-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» Фирғәт ШӘРӘФЕТДИНОВ

Иҫкә төштө бала саҡ

Категория: Интересные статьи | 22-02-2017, 09:51 | Просмотров: 2451

Иҫкә төштө бала саҡВенер Исхаҡовтың “Икмәк ниңә тәмһеҙ?” тигән мәҡәләһен уҡығас, үҫмер саҡтағы ваҡиғалар иҫкә төштө. Ҡәһәрле һуғыштан һуң, 1950 йылдар башында, игенселәрҙе дәртләндереп, тәүге уңыштан бер хеҙмәт көнө иҫәбенә 50-шәр грамм иген бүлерҙәр ине.

1953 йылдың йәйе әлегеләй хәтерҙә. Колхоз идараһы ҡарары менән арыш ашлығы бирҙеләр. Туйғансы ашайбыҙ икән, тип тирмәнгә киттек. Тарттырылған ондан инәйем мейес тултырып икмәк бешерҙе. Боҫо сығып торған әпәкәйҙең тәме әле лә тамаҡ төбөн ҡытыҡлап торған һымаҡ, уны мәңге оноторлоҡ түгел.
Ураҡ башланыр алдынан һуғылған игенде ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ырҙын табағында урын әҙерләйҙәр. Тигеҙ генә ерҙе һайлап, үләнен көрәк менән ҡара ергә тиклем ҡырып сығалар. Таҙартылған майҙан өҫтөнә һалам менән ҡапланған япма төҙөйҙәр ине. Әлбиттә, был эштәр барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла.


Беҙ уҡыған мәктәптәрҙә әҙип, әҙәп рухы балҡыны

Категория: Земляки | 17-06-2016, 09:45 | Просмотров: 1552

Беҙ уҡыған мәктәптәрҙә әҙип, әҙәп рухы балҡыны…Бөйөк Ватан һуғышы Еңеү менән тамамланды. Беҙ, бала саҡ һәм үҫмерлек йылдары дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар, 1946 йылдың 1 сентябрен хәреф танып, уҡырға-яҙырға өйрәнеп, белем тигән тылсымлы донъя ишеген асыр мөғжизәле мәл итеп, уның тиҙерәк еткәнен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.


Уҡыуҙар башланды. Китап-дәфтәр кеүек уҡыу кәрәк-ярағы етешмәй. Һуғыш касафаты әле һаман үҙен һиҙҙертә. Шулай бу­лыуға ҡарамаҫтан, тырышып-тырмашып ун ике егет һәм ун өс ҡыҙ дүрт класты тамамланыҡ. Ни өсөн дүртенсе класс нығыраҡ иҫтә ҡалған һуң? Әтнәкәһе шунда: нәҡ шунан башлап барлыҡ фәндәрҙән дә имтихан тапшырыу ғәҙәткә индерелгәйне. Был алым­дың асылы шунда булғандыр: имтихан­дарҙы етди һынау тип ҡабул итеп, әҙерлек тә көсөргә­нешле була ине. Шуға күрә белем дә, тырышлыҡ та, эшсәнлек тә беҙҙең быуын кешеләре өсөн ғәҙәти күренеш булды.

Мәктәптә тирә-яҡтан ауыл балалары уҡый. Шуға күрә V клас­тан башлап параллель төркөмдәр була торғайны. Заман ауырлы­ғына ҡара­май, ауылдарҙа балалар һаны күп булып, урамдар шау-гөр килеп тора ине.



Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники