-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Һәүәләйҙәр баҫты саңғыға

Һәүәләйҙәр баҫты саңғыға

Категория: Новости | 9-03-2014, 12:38 | Просмотров: 1278

Һәүәләйҙәр баҫты саңғығаФевралдең сатлама һыуыҡ иртәһенә ҡара­маҫ­тан, Һәүәләй ауылының Еңеү паркы янында дәртле спорт гимны яңғыраны. Был көндө ауыл биләмә­һе­нә ҡараған барса ойошмалар дәррәү саңғы ярышы­на йыйылды.

Сарала Һәүәләй ауылының урта мәктәбе, “Ма­­лышок” балалар баҡсаһы, пси­холо­гик-педа­гогик реабилитациялау үҙә­ге, участка дауа­ханаһы, мәҙәниәт йорто, Биш­ауыл-Уңғар һәм Ибраһим ауыл­дары­ның клуб хеҙ­мәт­кәр­ҙәре һәм шәхси эш­ҡыуарҙар көс һынашты. Ярыш­тар 27-35 йәшлектәр, 36-нан һәм унан өлкә­нерәк йәштәге спорт һөйөүсе ир-ат һәм ҡа­тын-ҡыҙҙар араһында үтте.

- Сочиҙа үткән Олимпия уйындарына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата уҙға­рылған сара спортҡа һөйөү, һау-сәләмәт тормош алып барыу, коллек­тивтарҙы берләштереү өсөн уҙға­рыла, - тип һүҙ башланы Һәүәләй ауыл Советы башлығы Тәлғәт Вәхитов. – Саң­ғы ярыштары менән генә сикләнеп ҡал­май, быйылдан йола итеп, 8 Март бай­ра­мы алдынан волейбол турнирын үткәреү һәм Бөйөк Еңеү көнөнә ҡарата йү­гереү буйынса эстафета планлашты­рылған.

Саңғысылар ауыл уртаһындағы быуа өҫ­төндә ярышты. Ғүмер буйы үҙ һөнә­ренә тоғро ҡалған физкультура уҡытыусыһы Йәзилә Ғә­зизова жюри итеп тәғәйен­лә­неп, еңеүсе­ләрҙе билдәләне. Призлы урын­дарҙы реаби­ли­тация үҙәге, участ­ка дауахана­һы, балалар баҡсаһы хеҙмәт­кәрҙәре яуланы. Еңеүсе­ләр­гә Маҡ­тау ҡа­ғыҙҙары һәм иҫтәлек­ле бү­ләктәр бирелде. Бына ошондай сәләмәт йә­шәү рәүешен раҫлауға ҡоролған саралар ойош­тороу отошло, айырыуса йәш быуынға фә­һем­ле. Реабилитация үҙәгендә эшләүсе 68 йәшлек Минивасиҡ Абдуллин, йәштәр ара­һы­нан шәх­си эшҡыуар Айнур Ғәл­ләмов яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, ә ҡа­тын-ҡыҙ­ҙарҙан беренселекте реа­би­литация үҙәге тәрбиә­сеһе Миләүшә Хәсә­нова, участка да­уа­ханаһы хеҙмәткәре Рәмилә Абдрафиҡовалар алыуға иреште.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тигәнде аңлапмы икән, һуң­ғы йылдарҙа бик күп яҡташтарыбыҙ спорт­ҡа бирелде, ололар ҙа, урта йәштә­геләр ҙә саңғы, коньки, велосипедты хуп күрә, кистәрен йүге­реү­селәрҙе лә күрергә мөмкин. Был саралар барса ҡырмыҫ­ҡалы­ларға өлгө булһын.



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники