-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Ҡарға бутҡаһы йолаһына сценарий (на башкирском языке)

Ҡарға бутҡаһы йолаһына сценарий (на башкирском языке)

Категория: Сценарий | 29-12-2010, 20:43 | Просмотров: 11206

Йыл һайын яланда үткәрелә торған йола байрамы.
Йәмле май башы. Ишек алдында егелгән ат тора. Өйҙән байрамға алып бара торған әйберҙәрҙе ташып арбаға һалабыҙ.
Өләсәй (арбаға әйберҙәрҙе йүнәтеп һала

Атым егелгән, әҙер.
Ҡырға китәбеҙ хәҙер.
“Ҡарға бутҡаһы” көтә,
Һый бөтәһенә етә.
Оло ҡаҙан аҫырбыҙ.
Етерлек һыуын һалырбыҙ.
Бутҡаға һәр кем туйыр.
Ҡыҙым, сүмес,бешкәктәрҙе һалығыҙ!

Өйҙән милли кейем кейгән ҡыҙ сүмес,бешкәктәрҙе тотоп сыға.
Өләсәй балаларға йомаҡтар әйтә ә балалар йомаҡтың яуаптарын әйтәләр.

Өйҙән малай сыға. Ул тоҡ менән ярма алып сыға.Балалар һәм өлкәндәр арбаға тейәләләр.

Өләсәй:

Бутҡалыҡтар тейәлде,
Арбала батман майым,
Тоғом ярмаһы менән
Сәй алдым,тоҙҙо һалдым.
Сәйнүк, ҡалаҡтар әҙер.
Изге сәғәткә
Киттек байрамға хәҙер.
Күмәс бар күмәк көстән,
Ҡайтып етербеҙ кискә.

Яланға барып еткәс, арбанан кәрәк-яраҡтарҙы бушаталар. Балалар ҡуҙғалаҡ, йыуа алып киләләр. Ауыҙ асырға йыйыналар.

1-се әбей Килеп еттек яланға,
Сәләмләйек ер-һыуҙы.
Имен-аман йәшәнек,
Бына тағы йыл уҙҙы.
Ҡабатлағыҙ , балалар,
Күтәрегеҙ ҡулдарҙы:
-_Рәхмәт ,айым ,нурҙарыңа,
Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа.
Рәхмәт,шифа биргән һыуым,
Ҡаныр тағы һыуһыным.
Йомшаҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,
Ямғыр һыуын килтер беҙгә.
Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,
Һыйҙарыңды тәтей ирен.

(һәр юлды балалар ҡабатлай).

2-се әбей Йәгеҙ әле балалар,
Ауыҙ асып алайыҡ.
Яңы үлән-яңы аш
Ауыҙыбыҙға һалайыҡ.

Балалар: Иҫке ҡорһаҡ-яңы аш,
Иһ-һа-һа-һа-һа=һа.

(бөтәһе лә ҡуҙғалаҡ,йыуанан ауыҙ итәләр).
1-се бала Йәшел һарайға барҙым,
Йәшел таяҡтар алдым.
Услап-услап алдым да
Тоҡсайға уны һалдым.

Балалар: Былары инде йыуалар,
Һыуҙа битен йыуалар.
Йыуа аша яҙ башы
Ауырыуҙарҙы ҡыуалар.

2-се бала: Әскелт-әскелет тәмлекәй,
Бөртөкләп кенә ҡабам.
Ҡымыҙ тәме телемдә,
Шәкәр тәмен дә табам.
Йыйҙым уны юрғалап,
Был нимә ул?

Балалар: Ҡуҙғалаҡ.


3-се бала Һап- һары сәскә ата
Сәскә атыуға ҡата.
Йыйҙым уны иртәрәк,
Ул шулай һәйбәтерәк.
Ҡаптым-ҡаптым ҡаптырҙы...
Балалар: Ҡаҡы һыуһын ҡандыра.
Әсәй: Балалар уйнаһындар,
Тик кенә тормаһындар.

Бер бала: “ Һөйөнсе! Һөйөнсе! “-тип югереп килә.
Әбейҙәр: -Һөйөнсе! һөйөнсе!
Һөйөнсегә ҡолағың!
Бала: Һөйөнсе! һөйөнсе!

Әбейҙәр: Ауыҙыңа бал да май!

Бала: Килде таҡмаҡсы әбей,
Таҡмаҡ әйтә лә бейей.
Уның әйткән таҡмағына
Беҙҙең күңелдәр ирей.
Таҡмаҡсы әбей инә. Уны бөтәһелә:”Әйҙүк,хуш киләһең!”- тип ҡаршы алалар.

Таҡмаҡсы әбей: Ҡотло булһын байрамдар,
Тәмле булһын айрандар!
Таҡмаҡ әйтеп бейеп китһәк,
Бөтә кеше хайрандыр.

Әбейҙәр бер яҡ ситтә ҡаҙан аҫып ,бутҡа бешерә башлайҙар. Аш-һыу: ҡурмас, ҡымыҙ, талҡан, көлсә,ҡабартма әҙерләйҙәр.Ҡыҙҙар 5-әр кеше булып “Сылбыр” бейеүен бейейҙәр. “Байыҡ” таҡмағы әйтелә. Малайҙар бер яҡ ситтәрәк уйнайҙар.


Таҡмаҡсы әбей таҡмаҡтары.

Ай-һай ,ҡыҙыл бирсәткә
Ҡулдарында булһасы.
Ай- һай ,ҡыҙҙар уйыны
Иртә лә кис булһасы.

Бейер әле,бейер әле,
Бейер әле оҫтараҡ,
Тағы бейер ине оҫтараҡ,
Бер аяғы ҡыҫҡараҡ.

Иҫке шырпы ҡабы,
Яңы шырпы ҡабы,
Төш тә бейе,төш тә бейе,
Таҡмаҡ әйтербеҙ тағы.
Балалар икенсе юлдарҙы ҡабатлап йырлайҙар.
Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырлатып,
Әйләнәбеҙ беҙ бергә.

Ҡыҙҙар теҙелешеп ҡубыҙ сиртәләр. “Ҡубыҙ” йыры башҡарыла.
Бдин-бдиң, бдин-бдиң,бдин-бдиң.
Ялтлап тора ҡубыҙҙар,
Сиртә ҡубыҙ бармаҡтар,
Бейеп китә аяҡтар.

Бдин-бдиң,бдин-бдиң,бдин-бдиң.
Ҡубыҙ сиртә бармаҡтар.
Ҡыҙҙар ҡумыҙ сирткәндә,
Талмаһындар аяҡтар,
Йүгереп торһон бармаҡтар.

Өләсәй: Был байрамға килгәндәр
Етем ҡалған балалар.
Бүләк бирәбеҙ уларға
Халҡымда бит йола бар.

Уртаға йә атаһы,йә әсәһе булмаған балалар саҡырыла. Алдан әҙерләнеп
Ҡуйған бүләктәр бирелә. Инәйҙәр ,теләк теләп ,балаларҙың баштарынан һыйпайҙар.

1-се әбей: Балам, балдай татлы бул,
Фәрештәле ғүмер ит.
Тәүфиғеңде юғалтма,
Бәхет килер, тырыш, көт.
2- се әбей Туғыҙҙан үр сәсеңде,
Туғыҙ бәхет килтерер
Иртә таңда бәхет һора,
Фәрештәләр еткерер.

Өләсәй ( бутҡа болғата, үҙе йырлай) .
“Буғыр-буғыр” бутҡаһы,
Бутайһы ла, бутайһы!
“Ҡарға бутҡаһы” беште,
Онотманым бер эште:
Һиптем иләнгән онтаҡ,
Бутҡаның өҫтө ап-аҡ.
Инде серен белдеңме?
Йотоп ҡуйма телеңде.


1-се әбей Килегеҙ әле, ҡыҙҙар,
Бутҡа һоҫоп бирәбеҙ.
Малайҙарҙы һыйларға
Һеҙҙе беҙ ебәрәбеҙ.
Ҡыҙҙар югерешеп килә, улар “Буғыр бутҡа” уйынын уйнайҙар.Ҡара-ҡаршы баҫып башҡаралар.
Бутыр-бутыр бутҡа бешә,
Уртаһына май төшә.
Килгән ҡунаҡ беҙгә төшә,
Беҙҙә тәмле бутҡа бешә.
Их, тәмле еҫе бутҡаның
Таралды урман, ҡырға.
Бутыр-бутыр бутҡаһы
Һалды өләсәй йырға.

2-се әбей Аштау тулы бутҡа һалдым,
Бутҡағыҙ тәмле булһын.
Бутҡа ашаған малайҙар
Бөтә эштәрҙә уңһын.

Ҡыҙҙар югереп барып малайҙарҙың алдына бутҡа ҡуя.ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешәләр.

Ҡыҙҙар: Эй,малайҙар, малайҙар,
Кәгез генә малайҙар.
Бутҡа ашап үҫегеҙ,
Артһын һеҙҙең көсөгөҙ.

Малайҙар: Батыр булып үҫербеҙ,
Киң булһын күңелегеҙ.
Ах, ниндәй егеттәр тип,
Ҡыҙыр әле күҙегеҙ.

Ҡыҙҙар: Эй, малайҙар, малайҙар,
Түбәләге ҡалайҙар,
Бутҡаларын ашап бөткәс,
Табаҡ төбө ялайҙар.
Малайҙар: Әле бутҡа ҡапманыҡ,
Бутҡала май тапманыҡ.
Майһыҙ бутҡа ашап булмай,
Сеүәтәне ҡаплайыҡ.
Ҡыҙҙар йүгереп май алып киләләр.

1 се ҡыҙ: Теләһәгеҙ- күбек май.
Бутҡағыҙға- һары май.
Майлы бутҡа ашағандар
Йыр- бейеүгә арымай.
Ҡыҙҙар,әбейҙәр ултырышып бутҡа ашай

Өләсәй: Был табында ниҙәр бар?
Ҡурмас, талҡан,ҡымыҙ бар.
Ҡыҙҙар, һеҙгә өйрәтәбеҙ,
Ныҡ ҡарағыҙ, йыбанмай.

“Ҡымыҙ” бейеүе башҡарыла.Бейегәндә “ҡыу-ҡыу-ҡыу” тигән дәртләндергес һүҙ әйтелә.

Өләсәй: Һикерәңләп тау буйлап
Малайҙар ҡайтып китте.
Хәҙер инде, ҡыҙҙарым,
Теләк теләр мәл етте.
Уҡымышлы инәйҙәр
Намаҙ уҡырға китте.
Теләк теләргә ҡалдыҡ,
Фатихаларын алдыҡ.
Ҡыҙҙар теҙелешеп ултыралар. Әбейҙәр- уртала. Берәм-берәм теләк теләйҙәр.Теләк теләгәндә улар “иларға” тейеш.

1- се әбей: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе йылға ошо ерҙә
Йыйылайыҡ тағы бергә.
Хәйер-саҙаҡа бирәйек,
Изге теләктәр теләйек.
Бар булайыҡ, бай булайыҡ,
Татыу,рәхәт торайыҡ.
Бар булайыҡ,бай булайыҡ,
Татыу рәхәт торайыҡ.



2-се әбей: Эй, хоҙайым, һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға һыуҙар тулһын,
Балыҡтарың һыуға сумһын,
Мал тыуарҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр ишләнһендәр,
Яуыз уйлы, ҡара эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.
3-се әбей: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,
Һәммәбеҙгә етә көсөң.
Балаларың ҡыуанһындар
Изге итеп үҙенең көсөн.
Үҙ икмәген үҙе игеп,
Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,
Үҙе ашап үҙ икмәген,
Аллам, ҡабул ит теләгем,
Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.
Әбейҙәр: ( күмәкләшеп).
Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина ҡаҙабынар. Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.

Ҡыҙҙар урындарынан тороп, һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).
Ямғыр, яу,яу, яу,
Иген, үҫ, үҫ, үҫ.
Көтә һине ер,ер,
Тәмле икмәк бир,бир!
Ямғыр,яу,яу,яу,
Тауҙай иген ырҙында.
Бутҡа бешһен ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа,
Һөтлө һыйыр яланда.
Тамсы көсө болотта,
Күп яуырға онотма!
Өләсәй: Ярай, рәхмәт, балалар,
Теләктәр ҡабул булһын.
Бутҡабыҙ беште бығыр-бығыр,
Ҡарғалар көтә ығыр-ығыр.
Ҡоштар һайрай,өмөт итә,
Һәммәөһенә был һый етә.
Оло ҡатындар теләк әйтә.
Балалар шаҡый сеүәтә,
Ҡоштарға юлды күрһәтә.
Таштарға.ботаҡтарға ла,
Май яғып, бутҡа һалығыҙ
Кескәйҙәрҙе күтәрегеҙ,
Ауырыҡһығандар, ҡалығыҙ.
Бында теләк әйтегеҙ.

Оло ҡатындар таштарға-май, ботаҡтарға бутҡа һала-һала китәләр.
Килендәр йәки ҡатындар теләктәре.

Ҡоштарға.
Таш һайын май,
Таш һайын май,
Май ашаған ҡош арымай,
Бөжәк-мөжәк
Сүпләп торһон.
Урман йәмләп,
Йырлап осһон.
Балалары сыр-сыу үҫһен.
Ҡоштар татыулығы,
Йылғырлығы,
Моңлолоғо
Беҙгә күсһен,
Беҙгә күсһен!
Ҡарғаларға. Ҡарға әйтә ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р,
Һеҙгә бутҡа бар,бар.
Ботаҡ һайын боролош,
Әйҙә, ҡарға, осоп төш,
Һеҙгә һалабыҙ,һеҙгә һалабыҙ.
Ҡара-ҡара ҡарғалар.
Ығыр-ығыр ҡараналар,
Теләктәрҙә ҡалабыҙ,
Теләктәрҙә ҡалабыҙ.
Бутҡа ашап күңел ас,
Туймаһаң, үҙең ҡаҙан аҫ.
Балаларың туҡ булһын.
Балаларың ҡалһа ас,
Ҡайындарға ҡаҙан аҫ.
Ҡарҡ-ҡарҡ,ҡарға таҙ.
Өләсәй.
Ҡоштарҙан фатиха алайыҡ,
Күстәнәстәр мул һалайыҡ.
Фатиха алабыҙ рухыбыҙ
шәрифтәренән,
Амбиаларҙың рухи
Байлығынан.
Зәҡәт ғөшөр ,
зәҡәт ғөшөр,
Был изгелектәргә
Ит шөкөр кешем!




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники