Ауылда байрам7-08-2010, 15:23 / Байрамдар

Республикала даими рәүештә Шәжәрә байрамдары үткәреп тора. Беҙҙең Бишауыл-Уңғар ауылы ла был саранан ситтә ҡалманы.
Шәжәрә байрамы Бишул ауылына бәйле булған легендаға таянып эшләнелгән күренеш менән башланып ките.
Байрамға килгән хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа ауыл халҡына үҙ сәләмдәрен еткерҙе, байрам менән ҡотланы. Сараны үткәреүгә ҙур өлөш индергән айырым кешеләрҙе, төрлө номинациялар («Иң матур йорт», «Иң йәш ғәйлә» һ.б.) буйынса еңеүселәрҙе бүләкләү ҙә тантаналы шарттарҙа үтте.
Тәү башлап сәхнәгә нәҫел шәжәрәләрен таныштырыу өсөн Әбдрәфиҡовтар нәҫеле вәкилдәре күтәрелде. Кемдәр генә юҡ улар араһында: уҡытыусылар, умартасылар, шоферҙар, эшҡыуарҙар, хәрбиҙәр, ябай хеҙмәткәрҙәр. Нәҫелдә борон ата-бабаларҙың эшен әлеге көндәгәсә һаҡлап килгән кешеләр бик күп. Беҙҙең ауылда Әбдрәфиҡовтар нәҫеленән булған 11 ғайлә йәшәй. Һәр береһе эшләп, матур йәшәп, күркәм йорттарҙа көн итә.
Әбдрәфиҡовтарҙан һуң Заһиҙуллиндар, Мырҙагилдиндар, Искәндәровтар, Сәхипгәрәевтар сыҡты сәхнәгә.
Байрамдың аҙағында ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ҡуйҙы. Был концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам аҙағына яҡынлашһп ла, Бер кем дә таралышырға ашыҡманы. Ҡоролған табындарҙа һыйланып, еңеүселәрҙе ҡотлап, йырлап, бейеп, ихластан күңел асып байрам итте бишулдар.
Барыһын да йыйып әйткәндә, был байрам бөтәһенә лә оҡшаны, сөнки барыһы ла күңел асып, шатланып, дәртләнеп ҡайтып ките. Шуның өсөн әлеге сараны ойоштороусыларға бөтә ауыл халҡы исеменән дә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ҙур рәхмәт һеҙгә!


Фаягөл Исхаҡова,
Ҡырмыҫҡалы районының,
Бишауыл-Уңғар мәктәбе
уҡыусыһы.


Вернуться назад