
Хеҙмәт юлын “Фрунзе” исемендәге колхозда тракторсы булып башлай. Шул дәүерҙән колхоз нисә исем үҙгәртһә лә, Рәүф үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Ул ең һыҙғанып, тырышып, сәмләнеп, йылдар менән ҡыуыша-ҡыуыша, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булып эшләп йөрөй. Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, заманында атаһы Ниғәмәтйән ағай ҙа - күп йылдар механизатор булып эшләгән кеше. Техниканы бала саҡтан яратып үҫкәнгәлерме, Рәүф Вәлиев уны яҡшы белә. Шуға күрә техникаһы һәр ваҡыт төҙөк. Күп йылдар районда яҙғы сәсеү, көҙгө уңыш йыйыу ярыштары күрһәткестәре буйынса Маҡтау хаты, Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнеп тора.
2011 йылда уға Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы исеменән “Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн” Диплом бирелә. 2012 йылда район ярыштарында юғары күрһәткестәрҙең йомғағы буйынса “Үҙ һөнәре буйынса иң яҡшы” тигән баһаға лайыҡ була. Ғөмүмән, ул йыл да бүләкләнеп тора, Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап.