-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» «Юлдаш»

«Юлдаш»

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Башҡортостан радиоһы нигеҙендә 2000 йылдың 25 сентябрендә барлыҡҡа килә. Тапшырыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҒM-йышлыҡтарҙа алып барыла. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналын Башҡортостан республикаһында, күрше өлкәләрҙә, шулай уҡ Интернет селтәре аша бөтә донъяла тәүлек әйләнәһенә тыңларға мөмкин. Тапшырыуҙар башҡорт һәм татар телдәрендә ойошторола.
Төп маҡсат – күп милләтле республиканың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо уятыу. Тапшырыуҙарҙың тематикаһы ошо маҡсаттарға ҡоролған.
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы көндәлек рубрикалар, тапшырыуҙар, радиоуйындар, конкурстар, әңгәмәләр, осрашыуҙар, музыкаль ҡотлауҙарҙан торған берҙәм аҙналыҡ тапшырыуҙар теҙмәһе буйынса эшләй. Уларҙың мәғлүмәти йөкмәткеһен яңылыҡтар хеҙмәте әҙерләгән һәм һәр сәғәт һайын сығыусы һуңғы хәбәрҙәр, һауа торошо, социаль тапшырыуҙар, тура бәйләнештә барған күңел асыу программалары тәшкил итә. Киң мәғлүмәт саралары араһында радио иң оператив сара булараҡ, уның төп маҡсаты, тәү сиратта, тыңлаусыларға ышаныслы һәм объектив мәғлүмәт еткереү.
«Юлдаш» – йыр-моң һөйөүселәр өсөн генә түгел, шулай уҡ тотош республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тормошо, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә алыштырғыһыҙ мәғлүмәт сығанағы. Радиотыңлаусылар беренселәрҙән булып төрлө төбәктәрҙәге яңылыҡтар менән таныша, теге йәки был һорауҙар буйынса етди аңлатмалар ала, белгес фекерен тыңлай. Радиотапшырыуҙарҙа күтәрелгән темалар тормоштоң һәр яғын яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Тыңлаусыларҙың йәш арауығын иғтибарға алып, беҙҙең тулҡындарҙа яңы музыкаль композициялар ҙа, радионың фондында һаҡланған йыр-моң да даими яңғырай. Күп тыңлаусылар өсөн радио артабанғы үҫеш өсөн үҙенә күрә башланғыс булып тора. Тыңлаусылар менән бәйләнеш булдырыу, даими социаль акциялар ойоштороу аудиторияның һанын арттырыу мөмкинлеге бирә.
Ижади коллективты һәләтле һәм тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр тәшкил итә. Даими эҙләнеү, яңылыҡҡа ынтылыу «Юлдаш» каналына заман менән бергә атларға, хатта тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙан алдараҡ барырға мөмкинлек бирә.
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы - киң мәғлүмәт сараһы ғына түгел, таныштырған, кәңәш биргән һәм ярҙам иткән, тимәк, үҙе үк тотош бер ижтимағи институт. Радиотулҡындарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләү мөмкинлеген ҡулланып, «Юлдаш» тормоштоң бөтә даирәләрендә лә әүҙем ҡатнаша һәм киләсәккә яңы маҡсаттар тотоп, ышаныслы үҫеш юлын дауам итә.

Беҙҙең йышлыҡтар
Архангел районы (Архангел) – 105,2
Асҡын районы (Асҡын) – 101,4
Баймаҡ районы (Баймаҡ) – 102,7
Баҡалы районы (Баҡалы) – 103,3
Балаҡатай районы (Яңы Балаҡатай) – 103,2
Балаҡатай районы (Билән) – 103,0
Белорет районы (Белорет) – 104,9
Белорет районы (Инйәр) – 106,8
Белорет районы (Үрге Әүжән) – 105,8
Бишбүләк районы (Бишбүләк) – 101,2
Бишбүләк районы (Биҡҡол) – 106,1
Борай районы (Борай) – 100,8
Бөрйән районы (Иҫке Собханғол) – 103,7
Бөрө районы (Бөрө) - 105,3
Бәләбәй районы (Бәләбәй) – 104,7
Ғафури районы (Красноусольск) – 107,8
Дыуан районы (Мәсәғүт) – 105,8
Дәүләкән районы (Дәүләкән) – 103,2
Ейәнсура районы (Күгәрсен) – 106,1
Йылайыр районы (Йылайыр) – 105,4
Күгәрсен районы (Йомағужа) – 104,6
Күгәрсен районы (Мораҡ) – 105,7
Күмертау ҡалаһы – 105,1
Ҡариҙел районы (Ҡариҙел) – 103,8
Миәкә районы (Ҡырғыҙ-Миәкә) –103,6
Мишкә районы (Мишкә) – 105,7
Мәсетле районы (Оло Ыҡтамаҡ) – 103,2
Нефтекама ҡалаһы – 101,1
Нуриман районы (Красный ключ) – 106,3
Октябрьский ҡалаһы – 102,7
Стәрлебаш районы (Йәшергән) – 102,2
Стәрлетамаҡ ҡалаһы – 103,8
Учалы районы (Учалы) – 105,4
Федоровка районы (Федоровка) – 105,4
Хәйбулла районы (Аҡъяр) – 104,6
Әбйәлил районы (Асҡар) – 98,9
Яңауыл районы (Яңауыл) – 104,3

Адресы:

450076, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9
«Юлдаш» радиоһының «Ҡәҙерле кешемә» тапшырыуы


Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники



Подробное описание виагра оптом тут.