-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Фәнзил Бүләк улы Саньяров (Саньяров Фанзиль Булякович)

Фәнзил Бүләк улы Саньяров (Саньяров Фанзиль Булякович)

Категория: Земляки | 6-01-2013, 04:18 | Просмотров: 5532

Фәнзил Бүләк улы Саньяров (Саньяров Фанзиль Булякович)Филология фәндәре кандидаты,БДУ доценты, РФ һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы Фәнзил Бүләк улы Саньяров 1953 йылдың 17 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының

Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Һәүәләй урта мәктәбен тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Синтетик каучук” заводында аппаратсы булып эшләп ала.

Юғары белемле: БДУ-ның филология (1980), Свердловск дәүләт педагогия институтының дефектология (1988), Башҡортостан Президенты янындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының юридик факультеттарын (2000) тамамлаған.

Оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында етәксе вазифалар башҡара. Намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Рәсәй һәм Башҡортостан мәғарифы алдынғыһы кеүек маҡтаулы исемдәр бирелде. Ул – педагогик хеҙмәт ветераны. Данлыҡлы уҡытыусы 1993,1994 йылдарҙа Башҡортостан һәм Рәсәйҙең “Йыл уҡытыусыһы” титулына лайыҡ булды. Фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде. Танылған педагог йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. I- III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты булып һайланды, Башҡарма комитет, Совет ағзаһы. Бөгөнгө көндә Мәғариф һәм фән комиссияһы рәисе. Өфө ҡала округы Хакимиәтенең туған һәм дәуләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү комиссияһы ағзаһы.

Әҙәби ижад һәм журналистика өлкәһендә әүҙем шөғөлләнә. Республика баҫмаларында лирик шиғырҙары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, художестволы публицистикаға ҡараған очерктары әләнән-әле донъя күреп тора. “Ватандаш”, “Башҡортостан”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” кеүек гәзит һәм журналдарҙың йыл лауреаты булды. 2011 йылда “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә…” республика конкурсында II урын яулай. 3 китап һәм 150-нән ашыу ғилми мәҡәләләр авторы.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда