-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Урал батыр вариџтары

Урал батыр вариџтары

Категория: Новости | 30-07-2010, 16:45 | Просмотров: 6270

Урал батыр вариџтары
Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусылары районыбыҙ данын яҡланы 30-3 июль көндәрендә данлы Дәүләкән еренең йәмле Асылыкүл буйында “ Урал батыр” эпосын ят тан һөйләүсе йәш сәсәндәр ҙең XII республика конкурсы үтте. Республикабыҙҙың төрлө төбәк тә ре нән килгән уҡыусылар “Тәбиғәт дуҫы” лагерында майҙан тотто. Конкурс дүрт турҙа уҙҙы: “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, сәсән дәр ижады буйынса вик то рина, эпостан өҙөк сәхнәләштереү һәм та ныш тырыу программаһы. Уҡыусылар бар лыҡ кон курстарҙы ла уңыш лы үтеп сыҡты. Кескәй генә бала ларҙың да эпосты тулы һын са яттан һөй ләп то ро уы барыһын да таң ҡалдырҙы. Дүрт көн буйы барған ярышта уҡыу сылар менән ҡыҙыҡлы осра шыуҙар үтте. “Тормош һабаҡтары” дә рес леге авторы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы, журналист-яҙыусы Мәр йәм Бураҡаева менән осрашыу береһен дә битараф ҡалдырманы. Ул туған теле беҙҙең мөһимлеге, “Урал батыр” эпосы ның бөйөклөгө тураһында һөй ләне. Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорау ҙар ға яуап бирҙе. Уҡыусылар конкурста ҡатнашып ҡына ҡалманы, рәхәтләнеп ял да итте, Асылыкүлдә һыу инде. Һәр кис ҡыҙыҡлы уйындар, дискотека ойошторолдо. Аҙаҡ ҡы көндө бар лыҡ ҡатнашыусыларҙы ла “Дуҫлыҡ усағы” үҙ янына йыйҙы. Артистар ҙа был конкурстан ситтә ҡал ма ны. Венера Юлгилдина, Иҙел Нур ғә лин һәм Илдар Абдуллин йырҙа рына уҡыусылар ҙа, уҡытыу сы лар ҙа рәхәт ләнеп бейене, күңел асты. Тәбиғәт ҡосағында барған ярыш тиҙ арала үтеп тә китте. Абруйлы жюри ағза ла ры еңеү селәрҙе билдәләп, уларға ҡим мәт ле бүләк тәр, маҡтау ҡағыҙҙары тап шыр ҙы. Еңе леү селәрҙең дә күңеле төшмәне: уларҙың еңеүҙәре алда әле. Беҙҙең район командаһы ла һынат маны. I һәм II турҙа өсөнсө урын яула ныҡ, команда маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Йыл һайын үткәрелеп килгән конкурс бы йыл да тиҙ арала үтеп китте. Ул беҙҙең күңел дәрҙә мәңгелеккә уйылып ҡалыр.

Гөлфиә Фәхретдинова,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбе уҡыусыһы





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники