-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Ижади үрҙәр юлдаш булһын!

Ижади үрҙәр юлдаш булһын!

Категория: Земляки | 11-11-2010, 16:47 | Просмотров: 5023

Районыбыҙ гәзите һәр кемебеҙ өсөн бик тә ҡәҙерле, һәр саҡ көтөп алынған баҫма. Ул шәхсән үҙемдең тормошомда ла бик ҙур роль уйнай. Кескәй сағымдан уҡ таныштым уның менән. Алтмышынсы йылдар аҙағы булғандыр, гәзиттә үҙемдең ауылдашым, һыйыр һауыусы булып эшләүсе күршем Вәлимә әбей хаҡында мәҡәлә бирелеп, ғаилә ағзаларын да индереп фотоһын да ҡуйғандар ине. Әлбиттә фото тоноғораҡ, текст та шул заман юғарылығында ғына ине. Әммә гәзиттә үҙ ауылың кешеһен күреү әйтеп бөтөргөһөҙ тәьҫир көсөн, дәртләндереү, рухландырыу ҡеүәтен аңыма һеңдереп һалды. Бынан һуң әллә күпме таныш кешеләр тураһында яҙмаларҙы күрергә, үҙемдең әйберҙәрҙе уҡып ҡыуанырға тура килде. Кинәнес тойғолары һәр саҡ эйәрә барҙы. Шуға күрә бүтән гәзиттәрҙән алда иң тәүҙә район гәзитен ҡулыма алырға ғәҙәтләнгәнмен. Ошо рәүешле, гәзит айырылғыһыҙ юлдашым булыуҙан туҡтамай. Гәзитебеҙ бер яҡтан, райо­ны­быҙҙың күп яҡлы тормошо хаҡында мәғлүмәт сығанағы булһа, икенсенән, ул халыҡтың ышаныслы трибунаһы, кәңәш­сеһе булды һәм бөгөн дә шул асылын юғалтмай. Күптәр төрлө мәсьәләләр айҡанлы үҙ фекер­ҙәрен белдереп мөрәжәғәт итә­ләр, ышаналар, өмөтләнәләр. Кемдәргәлер гәзит әҙәби ижад яғынан формалашырға ла киң мөмкинселектәр бирә. Бөгөнгө көндәге билдәле яҙыусылар, шағирҙар, журналистар нәҡ “Хеҙмәт даны” биттәрендә сы­ны­ғыу алып, оло юлға сыҡҡан. Гәзит һәр саҡ авторҙарына иғтибарлы булды, кәңәштәрен йәлләмәне. Әле лә шулай. Был ҡыуандыра. Бер генә миҫал. Беҙҙең Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Фәхретдинова тәүге хәбәрҙәрен, мәҡәләләрен, әҙәби әҫәрҙәрен “Хеҙмәт даны” биттәрендә баҫтырып, өлкән апай-ағайҙарын кәңәшен алып, күҙҫте, шымарҙы. Ниһайәт, бөгөн БДУ-ның журналистика факультетында өсөнсө курста белем дә ала, “Башҡортостан” гәзитендә лә эшләп йөрөй, БР һәм РФ Журналистар берлеге ағзаһы. Хәйер, гәзит бик күптәрҙе оло юлға сығарҙы. Шул иҫәптән, үҙем дә кескәй информация менән 1986 йылда тәүге тапҡыр баҫыл­ғайным. Артабан танылған журналистар Миҙхәт Рәжәпов, Марат Хәсәнов, Фәнил Солтанов, Әхәт Юлмөхәмәтовтар ихлас дәртләндерҙе, Эльза Саттарова, Рәмилә Сәйфуллиналар рухландырҙы. Ошо рәүешле, бөгөнгө көндә республика матбуғатында әҙәби тәнҡит өлкәһендә сығыш яһайым икән, гәзиткә, уның төрлө осорҙа эшләгән тынғыһыҙҙмәткәрҙәргә бурыслымын. алдында ү хе 80 йыл дәүерҙә гәзит бер нисә тапҡыр исемен дә алыштыра, әммә асылы районыбыҙҙмаһы вазифаһы – йылдар дауамында һаҡлана килә. заман үҙгәргән һайын гәзиттең биҙәлеше лә үҙгәрә, зауыҡлыраҡ була бара. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә заман менән бергә атлап, гәзиттең йөкмәткеһен дә киңәйтә, төрләндерә. Әммә бер нәмәгә тоғролоҡ һаҡлана: үҙҡыусыһы менән бәйләнеш һәр ваҡытта ла төп иғтибар үҙәгендә ҡала. Үҙенең күп һанлы уҡыусыларына таянып, уларҙың теләктәрен, кәңәштәрен иҫтә тотоп, халыҡҡа хеҙмәт итә гәзитебеҙ. Ошонан да юғарыраҡ вазифа, ошонан да маҡтаулыраҡ бурыс булыуы мөмкинме? Бөгөн гәзитебеҙгә 80 йәш. Йылдар менән иҫәпләгәндә оҙон ғына ғүмер. Кешегә был осраҡта ҡарт тип әйтәләр. Әммә ҡартлыҡ төшөнсәһе гәзиткә ҡағылмай. 80 йәшлек олпат миҙгелендә лә заман менән бергә атлай, заман яңылыҡтарынан ҡалышмай. Шуларҙы уҡыусыларына еткерә. Гәзитебеҙ мәғлүмәт тә бирә, тәрбиәләй ҙә. Киләсәктә лә шулай булһын, редакция хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ эшендә ижади уңыштар, ижади үрҙәр юлдаш булһын.

Рим ИСХАҠОВ.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда