-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » “Мин - күптәнге, Күпте күргән башҡорт...”

“Мин - күптәнге, Күпте күргән башҡорт...”

Категория: Новости | 20-12-2013, 20:25 | Просмотров: 3333

“Мин - күптәнге, Күпте күргән башҡорт...”Район Мәҙәниәт һарайында Салауат Юлаев һәм Мөхәм­мәтсәлим Өмөтбаев исе­мендәге премиялары лауреаты, яҡташ ша­ғирыбыҙ Ирек Кинйә­була­товтың 75 йәшлек юби­лейына арналған “Ҡалғым килә һеҙҙең арала” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Зал юби­лярҙың ижадына битараф бул­мағандар, күңелдәрендә әҙә­биәткә, шиғриәт­кә һөйөү той­ғоларын йөрөтөүселәр менән шығырым тулы ине. Алыҫ ара­ларҙы яҡы­най­тып, күптән көтөп алған сараға мәр­тәбәле ҡунаҡ­тар ҙа килгән. Улар үҙ­ҙәренең шиғри шәлкемдәре менән Ҡыр­мыҫ­ҡалы еренә, Яңы йыл байрамы алдынан халыҡҡа илһам, дәрт өҫтәне, әҙиптең һоҡ­ланғыс тор­мошона, күп яҡлы ижадына бай­ҡау яһаны. Күңелдәргә йәм өҫ­тәүсе тамаша йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Район хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғә­лиәх­мәтова район халҡы исеменән уға ижа­ди уңышында тағы ла юғары баҫ­ҡыс­тарға күтәрелеүен, бөйөк яҡ­таш­та­ры­ның ҙур исе­ме хеҙмәтсәндәрҙе һәр саҡ фиҙакәр хеҙ­мәткә рух­ландырыуын, шиғырҙары ме­нән бер рәттән район тормошо, ауылдаштары тура­һындағы мә­ҡәләләре республика һәм урын­дағы баҫмаларҙа йышыраҡ күре­неүе хаҡында изге теләктәрен еткерҙе.

Ҡәләмдәш тиҫтерҙәре бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп ҡотлау һүҙҙәрен әйтте.

- Ирек Лотфый улы өсөн халыҡ төшөн­сәһе һис абстракт түгел. “Ғүмер китабы”на ингән арнау-шиғырҙары халҡыбыҙ хаҡында яҙылған. Ниндәй генә шиғырын алма – улар ысын шиғриәт өлгөләре. Шағир үҙ герой­ҙа­рының шәхесе аша үт­кәнде йә бөгөнгөнө байҡа­һынмы, уларҙы халыҡ тор­мо­шоноң үҙәгендә күрә, бергә уның төрлө төпкөл­дәренә үтеп инә. Геройҙары араһында Зәй­нәб Биишева, Рауил Бикбаев, Ғайса Хөсәйенов кеүек арҙаҡлы шәхестәр ҙә, ил ағалары һәм ябай эшселәр ҙә бар. Ул замана йырсыһы, милләт йырсыһы. Бөгөнгө сараға килгән ҡә­ләмдәштәребеҙ исеменән те­ләктәребеҙ яҙылған китап бүләк итәм,- тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев.

- Тапҡыр һүҙ, поэтик фекер ҡеүәһе кеше­гә тәбиғәттән биреләлер, моғайын. Уның ябайлығы, тоғролоғо, ғәҙел кеше булыуы ижа­дында ла сағыла. Ул күҙәтеүсән, ҡыҙыҡ­һыныусан, иң мөһиме – оптимист рухлы. Шиғыр, мәҡәләләр яҙып, китап сығарып ҡына ҡалмай, жур­налист булараҡ та үҙен асты,- тине “Яҡташтар” ойошмаһы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Күркәм кисә Ирек Лотфый улы өсөн Жур­­налистар союзы­ның Маҡтаулы ағзаһы грамо­таһы бирелеүе менән тағы бер иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалыр.

Шулай уҡ “Башҡортостан” республика гә­зи­тенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хә­бәрсеһе Айгиз Баймөхәмәтов һәм район гә­зиттәре редакцияһының директор-мөхәр­рире Эльза Сат­тарова ҡотлау һүҙҙәрен әй­теп, киләсәктә лә ваҡытлы матбуғат менән бергә ҡалырға саҡырҙы. Тел ҡәҙерен, һүҙ көсөнөң баһаһын белгән, шиғри йәнле ҡә­ләм тирбәтеүселәр остаз­да­рына ҙур их­ти­рамы хаҡында һөйләп, уға арнауҙарын уҡып ишеттерҙе. Өфөнән килгән та­нылған артистар Йә­мил Әбдел­мәнов, Флизә Нә­зи­рова­лар Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙыл­ған моңло йыр­ҙары менән әсир итте.

Күп осраҡта көндәлек тор­мош ҡә­ҙимге күренеш кеүек ҡабул ителә. Ә шағир иһә улар­ҙың барыһын да үҙенсә кисерә, хис-тойғолары, аң-зиһене аша үткәреп, һүҙ сәнғәте абруйы менән һәр кем күңеленә үтеп инерлек, унда тәрән эҙ ҡал­дырырлыҡ ваҡи­ғаға әүерелдерә, шуның менән башҡорт поэ­зия­һын киләсәк бы­уындар алдында бөгөнгө эштәрҙең шаһиты итә. Күренекле шағир, билдәле йә­мәғәт эшмәкәре, үткер ҡәләмле публицист, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған хөрмәтле Ирек Лотфый улы Кин­йәбу­ла­товҡа 75 йәшенән һуң да илһам­ланып, ҡанатланып талымһыҙ ижад итергә, тыуған еренә йышыраҡ ҡайтып торорға яҙһын.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники