-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » “Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”

“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”

Категория: Новости | 12-02-2015, 12:28 | Просмотров: 1824

“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”“Үҙемдәге барлыҡ яҡшы нәмә өсөн китапҡа бурыслымын”, – тип яҙған урыҫ яҙыусыһы Максим Горький. Ә инде француз философы Жан-Жак Руссо “Яҡшы китап күңелдәрҙе сафландыра, рухты байыта” тигән. Башҡорт халҡында ла был йәһәттән әйтелгән ҡанатлы һүҙҙәр бихисап: “Донъя ғилеме китап эсендә”, “Моңһоҙ күңелдең күрке юҡ, китапһыҙ өйҙөң ҡото юҡ”
һәм башҡалар.
Рухиәтебеҙҙе байытҡан бихисап яҙыусыларҙың тыуған төйәгенә – Ҡырмыҫҡалы еренә – аяҡ баҫҡас, ниңәлер, ошолар хаҡында уйландым. Респуб­ликабыҙҙа старт алған әҙәби марафондың нәҡ был районда башланып китеүе тиккә түгел. Һанай китһәң, бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы иң күп яҙыусы биргән төйәк булып иҫәпләнә. Мәғрифәтсе-шағир Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, прозаиктар Фәрит Иҫәнғолов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рәлис Ураҙғолов, шағирҙар Шәриф Бикҡол, Ирек Кинйәбулатов, Дилә Булгакова, Рәсих Ханнанов, Рәмил Сурағол... Был исемлекте йәнә байтаҡ дауам итергә мөмкин.
“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”Сәфәребеҙ заманында мәҙрәсәһе менән дан тотҡан Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан башланды. Арҙаҡлы ғалим, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, ошо ерҙең улы булараҡ, ҡәләмдәштәренә тыуған яғының ҡаҙаныштары хаҡында ғорурланып һөйләне:
– Белгегеҙ килһә, бындағы мәҙрәсәлә беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури уҡыған, – тине ул. – Алыҫ ара тип тормаған, белем алыр өсөн Ғафури районынан йәйәүләп килгән. Буласаҡ шағир белемдең ҡәҙерен, һүҙ көсөн, уның тәрбиәүи әһәмиәтен нәҡ ошонда төшөнгән.
Билдәле шағир Ирек Кинйә­булатов:
“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”– Ҡаҙағстандың Президенты Нурсолтан Назар­баевтың яҡын ғына туғаны ла бында уҡыған, – тип өҫтәгәс, халыҡтың йөҙөндә тыуған яғы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тағы ла артҡандай булды.
Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбе алдында урыҫ яҙыусыһы Сергей Аксаковтың бюсын күргәс, күптәр уның ауылға ниндәй ҡатнашлығы бар икән тип аптырап ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ҡасандыр Аксаковтар ошонда ер һатып алып, йорт-ҡаралты төҙөп, көн иткән. Әҙиптең балалыҡ йылдары “Детские годы Багрова-внука” китабында тасуирланған. Яҙыусы бындағы тәбиғәттең хозурлығы хаҡында һоҡланып яҙған. Хәҙер Сергей Аксаков исемен йөрөткән мәктәптә әҙиптең шул осорҙағы тормошо менән таныштырған бүлмә лә бар.
“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”Ибраһим ауылына юл тотабыҙ. Бында мәғрифәтсе-шағир, дәүләт эшмәкәре, тәржемәсе, публицист, этнограф Мөхәммәтсәлим Өмөт­баев тыуған. Ауылда 1991 йылда әҙиптең тормошона һәм ижадына арналған музей асылған. Шуға ла Ибраһимға килгән һәр ҡунаҡҡа тәү башлап ошо иҫтәлекле урынды күрһәтәләр.
“Беҙҙе Йомран иле, тиҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тиҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр...” –

тип яҙып ҡалдырған шағир тыуған төйәге хаҡында.
Яҡташтары бөйөк шәхестең рухи мираҫын ҡәҙерләп һаҡлай. Уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ауылында бюст ҡуйылған, районда әҙәби премия булдырылған. Былтыр музейҙы байытыу, заманса йыһазлан­дырыу йәһәтенән байтаҡ эш баш­ҡарылған. Бында килгән кешеләр Интернет аша башҡа музейҙар менән дә таныша ала.
Район үҙәгендә ойошторолған саралар ҙа йәнле барҙы. “Ҡырмыҫҡалы яңылыҡтары” гәзите редакцияһының яңы бинаһы асылыуы айырыуса күркәм тантанаға әүерелде. Шулай булмайса ни!
“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”– Шәп булған! Өфө журналистары ла көнләшерлек күркәм бина! – тине әҙиптәрҙең береһе.
Шулай шул! Юғиһә ҡайһы бер ерҙә, киреһенсә, ябыла...
“Беҙҙе Йомран иле тиҙәр”Заман ҡатмарлыҡтарына ҡара­майынса, матбуғат хеҙмәткәрҙәренә ошондай шарттар булдырған ха­кимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа афариндан башҡа ни әйтәһең! Ҡырмыҫҡалы районы гәзит-журналдар алдырыу буйынса алдынғы сафта. Ә бит матбуғат – әҙәбиәттең айырылғыһыҙ өлөшө.
– Әҙәби марафондың төп маҡсаты – йәш таланттарҙы табыу, ҡәләмгә тотонғандарға ярҙам итеү. Әҙәбиәттең киләсәген бөгөндән хәстәрләргә тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Яҙыусылары союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев.
Әйткән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, был көндә БДУ студенты, шиғырҙар яҙыусы Гөлназ Хәсәнованың ҡулъяҙмаһы тикшерелде. Йәш ижадсыға абруйлы әҙип­тәр кәңәштәрен бирҙе, ки­ләсәктә әҙәбиәттә үҙ һуҡмағын һаласағына өмөтөн белдерҙе.
Кис район мәҙәниәт һарайында халыҡ шығырым тулы ине. Бе­рәүҙәр күргәҙмәләр менән таныша, икенселәр китап һатып алырға сиратҡа теҙелгән, өсөнсөләр иһә танылған яҙыусылар менән иҫтәлеккә фотоға төшә, автограф алып ҡалырға ашыға...
– Илебеҙҙә әҙәбиәткә иғтибар барлығы ҡыуандыра, – тине сә­ләмләү телмәрендә район хаки­миәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. – Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы йылдарҙа йәштәр китаптан ныҡ алыҫлашты. Ә беҙҙең быуынды әҙәбиәт тәрбиәләне. Яҡшы әҫәрҙәрҙең тормошта әһәмиәте ифрат ҙур. Был йыл халыҡты белемле, зиһенле итеүгә ҙур этәргес булыр тип ышанам.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы кисәгә йәнә бер бүләген әҙерләп ҡуйған икән: Ҡыр­мыҫ­ҡалылағы китапхананы йыһазлан­дырыу өсөн 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
... Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, берәй заман Әҙәбиәт йылы ла буласаҡ, тигән. Уның әйткәндәре хаҡлығын раҫланы. Яҙыусыларыбыҙ фекеренсә, Әҙәбиәт йылы ваҡытлыса ғына булмаһын, йәмғиәтебеҙгә мәңгелеккә килһен ине. Шөкөр, йомран-табын ерендәге кеүек рухиәтте аңлаған, булдыҡлы етәкселәр бар саҡта, әҙәбиәтебеҙ йәшәр әле.



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники