-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Һөйөү менән һуғарылған күңел

Һөйөү менән һуғарылған күңел

Категория: Земляки | 18-01-2013, 09:26 | Просмотров: 10

Һөйөү менән һуғарылған күңелБишауыл-Уңғар ауылында донъяға килгән Динә Молҡаманова — тыуған тупрағының үлән-сәскәләренән, күл-шишмәләренән тат-һут алып үҫкән күптәрҙең береһе. Ғаиләләге татыу мөхит, әсәһенең сыңратып йырлауы ла бала күңелендә наҙлы гөл кеүек тамырланғандыр.

Байтаҡ йылдар үткәс, ул әсәһе тураһында ошондай шиғыр яҙасаҡ:

Ике толом итеп үргән
Әсәйем оҙон сәсен.
Ике күҙе — ике йондоҙ,
Торалар нурҙар сәсеп.
. . . . . . . . . . . . . . . . . . . .
Йырлап ебәрһә әсәйем,
Их, моңло йырлай, тиҙәр.
Ғәббәс кәләш алмаған, ул
Патефон алған, тиҙәр.


Ошо юлдар миңә әллә күпме маҡтау һүҙҙәренән дә өҫтөн булып күренде, сөнки автор әсәһе образын ҡыҫҡа, әммә тос фекер менән күҙ алдына баҫтыра алған. Бары шуны әйтеп китәйек: Динә Молҡаманова — башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың бүләсәре, йәғни улы Баязиттың ҡыҙы Рабиға уға ғүмер биргән. Затлы ырыуҙың бер сылбыры булараҡ, Динә лә мәҙәниәт-рухиәт даръяһының көслө тулҡынын булмышына ҡабул иткәндер, сөнки ул шағирәнә күңелле, йыр-моңға әүәҫ булып үҫә, мәктәптә еңел уҡый. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сабир Ҡоҙаҡаев: "Шиғырҙы, нәҫерҙе Динә кеүек хисләнеп һөйләгеҙ", — тип уны башҡаларға өлгө итеп ҡуйыр булған. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәрифә Ҡорбанғәлиева, немец теле уҡытыусыһы Лотфый Камалов та уның һабаҡты тиҙ отоп алыуын, тәржемәләрҙе мәғәнәүи яҡтан дөрөҫ төҙөүен иҫләр ине. Атаһының шундай бер хәлде һөйләүе лә хәтерендә Динә Ғәббәс ҡыҙының. "Магазинда уҡытыусы Лотфый: "Үәт, Ғәббәс, шәп уҡыусы ҡыҙың бар икән", — тип маҡтағайны, күңелгә рәхәт булып китте", — тигән атаһы.

Тормош һис уйламағанда аңлашылмаған кәртәләр ҡуйып яфалаусан. Динәгә лә бөтәһе лә еңел бирелмәй. 15 кенә йәшендә фермаға һауынсы булып бара ул. Быға тиклем быҙау ҡараусы булып эшләгән әсәһенә ярҙамлашып, йәйге каникулда һыйыр һауып йөрөгәс, өйрәнеп китеүе ауыр булмай, үҙенән байтаҡҡа оло апайҙар менән ярышып эшләй, бер үк ваҡытта киске мәктәптә урта белем ала, ваҡыты булғанда клубҡа сыға, концерттарҙа ҡатнаша, шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап, ауылдаштарын һөйөндөрә.

Кешеләр менән яҡшы мөғәмәләле, һәр эште бөтә күңелен биреп, ихлас башҡарыусы ханымды район ҡулланыусылар йәмғиәтенең ауылдағы магазинына һатыусы итеп күсерәләр. Ире Зәкәриә менән ике улға, ике ҡыҙға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтыра Динә. "Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" билдәһе уның егерме алты йыллыҡ сауҙа эшмәкәрлегенә бынамын тигән баһалыр, тип уйлайым.

Пенсияға сыҡҡас, Динә Ғәббәс ҡыҙы үҙаллы шөғөл асмаҡсы була. Тик тормош уны яңы һынау алдына ҡуя — күҙенән мәхрүм ҡалып, ниәтен бойомға ашыра алмай. Ғүмер буйы хозур донъя яҡтылығын, тәбиғәт матурлығын күреп йәшәп ятҡанда, бындай хәлгә тарыу еңел кисерелмәй инде ул. Етмәһә, оло улы Дамир вафат булып, әсәне ҙур ҡайғыға һала. Унан алдараҡ ҡырҡ өс йыл ғүмер һуҡмағын бергә үткән ире Зәкәриә лә кинәт кенә баҡыйлыҡҡа күсә. Шулай ҙа апайыбыҙ баш эймәҫкә, болоҡһоуға бирешмәҫкә, йәшәү йәмен ебәрмәҫкә тырыша, рухи көсөн ижад офоҡтарын тағы ла киңерәк, сағыуыраҡ, байыраҡ итеүгә йүнәлтә.

— Ул — беҙҙең иң яҡын ярҙамсыбыҙ, — ти Бишауыл-Уңғар ауылы клубы етәксеһе Фәһимә Абдрафиҡова. — Байрам, юбилей кисәләре, осрашыуҙар ойошторолһа, Динә апай сценарийҙар яҙа, шиғырҙар, таҡмаҡтар сығара. "Шишмә янында" тигән интермедияны ла ул тәҡдим итте. Ҡайһы клубта күрһәтһәк тә, халыҡ яратып ҡарай.

Йәшерәк сағында шиғырҙарҙы ваҡыт булғанда ғына яҙһа, хәҙер инде күңел кисерештәре моң-көй булып урғыла башлаған. "Иллеләп йырым бар", — ти Динә Ғәббәс ҡыҙы. Күҙе күрмәгәс, йырҙарын кассетаға яҙҙырып бара. Ауыл клубындағы һәр сарала тиерлек йә йырын, йә шиғырын халыҡҡа ишеттерә. "Йырсы шишмә", "Тәңкә ҡарҙар" тигәндәрен Фәһимә Ғаяз ҡыҙы үҙенең репертуарына алған. "Ауылым — Бишуңғарым" тигән ижад өлгөһөн Динә Ғәббәс ҡыҙының башҡарыуында миңә лә тыңларға насип булды. Ул тыуған яғына, шишмәләренә, еләкле туғайҙарына сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған моң булып йөрәгемә барып етте.

Тома һуҡыр килеш тулы мәғәнәле йәшәүгә көстө ҡайҙан ала ул? "Ғүмер — кеше өсөн Аллаһы Тәғәлә биргән иң ҙур бүләк. Ошо бүләк-бәхетте юғалтмайынса, йырлап та, һөйләп тә биргем килә", — ти Динә Молҡаманова.



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда