-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » ӘРМЕЛӘРГӘ КИТЕП... (Ватанды hаҡлаусылар көнөнә арналған концерт-тамашаға сценарий)

ӘРМЕЛӘРГӘ КИТЕП... (Ватанды hаҡлаусылар көнөнә арналған концерт-тамашаға сценарий)

Категория: Сценарий | 21-02-2011, 11:15 | Просмотров: 9045

Ҡатнашалар:

Ишморат Илбәков – сержант.
Вәлит Илембәтов – ябай hалдат, hуңынан майор.
Вәхит Хызыров – «силғау», hуңынан ефрейтор.
Рәсүл Ҡарабулатов
Вилдан Яруллин
Фәдис Fәниев hалдаттар
Мәхмүт Нәҙершин
Заhир Байыҡ
Сәхнә артындағы текстарҙы Әхтәм Әбүшахманов уҡыhа hәйбәт (»Во») булыр.


Сәхнә ҡараңғы. Видеопроекторҙа – видеокадрҙар. Яйлап ҡына таң атҡаны беленә, ҡояш күренә. Ауыл күренеше. Әтәс ҡысҡыра, hыйыр мөңрәй, бесәй мыяулай, эт өрә...
Сәхнә артында мәжлес йырҙарынан башҡа тауыштар ишетелә башлай: «Һау булығыҙ», «Имен йөрөгөҙ!», «Һеҙҙе көтәбеҙ», «Илеңә лә, нәҫел-ырыуыңа ла ҡыҙыллыҡ килтермә, улым».
Сәхнә яҡтыра бара. Сәхнә түрендә – Рәсәй Армияhы байрағы. Койка-ултырғыстар. Костер. Артҡы планда – танк, корабль, вертолет, ҡыҫҡаhы, Армияның булмышын, көслөлөгөн hүрәтләгән күренештәр булыуы мөмкин.
Сәхнә яҡтыра барғанда залға еңелсә, ауылса кейенгән (берәүҙең куфайкала булыуы мотлаҡ) егеттәр килеп сыға. Сәхнә артында текст уҡығанда улар тамашасыларҙы ҡосаҡлап хушлаша, йәнәhе Армияға китеүҙәрен белдерә.
Сәхнә артынан текст (Әхтәм Әбүшахманов):
– Илгә яу килгәндә лә, hил-тыныс мәлдәрҙә лә изге бурыс булып hаналған хеҙмәттән башҡорттар бер ҡасан да ситтә ҡалмаған. Бөтә ауыл – оло-ҡарты, ир-заты, бисә-сәсә, әбей-hәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән төшөп, түштә шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-саға, береhе ҡалмай буласаҡ ил hаҡсыларын хеҙмәткә оҙатыуға йыйылған.
Хеҙмәткә оҙатҡанда әбей-hәбейҙәр китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булhын тип, тегер еп биргән; бисә-сәсәләр, күкрәктәрегеҙгә зәhәр уҡтар теймәhен тип, уландарҙың түштәренә тәңкә теккән, ҡыҙ-ҡырҡын егеттәргә сер hаҡлаусы булығыҙ, тип, нағышлы янсыҡтар биргән, ә әсәләр, улдарына hыныҡ икмәк тешләтеп, ейер ризығың тыуған йортоңа иҫән-hыу алып ҡайтhын, улым тип, тешләнгән икмәкте hандыҡ төбөнә hалып ҡуйыр булған.
Егеттәр сәхнәгә күтәрелә – 8-лә. «Матростар бейеүе» кеүек еңелсә, ләкин шул уҡ ваҡытта шаян бейеү башҡарыла. Унда hалдатҡа китеүсе егеттәрҙең ил hаҡларға әҙер булыуы ла, тыуған ерҙе ҡалдырып китеү hағышы ла сағылырға тейешле. (Заhир Байыҡтың бындай шәп бейеү hалыуына ышанам).
Бейеү тамамланыр алдынан – сәхнә артынан текст:
– Әрмегә китә, хеҙмәт итә,
Ир-балалар, инде хушығыҙ.
Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп
Иҫән йөрөп ҡайтhын башығыҙ.

Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап
Урал ашып әрме китерhеҙ.
Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай
Күҙкәйҙәрҙе талдырып көтөрбөҙ.

Атҡайҙарға менеп әрме киттегеҙ,
Аҡлағыҙ ҙа иткән антығыҙ.
Тәңкәләр ҙә төҫлө сылтырашып,
Шат көлөшөп еңеп ҡайтығыҙ.
Ете егет сыға. Фәдис Fәниев йырлай. Йыр «Һау булығҙ, беҙ китәбеҙ».
Йыр тамамланғас сәхнә ҡараңғылана. Сәхнәгә сержант (И. Илбәков) сығып баҫа. Ут уға төшә. Был арала hалдаттар (Ф. Fәниевтан башҡа, әлбиттә, ул кейенеп өлгөрмәй; В. Илембәтов та булhын, ул hуңғараҡ прапорщик йә майор булып йөрөйәсәк) йә карауатта яталар, йә кейенеп ҡуйған булалар.
Сержант (ҡулында шырпы hыҙа). Рота, подъем! Беренсе взвод теҙелергә!
Һалдаттар карауаттан тора. Кейенәләр. Стройға баҫалар: кемдеңдер силғауы сығып тора, кемдер фуражкаhын дөрөҫ кеймәгән, кемдеңдер төймәләре дөрөҫ эленмәгән, ҡыҫҡаhы, тәртипhеҙлек.
Сержант: По-порядку рассчитась!
Һалдаттар : «Раз», «Два»
h.б. Силғауы сығып торған hалдат (ул Вәхит Хызыров) яңылыша.
Сержант: Бер аҙым алға!
Теге сылғауына эләгеп (йә икенсе кеше баҫҡанмы) йығылып китә. Йығылғанын белдермәҫ өсөн, тиҙ генә «отжимание» яhай башлай.
Сержант: (ҡарап-ҡарап тора ла) Салага, мин әле hиңә отжимание эшләргә бойорманым.
«Сылғау» hикереп смирно тора!
Сержант:Упор лежа принять! Отставить ! ( Был hүҙҙәрҙе 2–3 тапҡыр ҡабатлай. «Силғау» ята ла тора, ята ла тора.)
Сержант: Яра, етәр. Гражданкала hәйбәт «заниматься» иткәнhең! Әллә өйләнгән инде... Стройға баҫ!
«Силғау» стройға баҫа. Сержант ҡулына ҡағыҙ ала. (Ҡағыҙҙы итек эсенән ала)
Сержант: Тә-әк! Шәйәхмәтов!
1-се hалдат: (Заhир Байыҡ) Мин!
Сержант: Тә-әк! Юморсатирилембәтов! (Дамтузкорольвәлитов)
2-се hалдат: (В. Илембәтов) Мин!
Сержант: Ну, hинең фамилия!
3-сө hалдат: Мин!
Сержант: Молчать, аңра!
4-се hалдат: Мин!
Сержант (5-се hалдатҡа): Ә hин кем?
5-се hалдат: (Мәхмүт Нәҙершин) Нәҙербәҙерпошелнафиҡов.
Сержанттың күҙе аҡая ла, 6-сы hалдатҡа тотоноп, «ғорҫ» ауып китә. Тәүге дүрт hалдат сержантты күтәреп сығып китә. Музыка башлана, 6-сы hалдат йырлай, уға 5-сеhе ҡушылырға, йәғни дуэт булыуы мөмкин. (5-се hалдат йырламаhа, аптырап баҫып тора ла сәхнәнән сыға, йә сержантты күтәреүселәр менән бергә сыға, ә 6-сы hалдат «Совсем один, совсем один» тип грузинса бейеп йырлап китергә мөмкин).Моғайын, Вилдан Яруллин йырлар.
Йыр тамамлана. Сәхнә ҡараңғылана. 6-сы hалдат hаман сәхнәлә ҡала. Ут уға төшә. Бер hалдат йүгереп сыға.
Һалдат: Йүгерҙек. тегендә бәтәhе лә ант ҡабул итә, ә hин бында мөңрәп йөрөйhөң.
Сәхнә артында текст:
– Әүәле бер кеше булған. Ул гел «Валлаhи-билләhи, ана ҡояш, бына икмәк, күҙем сыҡhын – ант», – тип йөрөгән. Һулыу ҡайып күҙе менән ант иткән. Шул кешенең утынға барғанда күҙенә ботаҡ инеп киткән, күҙе сыҡҡан. Башҡорт аҡыл эйәләре: «Боҙолған анттың ҡоhоро тейә, бушҡа ант итмәгеҙ, ант иткәс, уны тоторға кәрәк», – тигәндәр. Ил алдында биргән антығыҙға тоғро ҡалаhығыҙ, ил улдары! Илегеҙ ҡәҙерләр, рух-намыҫығыҙ таҙа булыр!
Сәхнә яҡтыра. Һалдаттар Рәсәй байрағы янына теҙелә. Таҙалар, бөтәhе лә тәртиптә, егеттәр етди. Бер hалдат байраҡ үбә. Ҡалғандары ошо hүҙҙәрҙе ҡабатлай: Мин, Рәсәй Федерацияhы гражданы, Тыуған илем алдында ант итәм. (Присяганы мин белмәйем)
Ант итәм, ант итәм, ант итәм...»
Һуңғы hүҙҙәрҙе әйткәндә hалдаттар тауышы әкренәйә бара, әкренәйә бара. Һәм шул ваҡытта музыка башлана. «Ҡарауанhарай» егеттәре рухлы йыр башҡарырға тейеш. (Айырым, йә дуэт, йә трио).
Сәхнәгә бөтә егеттәр ҙә сыға. Һалдаттар – Р. Ҡарабулатов, В. Ярмуллин, З. Байыҡ, М. Нәҙершин, Ф. Fәниев – теҙелеп баҫҡан. Ефрейтор В. Хызыров полит-занятие алып бара. Ситтәрәк ҡорhағын киреп сержант И. Илбәков йөрөп ята. Өҫтәл артында, йә карауатта майор В. Илембәтов ултыра.
Ефрейтор: Миңә майор ҡушты. Тарихтан белемегеҙҙе тикшерәбеҙ. Һалдат hәр өлкәне яҡшы белергә тейеш. Тәк, рядовой Нәҙербәҙерпошелнафиҡов, әйт әле миңә, Измаилды кем алған?
Нәҙершин (ҡурҡып китеп, тирә-яғына, иптәштәренә ҡарана). Белмәйем, мин алманым! Бәлки, Карабулатов алғандыр!
Ҡарабулатов: Юҡ, юҡ мин алманым (тубыҡланып, ефрейтор алдына килә) Ан итәм, мин алманым.
Ефрейторҙың күҙе аҡая, күҙлеге төшөп китә. Һалдаттарға ҡарап-ҡарап тора ла, сержантҡа йүгереп килә.
Ефрейтор: Күҙ алдына килтерәhегеҙме, иптәш сержант; Измаилды кем алған тип hорағайным, hалдаттар шуны ла белмәй, мин алманым тип таналар ишшеү.
Сержант (ҡулын ефрейторҙың яурынына hалып): Йә, улай уҡ борсолма. Улар бит hалдаттар, йөрөтөр-йөрөтөрҙәр ҙә ҡайтарып бирерҙәр.
Ефрейтор тағы ла аптырай. Ауыҙ асыҡ, күҙлеген сисеп hөрткөләй. Аптырап тора-тора ла майорға бара.
Ефрейтор: Иптәш майор, беләhегеҙме hалдаттарға, Измаилды кем алды тип hораhам, алманыҡ тип таналар, сержантҡа был турала hөйләhәм – уныhы кире бирерҙәр тип тынысландырҙы. Был нисек була инде? Измаилды кем алғанын да белмәгәс...
Майор: Ә ниндәй взвод ине был?
Ефрейтор: 1-се взвод.
Майор: О–hо–hо–оо, 1-се взвод тиhең инде. Юҡ. Улар алғас кире бирмәҫтәр. Уверен, бирмәҫтәр...
Ефрейтор бөтөнләй аптырай. Иҫерек кеше кеүек, болғанлай-болғанлай hалдаттар алдына килә.
Ефрейтор: (Ыҡ-мыҡ килә) Измаилды белмәнеләр (үҙ-үҙенә), бәлки ябайыраҡ hорау биреп ҡарарғалыр. Тә-әк, рядовой Яруллин, нимә ул Тыуған ил?
Яруллин: Э–э–э (тирә-яғына ҡарана).
Ефрейтор : Ултыр, наҙан!Тыуған ил – ул hинең әсәйең. Рядовой Fәниев, hин нисек уйлайhың, нимә ул Тыуған ил?
Fәниев: Тыуған ил, Тыуған ил... (уйланып тора, шунан яуап тапҡанына hөйөнөп) Тыуған ил ул – Яруллиндың әсәhе.
Ефрейтор: (күҙе аҡая, ныҡ асыуланып Fәниевҡа ҡарап) Тыуған ил ул – hинең дә әсәйең. Рядовой Шәйәхмәтов, әйт шуларға, нимә ул Тыуған ил?
Шәйәхмәтов (hөйөнөп «смирно» баҫа. Шартлатып яуап бирә): Тыуған ил ул – Яруллин менән Fәниевтың әсәhе Тимәк, улар бер туғандар.
Ефрейтор «дөп» итеп ултыра төшә. Бөтәhе лә ҡатып туҡтап ҡала. Ефрейтор яйлап ҡына тора ла, аптыраған ҡиәфәттә зал алдына килә hәм «Санта–Лучия» арияhын башҡара. Был ваҡытта ҡалған егеттәр сәхнәлә ҡала (кемдәрҙер костер янында hүҙ алып бара, кемдер хат яҙа, кемдер тәмәке тарта, көнбағыш сиртә h. б.)
Йыр тамамлана. Сәхнә ҡараңғылана. Костер яҡтыhы ғына hиҙелә. Һиллек. Ҡоштар сутылдағаны, Саҡ менән Суҡ саҡырыуы ишетелә. Йондоҙҙар күренә. Ҡыҫҡаhы, тыныслыҡ. Һәм... ҡапыл (тамашасы тертләп китергә тейеш) тревога: әсе тауыш, сәхнәлә «мигалка» уйнай.
Һалдаттар йүгерешә башлай. Автомат атҡан, пуля hыҙғырған, снарядттар шартлаған тауыштары ишетелә. Видеопроекторҙа Чечня hуғышы күрhәтелә. Заhир Байыҡтың «Һағындыңмы, әсәй» йырын башҡарғанда видеопроекторҙа был йырҙың клибын күрhәтергә була. Шулай уҡ егеттәр hуғыш сәхнәhен сәхнәләштерә ала. Уларҙың береhе «hәләк» булырға тейеш.

Йыр алдынан сәхнә артынан текст:
– Һуғыш... Айырым милләт кенә түгел, бөтә кешелек өсөн бынанда оло фажиғә булырмы? Чечен Республикаhында барған мәғәнәhеҙ hуғышта 274 Башҡортостан егетенең ғүмере өҙөлгән, 75 ир-егет ғәрип булып ҡалған. Бик үкенес... Етем ҡалған сабыйҙарҙы, тол ҡалған ҡатындарҙы, ғәзиз улдарын юғалтҡан ата-әсәләрҙе ниндәй hүҙҙәр менән йыуатырбыҙ икән?
Хушлашыу hәр саҡ шом ҡуҙғата,
Хушлашыу йөрәкте hыҙлата;
Бар ауыл, бер булып, йыйылып,
Һалдатты Кавказға оҙата.

Ҡатындар ҡара шәл урана,
Керпектәр йәштәргә сылана.
– Мәңгегә китмәйем бит, әсәй,
Әйләнеп ҡайтырмын, илама!

... Китте лә эләкте тамуҡҡа,
Булды ул Ачхойҙа, Бамутта.
Һәм бына әйләнеп тә ҡайтты,
Ҡайтты тик ҡурғашлы табутта.

Һәр hуғыш тик нәфрәт уята,
Ҡорбандар йөрөкте hыҙлата.
Бар ауыл hөлөктәй егетен,
Зар илап, ҡәбергә оҙата.
Һәр hуғыш тик нәфрәт уята... (Марат КӘРИМОВ).

Йыр тамам. Сәхнә тулыhынса яҡтыра. Һалдаттар моңhоу килеш ҡала. «Үлгән» егет яңынан «терелә». Сержант И. Илбәков алға табан килеп ҡурайҙа халыҡ йыры (мотлаҡ) уйнай. Һалдаттар уйланып ултыра. И. Илбәков халыҡ көйөнән талғын ғына дәртле көйгә күсә, егеттәр яйлап алға килә hәм таҡмаҡтар әйтешә башлайҙар. Ҡурайға музыка ҡушыла.
1-се hалдат: (М. Нәҙершин)
Майор, сержант hәм башҡаға (төртөп күрhәтә)
Мин hоҡланып ҡарайым.
Армияға барыуымды
Бик ҙур бәхет hанайым.
2-се hалдат: (В. Хызыров)
Батыр hалдат поста тора,
Үткер уның күҙҙәре. (күҙлегенә күрhәтә)
Һаҡ булырға өйрәтә бит
Батша Путин hүҙҙәре.
Был ике hалдат етдиерәк йырлай.
4-се hалдат: (Бындағы хәл миңә ҡағылмай, тигән төҫлө, вайымhыҙ) (Р. Ҡарабулатов).
Что такой, безобразие,
Кейәү сыҡмай ҡыҙҙарға
Магазинға бочка килгән
Ҡарт ҡыҙҙарҙы тоҙларға.
3-сө hалдат: (Ф. Fәниев).
Һикереп менә, hикереп төшә,
Миндәй егет аттарға. (Күкрәк ҡаға)
Байраҡ үбеп анттар бирҙек
Тыуған илде hаҡларға.
5-се hалдат: (Заhир Байыҡ).
Ана килә автомобиль,
Тейәгәндәр шинелдәр.
Беҙ барабыҙ армияға
Күтәренке күңелдәр.
4-се, 5-се hалдаттар ҙа етдиерәк. Тағы алға 4-се hалдат сыға, hаман да вайымhыҙ ғына.
4-се hалдат: (Р. Ҡарабулатов)
Әйҙә, ҡыҙҙар, hыу буйына,
Ҡурай тартып, эхем-эхем, бейербеҙ.
Әсәң: «Ҡайҙа барҙың?» – тиhә,
«Ҡаҙ эҙләнем», – тиерhең.
6-сы hалдат: (В. Яруллин)
Урманығыҙ бик hирәк,
Гөрләп үҫә тал-тирәк.
Армияла хеҙмәт итә
Илде hөйгән йәш йөрәк.

Алға майор (В. Илембәтов) сыға. Бөтәhе лә»смирно» тора.
Майор: (В. Илембәтов)
Утҡа индек, күктә остоҡ,
Яуҙа еңгән батырбыҙ.
Меҫкен Рәсәй Армиянан
Орден алып ҡайтырбыҙ. (Кеҫәhенән үҙенә ҙур миҙал алып, түшенә ҡаҙай).
Тағы ла алға вайымhыҙ ғына 4-се hалдат сыға.
4-се hалдат: (Р. Ҡарабулатов)
Әсәкәйем, аш бешерhәң,
Әҙ бешермә, күп бешер;
Шул ашыңды ашағанда
Мине (лә) иҫеңә төшөр.

Сержант: (И. Илбәков) (ҡапыл ҡурай уйнауынан туҡтай ҙа) Нимә, тиhең? Аш, тиhең.
Һеҙҙең hурпа hурпа мени,
Беҙҙең hурпа вәт hурпа!
Ҡалаҡ болғап ит тапмаhаң,
Бары овсяной бутҡа.
Бөтәhе бергә (hалдаттар бөтәhе лә кеҫәләренән ҡалаҡтарын алып ялайҙар)
Ваҡыт етте ҡалаҡтарҙы
Шаҡылдата башларға.
Дуҫ-туғандар, ял итегеҙ,
Ә беҙ киттек ашарға.
Майорҙан башҡа бөтәhе лә теҙелеп hалдаттарса марш менән сәхнәнән сыға.
Майор микрофон янына килә: Всем встать! Бөтәгеҙ ҙә кафене штурмлауға шагом марш! Һеҙгә – 10 минут ваҡыт!
Беренсе бүлек тамам.

Сценарий на башкирском языке




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники