
Бишауыл-Уңғар ауылының имам-хатибы Мазһар хәҙрәт Мусин был изге эште мәсет нигеҙе ҡорҙороп, иҫке мәктәптең бер мөйөшөн мәсет итеп өйҙөрөүҙән башланы. Әлбиттә, махсус проект менән башланмаған эш оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Әммә Мазһар хәҙрәттең ныҡышмалылығы арҡаһында, иғәнәселәр табылып, мәсеткә газ үткәрелде, тирә-яғы кәртәләнеп алынды.
Ауылыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға был көндө муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Баш-ҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Ҡырмыҫҡалы районы буйынса имам-мөхтәсиб Рамазан хажи Бикташев, Ҡолош ауылынан Сәғит хәҙрәт Ямалетдинов, Шайморатов ауылының имам-хатибы Әфҡәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәхитов һәм башҡа ҡунаҡтар килде.