«Гүзәл заттар-тормош биҙәге». 8 Матр Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сцнарий13-09-2010, 22:39 / Байрамдар

Фойыла конкурста ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бешергән, теккән, сиккән, бәйләгән, ҡулдан эшләгән хеҙмәттәренә күргәҙмә ойошторолған. Сәхнәлә, артҡы планда нурҙарын һибеп торған ҙур ҡояш һүрәте эленгән. Ҡояш түңәрәге уртаһына : «Ҡояш ғүмерен теләйем мин, әсәйем, һиңә» тип яҙылған.
Сәхнәгә алып барыусылар сыға.
1А.Б: Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана
Һеҙҙең менән осорашҡанға, дуҫтар,
Күңелебеҙ шундай шатлана.

2А.Б: Хәйерле көн, хөрмәтле тамашасылар, Дуҫтар!
Иҫәнмеһеҙ!

1А.Б: 8Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Гүзәл заттар-тормош биҙәге» тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

2А.Б: Хөрмәтле әсәйҙәр, әбейҙәр, апайҙар, һеңлеләр, уңған килендәр, һөйкөмле ҡыҙҙар!
Һеҙҙе барығыҙҙы ла яҙҙың беренсе байрамы халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

1А.Б: Һеҙҙең барығыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы с!л!м!тлек,тыныс , матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

2А.Б: Ҡарап тормайынса бер нигә
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ килгән ҡунаҡҡа.
Гүзәл заттар%тормош биҙәге,
Ҡыҙҙар-беҙҙең байрам биҙәге.

Шулай итеп байрамыбыҙҙы башлайбыҙ.

1А.Б: Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
Һеҙгә бүләк итеп
Әҙерләнек үҙебеҙ.
Гөлнара Насырова башҡарыуында йыр: «Мең йәшә әсәйем, мең йәшә»
2А.Б: Яҙҙар бит ул-ҡыҙҙар кеүек
Ҡыҙҙар бит ул-яҙҙар кеүек
Йәкөләләр нурға тулып,
Һибеләләр Ләйсән булып. Г. Губайдуллина башҡарыуында йыр «Ел ҡапҡа»
1А.Б: Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,
Изгелеге-үлсәү тапҡыһыҙ.
Ул әлбиттә йәшәү сығанағы,
Тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ!
Мифтахова Гөлнара башҡарыуында «Киленсәк” бейе=е.

2А.Б^ Ҡатын-ҡыҙҙар, гүйә, ҡара урман;
Ҡуйынында күпме сер ята!
Ҡай берәүҙәр унда бәхет таба,
Ҡай берәүҙәр башын юғалта.
Әнисә Кагарманова башҡарыуында йыр «Әсәйемә»

1А.Б: Мин ҡушылма, Боҙ һәм ялҡын,
Кемгә эҫе,кемгә һалҡын,
Туңдырам йә өрәм ялҡын
Ҡатын-ҡыҙ бит минең затым.
Загидуллина Зәлифә башҡарыуында йыр «Балаҡайым»

2А.Б: Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,
Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.
Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,
Тик ырыҫтан торор тыуған ер.
Гөлфая Сәғәҙиева башҡарыуында шиғыр.

1А.Б: Ҡатын-ҡыҙға килешә тыйнаҡ булыу
Тыйнаҡлыҡтан алда-йыйнаҡ булыу.
Аш-һыуҙары итһә бәрәкәтле,
Шул ҡатын-ҡыҙ булыр иң хөрмәтле.
Динә Мулкаманова башҡарыуында йыр. «Бер йылмайып ҡараның», «Тыуған яҡ»
2А.Б: Шундай ҡыҙҙар була :
Матурлығы
Йөрәгеңде китә ҡуҙғатып,
Гөнаһмы ни:
Ситтән генә балҡып
Илһам биреп барһа оҙатып?
Ләйсән Рамазанова башҡарыуында йыр. «Оҙаҡ йәшә әсәй, шатлыҡ менән»

1А.Б: Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең,
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.
З.Зәлифә һәм М. Гөлнара башҡарыуында бейеү. «Килендәштәр»


2А.Б: Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар
Күргән әсәй ғүмер эсендә.
Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,
Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.
Хәбир Дәүләтбаев башҡарыуында йыр.

1А.Б: Әсәкәйем,
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпынып оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды беҙ киткәс.
Г.Гөлдәр һәм Н. Гөлнара башҡарыуында йыр. «Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ»

2А.Б: Иң йомшаҡ ҡулдар,
Иң көслө иңдәр-
Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе –
Иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе-
Иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр
Иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар
Иң яҡшы серҙәш.
Фәһимә Абдрафикова башҡарыуында йыр
Скетч «Тәүбәгә ҡайтыу.»

1А.Б: Йәшәү йәмен һеҙ
Биргән бит беҙгә,
Әсәйҙәр, рәхмәт,
Мең рәхмәт һеҙгә!
«Мираҫ» халыҡ инструменттары башҡарыуында көйҙәр теҙмә һе.

8 март байрамына башкортса сценарий.
Сценарийҙы төҙөнө клуб мөҙире : Ф. Абдрафикова.
Бишауыл-Ун4ар ауыл клубы.


2010 йыл.


При использовании материала ссылка на сайт «http://bishaul.ru» обязательна.


Вернуться назад