-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Атанан күргән уҡ юнған

Атанан күргән уҡ юнған

Категория: Земляки | 5-02-2013, 15:13 | Просмотров: 2010

Атанан күргән уҡ юнғанРәүф Ниғәмәтйән улы Вәлиев 1985 йылда Һәүәләй урта мәктәбен тамамлай. Бер үк ваҡытта мәктәптә ойошто­ролған трактористар курсында уҡып, танытма алып сыға. Әрме сафтарында ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Өфө ҡалаһының 52-се һөнәрселек училищеһында иретеп йәбеш­тереүсе һөнәрен үҙләштерә.

Хеҙмәт юлын “Фрунзе” исемендәге колхозда трактор­сы булып башлай. Шул дәүерҙән колхоз нисә исем үҙгәртһә лә, Рәүф үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Ул ең һыҙғанып, тырышып, сәмлә­неп, йылдар менән ҡыуыша-ҡыуыша, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булып эшләп йөрөй. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, заманында атаһы Ниғәмәтйән ағай ҙа - күп йылдар механизатор булып эшләгән кеше. Техниканы бала саҡтан яратып үҫкәнгәлерме, Рәүф Вәлиев уны яҡшы белә. Шуға күрә техникаһы һәр ваҡыт төҙөк. Күп йылдар районда яҙғы сәсеү, көҙгө уңыш йыйыу ярыштары күрһәткестәре буйынса Маҡ­тау хаты, Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнеп тора.

2011 йылда уға Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужа­лығы министрлығы исеменән “Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн” Диплом бирелә. 2012 йылда район ярыштарында юғары күрһәт­кестәрҙең йомғағы буйынса “Үҙ һөнәре буйынса иң яҡшы” тигән баһаға лайыҡ була. Ғөмүмән, ул йыл да бүләкләнеп тора, Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап.

Рәүф Ниғәмәтйән улы тормошонан ҡәнәғәт. Ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр. Улдары Юлай икенсе класта уҡып йөрөй. Ҡыҙҙары Юлиә быйыл ун беренсе класты тамамлай. Ул 2010 йылда Кремль шыршы­һында ҡатнашыу бәхетенә өлгәште. Район буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урын­дарға лайыҡ була. Ауыл клубында үткәрелгән концерт, сараларҙа, конкурстарҙа ла актив ҡатнаша. Рәүфтең тор­мош иптәше Лилиә лә йыр­ларға ярата, ҡумыҙ сиртә. Ауыл клубында үткәрелгән төрлө сараларының уртаһында ҡайнай. Эшендә лә уңған, эшһөйәр, ҡәйнәһе менән дә уртаҡ тел табып, татыу йәшәйҙәр. Оло йәштәге ауырыу әсәне бергәләшеп ихтирам менән ҡарай улар. Әсәләре Сәкинә апай: “Татыу ғаиләлә ҡартлыҡ кисереүемә шат­мын”,- ти.

Рәүф, киләсәктә лә эштәрең уң булһын, тормошоң гөрләп торһон.

Фәһимә АБДРАФИҠОВА.
Бишауыл-Уңғар ауылы.



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда