«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "нәҫел", "генеалогия" (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монархтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы, генеалогик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихҡа барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы "Урал батыр" (башҡорттарҙа), "Уғыҙнамә" (төркмән, әзербайжан, төрөктәрҙә), "Манас" (ҡырғыҙҙарҙа), "Джангар" (ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи, мифик, ярым мифик эпостар дәлилләй. Улар теге йәки был халыҡтың сығышы хаҡында иҫбатлаусы сығанаҡтар.
Тәүге осорҙа төрки халыҡтары шәжәрәһе, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, телдән телгә тапшырылып килгән. Ырыуҙар тарихы 30 – 40 быуынға тиклем телдән тапшырыла алыуы ғәжәйеп күренеш, ул ғына ла түгел, ҡаһарман иҫтәлектәр, ата-бабаларҙың ғәмәлдәре тураһында легендалар һөйләнелгән, һуңғараҡ шәжәрәнең яҙма төрө барлыҡҡа килгән. Төрки шәжәрәһенең иң боронғо төрө тип XIV быуат тарихсыһы Фазлаллаһ Рәшид-әд-Диндең (1312 йылда вафат булған) "Джәми-әт-тәуарих" йәки "Йылъяҙмалар йыйынтығы" иҫәпләнә. Йыйынтыҡта төрки ҡәбиләләр тарихы генеалогик белешмәләр менән бергә бирелә. "Уғыҙнамә" эпосында шәжәрәнең ни өсөн төҙөлөүе тураһында ҡыҙыҡлы итеп яҙылған. Унда был хаҡта шундай юлдар бар: "Уғыҙ бөйөк батша булған һәм донъя менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алғас, ул үҙенә байлыҡ һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал йыйған. Быларҙың барыһы ла хәҙер һеҙҙең ҡарамаҡта, һеҙ алты ағай-эне һәм һәр берегеҙҙең дүртәр улы –- йәмғеһе 24 киләсәк быуыны бар. Улар араһында үҙ-ара сыуалыш сығыуҙан Хоҙай һаҡлаһын. Балаларығыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынын, шөғөлөн, дәрәжәһен, исемен, шулай уҡ ырыу тамғаларын белергә тейеш. Был дәүләт тотороҡло булһын һәм ырыуығыҙҙың данлы исемен һаҡлау өсөн кәрәк". Шулай итеп, аңлашылмаусанлыҡтар һәм бәхәстәрҙән ҡотолоу, дәүләттең һәм халыҡтың тотороҡло үҫеше, теге йәки был ырыуҙың абруйын күтәреү өсөн халыҡ үҙенең генеалогик йылъяҙмаһын, ата-бабаларының шәжәрәһен, ырыу тамғаларын белергә һәм төҙөргә бурыслы булған.
Бөгөн дә ихтирамға лайыҡ булған Абулғази Баһадир хандың "Төркмәндәр шәжәрәһе" (XVII быуат) ошондай уҡ әһәмиәткә эйә. Башҡорт шәжәрәһе лә, башҡа төрки халыҡтарҙыҡы кеүек үк, ХV –-ХVI быуаттарҙа телдән телгә тапшырылған. Шәжәрәңде белеү башҡорттарҙа мотлаҡ һанала. Был турала билдәле шағир-мәғрифәтсе, ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шулай тип яҙып ҡалдырған: "Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе –- үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү".
Шулай итеп, башҡортта үҙеңдең ырыуыңды, хан һәм бейҙәрҙең генеалогик йылъяҙмаларын белеү һәр кемдең бурысы булған. Шуға күрә ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, киләсәк быуынға шәжәрә генә түгел, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп етә алған. Шәжәрәне тарихи сығанаҡ булараҡ файҙаланып, ғалимдар башҡорттарҙың Алтын Урҙа, Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу үҙенсәлектәрен асыҡлаған. Нәҡ эре ырыуҙар шәжәрәһе башҡорттарҙың Алтын Урҙаға ла, Урыҫ дәүләтенә лә килешеү нигеҙендә ҡушылғанлығын иҫбатлай. Юрматы, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән ырыуҙары шәжәрәһендә был хаҡта аныҡ һөйләнелә. Үҫәргәндәр һәм табындар шәжәрәһе иһә Сыңғыҙхан менән башҡорт ырыу башлыҡтарының үҙ-ара мөнәсәбәте тарихын киләсәк быуынға тапшыра алған. Һуңғараҡ шәжәрәләр ҡағыҙға теркәлә башлай. Был шәжәрәгә ырыу тарихын ғына түгел, дөйөм алғанда башҡорттарҙың, уның составына ингән ырыу, ҡәбилә тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы ла индерергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, әйлеләр шәжәрәһе быға дәлил, унда Дәште-Ҡыпсаҡ һәм болғар дәүерендәге башҡорттар тарихы тәфсирләп һөйләнелә.
Ырыу тарихы һәм тарихи хәл-ваҡиғаларҙан тыш, шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә (географик атамаһын да күрһәтеп), тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай материал туплай. Шуға күрә лә шәжәрәне халыҡ тормошо ҡамусы (энциклопедияһы) тип тә атарға мөмкин. Шуны ла билдәләргә кәрәк, ул тарихи һәм лингвистик сығанаҡтан бигерәк, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарын, ырыуының тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ ҡылыҡтары, эше өсөн һәм ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы алдында яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шуға ла Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһында халыҡ байрамы "Шәжәрә байрамы"н үткәреү тураһында"ғы Ҡарарын ҡыуанып ҡаршыланы һәм уны ойоштороуҙа район-ҡалаларға ярҙам итеү теләген белдерҙе.
Беренсенән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар фондында башҡорт ырыуҙары, ауылдары һәм билдәле шәхестәренең 96 уникаль шәжәрәһе һаҡлана. Шул сама шәжәрә Өфө ғилми үҙәге архивында ла бар. Уларҙың бер өлөшө аңлатмалар менән ике йыйынтыҡ булып донъя күрҙе лә инде. "Башҡорт шәжәрәләре" тип исемләнгән тәүге йыйынтыҡ Р. Кузеев тарафынан әҙерләнеп, 1960 йылда баҫылып сыҡҡайны. Ә икенсе "Башҡорт шәжәрәләре" китабы Р. Булгаков һәм М. Нәҙерғолов тарафынан әҙерләнеп 2002 йылда нәшер ителде. Баҫылып сыҡҡан һәм баҫылмаған шәжәрәләр тарихты өйрәнеүсе бөтә кеше өсөн дә өлгө була ала. Бынан тыш, институтта "Эшлекле династия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт асылды, уның төп йүнәлеше лә ырыуҙар тарихын тергеҙеү, тарихи мәғлүмәттәргә таянып, шәжәрә төҙөү, генеалогик грамоталар, ырыу гербын, символикаһын, фамилиялы дипломдар, ғаилә календары эшләүгә ҡоролған.
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА,
филология фәндәре докторы, профессор.