-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Туй йолаһы (Сценарий на башкирском языке)

Категория: Сценарий | 6-11-2009, 14:23 | Просмотров: 4293

Кеше яҙмышындағы иң мөһим, күркәм байрам-туй байрамы.
Ләкин ваҡыт үтеү менән боронғо йолаларыбыҙ тәртиптәре лә заманалар ағышында онотола, үҙгәрә бара. Ә халҡыңдың тарихи ғөрөф-ғәҙәттәрен , быуаттар буйы формалашҡан йолаларын һанға һуҡмау, йәиһә боҙоу, милләтебеҙ алдында үҙе бер ғонаһтыр.

Хәкимйән Хәйҙәров
Туй йолаһы
Сценарий


Беренсе күренеш. Сәхнәлә тәбиғәт күренеше. Шаршау асылғанда сәхнә моңға күмелә: ҡош тауыштары, кәкүк һәм шишмә сылтырауы ишетелә. Шул ваҡыт, бәрәс эҙләп, аҡланға бик һылыу бер ҡыҙ сыға һәм бәрәсен эҙләп һамаҡлай.
Ҡыҙ: Бәрәскәй, бәрәскәй, бәрәскәй ҡайҙа ғына булды икән бәрәскәйем? Бигерәк бәләкәй шул, бүре ауыҙына ғына эләкмәһә ярар ине тим.
Ҡыҙ эҙләнә, Тирә-яғына ҡаранып бәрәс эҙләй. Ҡыҙҙың тауышын ишетеп көтөүсе егет сыға. Тын ғына бер аҙ күҙәтеп тора, ҡыҙға бер ҡарауҙан ғашиҡ була.
Ҡыҙ янына килеп, уны сәләмләй.
Егет: Һауғынамы һылыуым!
Ҡыҙ тертләп китергә ашыға. Егет уның ҡулдарынан һаҡ ҡына эләктереп ала.
Егет:Әллә ҡурҡтың инде?

Скачать полный текст сценария tui.doc [89,5 Kb] (cкачиваний: 201)



Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники