Хеҙмәттәре менән һәйкәл ҡуйҙы үҙенә19-09-2011, 10:23 / Новости

Хеҙмәттәре менән һәйкәл ҡуйҙы үҙенәМөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған саралар ошоно тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ – XX быуатҡа тиклемге башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте, тарихы һәм ижтимағи тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған, киләсәк быуынға үлемһеҙ йәдкәрҙәр бүләк иткән, йәмғиәттең аң үҫешенә, фекерләү ҡеүәһенә көслө йоғонто яһаған ғалим, мәғрифәтсе, әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәтсәлим Өмөт­баев­тың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар районда юғары кимәлдә үтте.

Муниципаль район хаки­миәте башлығы Фәнзил Сың­ғыҙов, Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең гуманитар өлкәһе, йәштәр сәйәсәте һәм спорт үҫеше бүлеге мөдире Янур Ғәйнетдинов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, Башҡортостан Респуб­ликаһының милли-әҙәби музейы директоры Гөлдәр Мо­ратова, шағирҙар Ҡәҙим Арал­­бай, Рәмил Йәнбәк, Ирек Кинйә­бу­ла­тов, публицист, яҙыусы, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, Өфөләге “Яҡташтар” ойош­маһы рәйесе, “Тамаша” журналы мөхәррире Фәнил Ҡо­ҙаҡаев, БДУ доценты Фән­зил Саньяров, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, Башҡортостан яҙыу­сылар союзы рәйесе, яҙыусы, “Шоң­ҡар” журна­лының баш мөхәр­рире Азамат Юлдашбаев, академик Ғайса Хө­сәйенов телмәрҙәрен халыҡ ихлас ҡабул итте. “Өмөтбаев уҡыуҙары”нан һуң тәҡдим ителгән матур концерт программаһын “Далан” бейеү ансамбленең сағыу бейеүҙәре, “Ынйы”, “Бөрлө­гән”, “Шев­ле” фольклор ан­сам­блдәренең дәртле таҡ­маҡ­тары, Рәсәй Фе­дера­цияһының һәм Баш­ҡор­­тос­тан Республи­каһы­ның атҡаҙанған артисы Йәмил Әбдел­мәнов­, Э. Мулла­ғолова, А. Насиров, Ф. Яҡшы­ғолов­тар­ҙың көслө тауышы тамашасыларҙы әсир итте.
Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ҡәберенә зыярат ҡылынды. Ауылдың имам-хатибы Әнүәр хәҙрәт Садиҡов Ҡөрьән аяттарын уҡыны. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейы ихатаһында мәғрифәтсегә бюст асылды.
P.S. Тантаналы саралар тураһындағы тулы репортажды гәзи­тебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Клара ҒӘЙФУЛЛИНА.
Дим СЕРБАЕВ фотолары.


Вернуться назад