу­­сыһы Мәүлиҙә Түрйән ҡыҙы Тажетдинова конкурс финалына сығып, артабанғы ярыш төрҙә­­рендә көс һынашты. Фина­­листарға дүрт төрлө һынауҙа үҙ белемен, оҫта­­лығын, тәжрибәһен күр­­һәтеү бурысы ҡуйылды. Йәшерен-батырын түгел: эй, уйын ғына бит ул, тип бик еңел генә уйлаусылар ҙа осрай. Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, конкурстарҙың нисек икәнен уны үҙ елкәһендә кисергәндәр генә яҡшы белә. Уйын, күңел асыу түгел, ә сәмле ярыш, яуаплы ауыр хеҙмәт ул. Ана шунда күренә кемдең кем икәнлеге. Бына шулай эшләргә кәрәк икән ул, тип һабаҡ та алына, ҡуй инде, шул да булдымы уҡытыусы, тип ғибрәт тә алырға тура килә. Кон­­курста ҡатнашҡан кеше­нең үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған, төрлө ситуа­ция­­ларҙа ла юғалып ҡал­май торған, баҙнатсыл булыуы мотлаҡ.
Уҡытыусылар конкурсы, ғәҙәттәгесә, үҙ-үҙеңде таныштырыуҙан башланды. Артабан финалистар уҡытыу һәм тәрбиә эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡ­­лашыу, оҫталыҡ дәрес­­тәре үткәреү, педагогик эссе менән сығыш яһау кеүек һынауҙарҙа ярыш­­ты. Эштәр еңелдән түгел. Әммә кеше башҡара алмаҫтай нәмә лә юҡ. Тик белем менән бергә теләк, һәләт, дәрт, ҡыйыулыҡ ҡына кәрәк.
Уҡытыусыларҙың сы­­ғыш­­тарын ҡарағанда баш­­та төрлө фекерҙәр тыуҙы. Улым, һиңә әй­­тәм, киленем, һин тыңла тигәндәй, шул фекерҙәр менән уртаҡлашыу баш­­ҡалар өсөн дә фәһемле булыр.
Беренсенән, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы һөйләү оҫталығына, йәғни ораторлыҡ һәлә­те­нә эйә булырға тейеш. Әммә конкурсанттарыбыҙ ҡағыҙҙан айырыла алмай, имеш. Үҙ-үҙең менән таныштырыу этабында ғы­­на булһа ла тексты, ис-­маһам, ятларға була ине лә баһа. Шунда ғына ла кинәнеп, иркенләп һөй­­ләмәгәс инде…
Икенсенән, оҫталыҡ дәресен бәғзе берәүҙәр ғәҙәттәге балаларға дәрес аңлатыу процесы менән бутаған. Һәр нәмәнең үҙ урыны бар. Бында бит үҙ оҫталығыңды, тәжри­­бәң­де, эш алымдарыңды аңлайышлы, ҡыҙыҡ­­һын­дырғыс итеп тыңлаусыға еткерә белеү кәрәк. Шу­­ны­­һы ҡыуандыра: Мәү­­лиҙә Тажетдинованың оҫта­­лыҡ дәресе, минеңсә, отошло булды.
Өсөнсөнән, ҡайһы бер конкурсанттарҙа бу­тал­сыҡ, оҙон, ялҡытҡыс, монотон телмәр күҙәтелә. Эш бит оҙон телмәр тотоуҙа түгел. “Ҡыҫҡа­­лыҡта – оҫталыҡ” тигән алтын һүҙҙәрҙе иҫтә тотоу күпкә отошлораҡ булыр ине. Маҡсатыңды, бу­­рыс­­тарыңды аныҡ итеп, тыңлаусыны ҡыҙыҡ­­һындырып, үҙеңә йәлеп итеү оҫталығына эйә булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
Дүртенсенән, берәүҙәр педагогик эссе тигәнде төшөнөп етмәгән. Шуға күрә эссе тигәндәре эшләнгән эштәрҙе һанап сыҡҡан иҫәп-хисап мәғ­­лү­­мәттәрен хәтерләтә. Ә ысы­нында, уҡытыусы һөнәренең барлыҡ нескә­­леге, уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙәге проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, киләсәккә маҡсаттар сағылыш тапҡанда ғына педагогик эссе үҙ асылына тап килә.
Конкурстың дүрт һы­­науы буйынса жюри тарафынан баһа­ланып, еңеү­­селәр билдәләнде. “Тама­­шасы һөйөүе” призына Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡытыу­­сыһы Мәүлиҙә Тажет­динова лайыҡ булды. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­­тыусылары­­ның төбәк-ара конкурсында районыбыҙ намы­­ҫын Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Юл­­дашбаева яҡлаясаҡ. Уға тағы ла ҡыйыуыраҡ булып, үрҙә әйтелгән иҫ­­кәрмәләргә ҡолаҡ һалып, оло ярышта уңышлы сығыш яһарға яҙһын, тип теләргә генә ҡала.

Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники