-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » «Дошман» тиеп үҙәкте өҙҙөләр…

«Дошман» тиеп үҙәкте өҙҙөләр…

Категория: Земляки, Интересные статьи | 11-11-2010, 16:19 | Просмотров: 3946

«Дошман» тиеп үҙәкте өҙҙөләр…Бишауыл-Уңғар ауылында көндән-көн яңы, матур йорттар ҡалҡып сыға. Күл аръяғындағы урамға инеү менән семәрләп- биҙәп буялған, бөтөн кәртә-ҡу­ралы күркәм генә йорт шун­дуҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Шун­дай зауыҡлы итеп йәшәй бел­гән хужалар менән танышыу телә­ге еңә – аяҡтар үҙенән-үҙе ошо яҡҡа атлай. Йорт хужа­би­кә­һе Факиһа Сөләймән ҡыҙы Сә­хипгәрәева әйҙүкләп ҡаршы ала.
Апайҙың тормош нужаларын күп татыуы, барыһын да сабырлыҡ менән үткәрә белеүе йөҙөнә сыҡҡан.
- Улым менән көңгөр-ҡаң­ғыр донъя көтәбеҙ әле, - ти ул. - Тормош иптәшем Нариман Исмәғил улының вафатына ла 17 йыл булып китте. Ошо өйҙө үҙ ҡул­дары менән төҙөгәйне. Оҫта ҡул­лы, тырыш кеше ине, урыны ожмахта булһын.
Факиһа апай тыныс холоҡ­ло, һөйкөмлө кеше. Һөй­ләш­кән­дә лә йомшаҡ ҡына итеп өндәшә, һүҙҙәре лә мәғәнәле, фәһемле.
- Ете бала: ике ул, биш ҡыҙ үҫтерҙек. Әле һәр бере­һе­нең үҙ тормошо, иркен, етеш йәшәй­ҙәр, Аллаға шөкөр. Ейән-ейән­сәрҙәрем дә тәртипле, тәү­фиҡлы. Инде иҫәнлек бу­лып, тормоштоң матур­лы­ғына шатланып, ғүмер итергә яҙһын, - ти ул.
Ошондай көндәрҙе күреп, кешесә йәшәй алыуына ифрат шат Факиһа апай. Бәләкәйҙән гел кәмһетелеп, «етем быҙау», «дошман ҡалдығы» тигән һүҙ­ҙәрҙе ишетеп, баҫылып үҫкән­гәмелер, заманалар үҙгәреп, уның кеүектәргә - ҡартатаһы, атаһы, бар ғаиләһе менән Себергә ғәйепһеҙгә һө­рөл­гән кешеләргә ҡасандыр икенсе төрлө ҡараш булырына эле­герәк әйтһәләр, һис тә ышан­маҫ ине. Ҡартатаһы Ҡу­­­наҡ­­­килде һәм атаһы Сө­ләй­­мән Сәйфуллиндарҙың аҡла­­ныуы тураһындағы исемлек 90-сы йылдарҙа район гәзитендә баҫылып сыҡҡас, күҙ йәштәре аша ҡайһылай шатланғайны! Өләсәһе Ынйы­бикә һөйләүе буйынса тырыш, донъя көтөргә уңған, уҡы­мышлы булғандар бит улар. Колхозлашыу осоронда «ку­лак» мөһөрө һуғылып, ҡарта­таһы Ҡунаҡкилде, өләсәһе Ынйыбикә, өс балаһы, ҡаты­ны менән Сөләймән Себергә оҙа­тыл­ғандар. Землянка ҡаҙып, “өй” яһап, урман киҫеү, ташыу кеүек ауыр эштәрҙә эшләп, аслы-туҡлы көн күргәндәр. Ынйыбикә өләсәһе, килене Зөлфиә һәм ейән-ейәнсәре Тәлиғәне һәм Ришатты ниндәй юл ме­нән­дер тотҡонлоҡтан ҡот­ҡара алған. Ҡырмыҫҡалы кешеһе Шәйнур исемле татар кешеһе ярҙам итте, поезға ултыртып ҡай­та­рып ебәрҙе, тип йыш һөйләй ине өләсәйем, – ти Факиһа апай. Өлкән ағаһы – 17 йәш­лек Са­бир­­йән дә шах­таның ауыр эштәрен, аслыҡ-ялан­ғас­лыҡ­ты күтәрә алмаған: йәш кенә көйө сит тарафтарҙа мәң­гелек­кә күҙен йомған…
- Атайымды ҡайтарыуға өс көн тигәндә, артынан тағы килгәндәр. «Дошман, совет власына ҡаршы ҡотҡо алып барғанһың», - тип ғәйеп­һеҙ­гә ғәйепләп төрмәгә ултыртып ҡуйғандар. Тыуаһы йән бул­ған­дыр инде, атайымдың ҡай­тып китеүенә туғыҙ ай ти- гә­н­дә, мин донъяға килгән­мен. Әсәйем Зөлфиәгә лә бик ауыр булғанмындыр, нахаҡ һүҙҙәр, кәмһетеп ҡарауҙар, ауыл кеше­­лә­ре­нең ярҙам­һыҙ ҡал­­дырыуы, асл­ы-туҡлы тормош - барыһы ла йы­йыл­­ғандыр, ми­ңә алты ай тигәндә, ул да вафат булып ҡуйған. Иҫ белә башлағандан Ынйыбикә өлә­сә­йемдең итә­ге­нә тотоноп, Тәлиғә апайым менән Ришат ағайыма һыйы­нып үҫтем. Ни күрһәк тә, бергә күрҙек, үҙҙәре ас булһалар ҙа, һуңғы телемде минең менән бүлештеләр, өҫ-башымды бө­тәй­т­теләр, - ти ул күҙ йәштәрен һөртөп.
Мунса кеүек бәләкәй генә өйҙә көн күргән «дошман ҡалдыҡтары». Атаһы шул ки­теүҙән ҡайтмаған. Һуғыш­тан һуң бер һалдат килеп, Сөләй­мәндең фронтҡа алынып штрафной батальонға элә­ге­үен, шунда батырҙарса һәләк булыуын һөйләп киткән. Ын­йыбикә өләсәһенең сеңләп-сеңләп илағаны әле лә күҙ алдында Факиһа апайҙың. Ришат ағаһы ла һуғыш йылдарында аслыҡтан шешенеп үлеп ҡуйҙы.
- Серек картуф йыйырға етәкләшеп бара торғайныҡ. Ялан аяҡбыҙ, аяҡтар баҫыуҙа бата, тартып ала алмай инте­гәбеҙ. Өшөп-туңып ҡайт­ҡас, ҡаҙ тәпәйе кеүек ҡыҙарған аяҡтарыбыҙҙы йылыта алмай бер булабыҙ. Эй, шул һыуыҡ­тар електәргә үткәндер инде, һыҙланмаҫ ереңдән һыҙла­ныр­һың. Ярай әле ошо йәшкә еткәнсе Хоҙай һаулыҡ биргән, - тип Хоҙайға рәх­мәт­тәрен уҡый ул. - Мәктәпкә лә кил, уҡы, тип атлыҡтырып торманылар. VIII класҡа барғас: «Дошман балаларына беҙҙең арала урын юҡ, аҡсаңды түлә, шунан уҡыр­һың», - тине­ләр. Кол­хоз­ға эш­кә сыҡтым, ҡайҙа ҡуш­һа­лар ҙа, ризаһыҙ­лыҡ бел­­дермәнем. Тыр­ма­ма­ған ерем ҡалманы инде, ошо баҫыу­ҙарҙы иңләп-буйлап үттем. Өләсәйем һәр ваҡыт, ҡыҙым, сабыр бул, кешегә яман һүҙ әйтмә, үҙең һәйбәт булһаң, башҡалар бер яман­лыҡ ҡыла алмаҫ, яуыз­лыҡ­тары үҙҙәренә ҡайтыр, тип тәү­фиҡ­лы итеп үҫтерҙе. Гел доға­лы, изге теләкле булды өлә­сәйем. Ниндәй ас булһаң да, кеше өйөндәге аш-һыуға ҡыҙыҡма, туҡ бәйелле бул, ти торғайны. Аҡыллы, иманлы әбей ине ул, - ти Факиһа апай өләсәһен иҫкә төшөрөп. – Кейәүгә лә башҡалар кеүек, киске уйынға сығып, һай­ла­нып барманым. Үҙем кеүек етем Нариман һоратып кил­гәс, кире ҡаҡ­маным. Уның өс бер туған­дарын да беҙ ҡара­ныҡ, «еңгә!» тип өҙөлөп торҙолар. Хәләл көсөбөҙ менән донъя көттөк, балалар үҫтер­ҙек, кеше ара­һында кәм-хур бу­лып йәшә­мәнек. Фәҡир­­лекте, юҡлыҡты ныҡ татытты беҙгә тормош. Шуға ла һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә, бәләкәй генә шат­лыҡ­ты ла ҙур итеп ҡабул итергә, һәр үткән көнгә, Хоҙай биргән ризыҡҡа шөкөр итергә өйрән­гән­беҙ­ҙер…
Факиһа апайҙың йөҙө алһыуланып, нурланып китә ошоларҙы әйткәндә. Бөгөнгө тормошонан ҡәнәғәтлек, их­лас­лыҡ сағыла был һүҙҙәрҙә…
Ҡул эштәренә лә ифрат маһир апайыбыҙ. Ул бәй­лә­гән, ҡайыған, теккән әйберҙәр ауыл байрамдарында ҡуйыл­ған күргәҙмәләрҙә күҙҙең яуын ала. Йортон тирәләтеп аллы-гөллө сәскәләр ултыртырға, уларҙы сабый бала кеүек наҙ­лап тәрбиәләргә лә ярата ул. Йортонан да туған-тыу­ма­саһы, күрше-күләне өҙөлмәй.
Күпме генә күңелен йыуа­тырға, онотолорға тырышһа ла, ябыҡ кәүҙәле, насар ғына ке­йемле, өшөүҙән зәң­гәр­лә­неп, елдә ярылып бөткән ире­н­ле, ялан аяҡлы бер яҡ­­­­лау­­­сыһыҙ ҡыҙ бала күҙ алдына килә лә баҫа уның. Йө­рәктәре өҙөлөп, күҙҙәре йә­ш­ләнеп китә ошо мәлдә Фа­киһа апайҙың. «Йә, ни өсөн яҙмыш мине ҡәҙерле кеше­ләремдән айырҙы, етем итте? Атаҡайым менән әсә­кәйемә Хоҙай мине уларҙың ғүмерен дауам итер өсөн биргәнме? Күңелемдәге кәм­һе­неүҙ­әрҙән аралап, кеше икәнемде онотмайынса, матур итеп йәшәргә юл күрһәткәнең өсөн рәхмәт­лемен һиңә, Хоҙай», - тип йыш ҡабатлай ул.
Эйе, был тормошта һәр кемдең үҙ яҙмышы. Яҙмышың үҙ ҡулыңда, уны үҙгәртеп була, теләк кенә кәрәк тиһәк тә, әҙәм балаһы маңлайына яҙыл­ғанын күрә. Ниндәй генә ауыр­лыҡтарҙы, һынауҙарҙы үтеп тә, һынмайынса, бөгөл­мәйенсә кеше булып ҡалыу, кешесә йәшәү шарт. Факиһа Сөләймән ҡыҙы Сәхип­гә­рәева ана шундайҙар затынан.

Клара ҒӘЙФУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

daira.pressarb.ru



Добавил: Динар | Дата:6 декабря 2010 23:17
мин хуснутдинова Риманы нык итеп яратам

Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники