"Өмөтбаев уҡыуҙары"24-09-2012, 13:16 / Новости

"Өмөтбаев уҡыуҙары"Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбендә мәғрифәтсе, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа арналған уҡыуҙар үтте. Күләмле сарала ҡатнашыусылар шиғыр, проза, публицистик эҙләнеүҙәрҙән торған сығыштар тәҡдим итте.

Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ҡәберлегенә ҡайын ауып та, рәшәткәһе емерелмәүе хаҡында һөйләй. Был күренеште ул мәғрифәтсенең рухы һынмауы менән аңлата. "Өмөтбаев уҡыуҙары" мәғрифәтсенең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан сара күрше Бишауыл-Уңғар мәктәбендә дауам итте.

"Өмөтбаев уҡыуҙары"нда 15 яҡын ҡатнашыусы сығыш яһаны. Мәктәп уҡыусыларынан йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тиклем һәр кем арҙаҡлы шәхестең ижадын һәм тормош юлын сағылдырған ғилми эҙләнеүҙәрен тәҡдим итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, докладтар бер-береһен ҡабатланмай, һәр береһе мәғрифәтсенең киң яҡлы эшмәкәрлегенә тәрән анализ бирә.

Ибраһим ауылы халҡы данлы ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана, уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән урында аныҡ эш алып бара. 140 йорт иҫәпләнгән ауылда мәсет, мәғрифәтсенең йорт-музейы урынлашҡан. Ябай башҡорт ауылы бөйөк мәғрифәтсенеән тыш, республикаға Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүилә Хажиева, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәрит Садиҡов, летчик Фән Камалов, яҙыусы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов кеүек шәхестәрҙе биргән. Ә Өмөтбаевтар нәҫелен дауам итеүселәр фамилияларына тап төшөрмәҫкә тырыша.

Бөйөк мәғрифәтсе, тәржемәсе, публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙың сығыштары киләсәктә бер китап булып баҫыласаҡ. Тыуған ерҙе, телде һаҡлауға йүнәлтелгән сара, артабан да дауам итәсәк, тигән өмөттә ойоштороусылар.

Виде можно посмотреть тут http://tv-rb.ru/bash/news/2012-09-22/m-tbaev-u-yu-ary/19483

Азат Ғәлиуллин


Вернуться назад