-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Үткәне – данлы, бөгөнгөһө - яҡты, киләсәге - өмөтлө

Үткәне – данлы, бөгөнгөһө - яҡты, киләсәге - өмөтлө

Категория: Школа | 27-09-2011, 09:16 | Просмотров: 2896

Үткәне – данлы, бөгөнгөһө - яҡты, киләсәге - өмөтлөСарала муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, яҙыусы, публицист, филология фәндәре докторы, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире Тимерғәле Килмөхәмәтов, БДУ доценты Фәнзил Саньяров, яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән консультанты Рәшит Низамов, шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов, район мәғариф бүлеге мөдире Әлфир Сабиров, “Башҡортостан” йәмғиәте директоры Фәһим Ямаев, Һәүәләй ауыл биләмәһе ауыл Советы башлығы Тәлғәт Вәхитов, Һәүәләй участка дауаханаһынаң баш табибы, райондың маҡтаулы гражданины Рим Әхмәров ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Бишауыл-Уңғар мәктәбенең балаларға белем һәм тәрбиә биреү буйынса һәр ваҡыт юғары уңыштарға өлгәшеүен билдәләп үтте.
«Мәктәп» ауылды йәшәтеүсе, уны алға, яҡтылыҡҡа әйҙәүсе усаҡ. Был юбилейға ул бик күп ауырлыҡтар, шатлыҡтар аша килде. Фиҙакәр хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм, - тине Фәнзил Фәйез улы үҙ сығышында һәм мәктәпкә интерактив таҡта бүләк итте.

- Мәктәптән байтаҡ күренекле шәхестәр сығыуы күп нимә хаҡында һөйләй. Был мәктәп бер ваҡытта ла үҙ дәрәжәһен төшөрмәҫ, тигән ышаныста ҡалам. Белем усағы гөрләй икән, тимәк ауыл йәшәйәсәк. Киләсәктә был мәктәп базаһында башҡорт гимназияһы ойошторолһа бик яҡшы булыр ине, & тине Артур Сурин һәм башҡорт теле кабинеты бүләк итте.

Һәр сығыш яһаусының телмәрендә юбиляр мәктәптең ҙур ҡаҙаныштарға ирешеүсе белем һәм тәрбиә усағы булыуы, район тормошонда ҙур роль уйнауы тураһында һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте һәм ихлас ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре,изге теләктәр яңғыраны. Мәғариф министры урынбаҫары Артур Суриндың ауылда башҡорт гимназияһы ойоштороу хаҡында тәҡдимен барыһы ла хупланы. Уны район балалары өсөн рухи-мәҙәни усаҡ булыр гимназия-интернат итергә һәм Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемен бирергә тәҡдим ителде.

Сығыштар район Мәҙәниәт һарайы һәм ауыл мәҙәниәт йорто әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Мәктәптең алдынғы уҡыусылары Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Интерактив таҡтала күрһәтелгән мәктәп эшмәкәрлегенең төрлө йылдарын һәм миҙгелдәрен сағылдырыусы фотоһүрәттәр кисәге мәктәп уҡыусыларын алыҫ хәтирәләр иленә алып инде.

Эйе, үткәне данлы, бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө Бишауыл-Уңғар мәктәбенең. Уға артабан да балаларға сифатлы белем, әхлаҡи тәрбиә биреүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе усаҡ булырға насип булһын.

Эльнара АБАКАЧЕВА.
Дим СЕРБАЕВ фотолары.


Фото с мероприятия можно посмотреть в фотогалерее



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники