Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек, туғандар!3-05-2010, 16:29 / 1941-1945, Интересные статьи

Һуғыш. Ниндәй ҡурҡыныс, йөрәктәрҙе дер ҡалтыратыр һүҙ ул. Һуғыш. Әсәләрҙе, ҡатындарҙы зар илатыр, мәңге ҡара ҡайғы менән сорнап алыр, яман уйҙарҙы тормошҡа ашырыр, күңелдәрҙе ҡараға буяр, йөрәктәрҙе яралар нәмә ул. Тап шундай яман уй менән башлана 1941 йылдың 22 июнендәге Бөйөк Ватан һуғышы. Был изге һуғышҡа тыуған ерҙе, тупраҡты фашистың бысраҡ аяғы менән тапатмаҫ өсөн күпме кешенең һөйөклө улдары, атайҙары, ирҙәре, ағайҙары, ҡустылары, ғәзиз кешеләре китә. Шулар араһында минең бабайым Мирсәйет Минсатыр улы Мосабиров та була.
Бабайым үҙенең күлдәре, Ҡарлыман йылғаһы менән киң билдәле булған Олокүл ауылында 1921 йылдың 22 дека­брендә икенсе бала булып, ябай эшсе ғаиләһендә донъяға кил­гән. Тәүҙә Олокүл, һуңы­нан Бишауыл-Уңғар мәктә­бен­дә белем алғандан һуң, Стәрлета­маҡтағы педагогия техникумына имтихандарын һәйбәт тапшырып уҡырға инә. Мирсәйет бабайым бала саҡ хыялын тор­мош­­ҡа ашыра: ул техникумға яҡын урынлаш­ҡан аэроклубта осоусы һөнә­рен үҙләштерә һәм тех­­ни­кум­ды тик “4” һәм “5” билдә­лә­ренә тамамлап, ҡулына аш­­­­ҡы­­нып көткән дипломын ала. Алда дәртләнеп эшләр саҡ. Яҡты хыялдар, өмөттәр… Ватанды һаҡлар йәше лә етә. Бабайым быны ла ғорурланып ҡабул итә. Сөнки илде һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы. Шулай итеп 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Үҙен киләсәктә осоусы булып күргән бабайым Энгельс ҡалаһындағы осоусылар әҙерләүсе учили­­щеға уҡырға инә. Уҡыуы менән ғорурланып, тормош менән ҡыуанып йөрөгән сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Училищены тамам­ла­­­ғандан һуң ул фронтҡа оҙатыла. Үҙенең ИЛ-2 штурмовик самолетында бик күп осоштар яһай, фашистарҙы ҡыра, батырлыҡ­тар күрһәтә. “Минең ыласын­ҡайым”, - тип әйтә торғайны бабайым, фотоларынан самолетын ҡара­ғанда. Хоҙай Тәғәлә ҡур­­­­са­­­­ла­ған­дыр инде, ул һуғыш бөткәнсе ошо “ыласынында” оса. Бөйөк Еңеүҙе Берлин ҡалаһында ҡаршылай, Мәскәүҙәге Еңеү парадында ла ҡатнаша. Тыуған яғына тик 1947 йылда ғына ҡайтыу насип була. Ҡайтҡас, Өфө аэроклубына инструктор булып эшкә килә, йәштәргә осоусы һөнәрен үҙләш­те­рергә ярҙам итә. Әммә сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, Стәрлета­маҡ ҡалаһына күсеп китә һәм ТЭЦ-ҡа эшкә урынлаша. Унда хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы турбина машинисы бу­­лып эшләй. Һуғышта күрһәт­кән батыр­лыҡ­тары өсөн ике «Ҡыҙыл Байраҡ» орденына, “Киев­­ты азат иткән өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалдарына лайыҡ була. Ә уның һуғыш ваҡытында осҡан самолеты әлеге көндә Мәскәү­ҙең Хәрби дан музейында һаҡ­лана. ТЭЦ-та эшләгән осорҙа “Баш­ҡортос­тан­­дың ат­ҡа­­ҙан­ған энергетигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, “Хеҙмәт уҙа­маны” миҙалы менән дә бүләкләнә. Хаҡлы ялда ла бабайым тик ултырмай, ғүмеренең һуңғы көндә­ренә тиклем уҙамандар советы рәйесе була. Мирсәйет баба­йым­­­дың бы­йыл­ғы йыл­дың 9 майында Мәскәүҙә үткән парадта ҡатна­шырға, үҙенең музейҙа һаҡлан­ған самолетын барып күрергә теләге бар ине, әммә, үкенескә күрә, үткән йылды 87 йәшендә яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеп барҙы.
Йомғаҡлап әйткәндә, бабайым матур тормош менән йәшәне. Үҙенең хәләл ефете Валентина әбей менән татыу ғүмер иттеләр, өс эшһөйәр бала үҫте­реп, һуңынан ейән-ейән­сәр­­­ҙәрен тупылдатып һөйөргә лә өлгөрҙөләр. Валя әбей донъя менән иртәрәк хушлашты. Шулай булһа ла, Мирсәйет бабайым йәшәү көсөн юғалтманы. Иҫән сағында Стәрлетамаҡтан беҙгә килә лә: “Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, балалар”, - тип йыш ҡына ҡабатлай торғайны.
Мин үҙемдең бабайым ме­нән бик тә ғорурланам. Уның һүҙҙәре һәр саҡ минең ҡолағымда васыят булып яңғырай.

Фаягөл ИСХАҠОВА,
Бишауыл-Уңғар мәктәбенең XI класс уҡыусыһы.


Вернуться назад