Район Мәҙәниәт һарайында Салауат Юлаев һәм Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялары лауреаты, яҡташ шағирыбыҙ Ирек Кинйәбулатовтың 75 йәшлек юбилейына арналған “Ҡалғым килә һеҙҙең арала” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Зал юбилярҙың ижадына битараф булмағандар, күңелдәрендә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү тойғоларын йөрөтөүселәр менән шығырым тулы ине. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күптән көтөп алған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән. Улар үҙҙәренең шиғри шәлкемдәре менән Ҡырмыҫҡалы еренә, Яңы йыл байрамы алдынан халыҡҡа илһам, дәрт өҫтәне, әҙиптең һоҡланғыс тормошона, күп яҡлы ижадына байҡау яһаны. Күңелдәргә йәм өҫтәүсе тамаша йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова район халҡы исеменән уға ижади уңышында тағы ла юғары баҫҡыстарға күтәрелеүен, бөйөк яҡташтарының ҙур исеме хеҙмәтсәндәрҙе һәр саҡ фиҙакәр хеҙмәткә рухландырыуын, шиғырҙары менән бер рәттән район тормошо, ауылдаштары тураһындағы мәҡәләләре республика һәм урындағы баҫмаларҙа йышыраҡ күренеүе хаҡында изге теләктәрен еткерҙе.