Үрге Тимкә ауылында йәшәүсе Наталия һәм Михаил Фроловтарҙың теплицалары йыраҡтан, оло юлдан килгәндә үк күренеп тора. Беҙ барғанда, төп хужалар өйҙә булмай сыҡты. Йәш үҫентеләр, йәшелсәләр тураһында Наталияның әсәһе, Татьяна Никитина һөйләп, күрһәтеп йөрөнө. Теплица эсенә үтәбеҙ. Йылы, һауа дымлы.
– Теплицала йәшелсә үҫтереү менән ҡыҙым һәм кейәүем 5-6 йыл шөғөлләнә. Ҡыяр орлоғоноң, нигеҙҙә,«Маша» тип аталғанын сәсәләр, – ти Татьяна Федоровна. – Бына бөгөн дә улар ҡалаға орлоҡ артынан киттеләр.
Үҫентеләре сәскә атып та ултыра инде, хатта ара-тирә бәләкәс кенә ҡыярҙары ла күренә. Ә редис күптән өлгөргән. Укроп, петрушка, йәшел һуған тураһында әйтәһе лә түгел. Вәт уңғандар хужалар!
– Теплица мейес менән йылытыла, температура 18 градус йылылыҡтан да төшөргә тейеш түгел, – тип дауам итә Татьяна Федоровна. – Ҡыяр һыуыҡҡа тиҙ үк бирешә торғандарҙан. Шунлыҡтан, теплицалағы температураны һәр ваҡыт тикшереп торорға кәрәк. Ер ваҡытында ашланырға, һыу ҙа етерлек кимәлдә һибелергә тейеш. Йәшелсәләрҙе йыйып алыуҙың да үҙ тәртибе бар. Мәҫәлән, ҡыяр – ныҡ өлгөрөп етмәҫ элек өҙөп ашай торған берҙән-бер йәшелсә. Саҡ ҡына һуңланыңмы – уңыштан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Йәм-йәшел, кетерләп торған тәмленән ул һап-һарыға һәм ҡатыға әйләнәсәк. Ҡыҙым йәшелсәләрҙе Булгаков баҙарына һатыуға ла сығара. Ғаилә бюджетына аҙмы-күпме килем өҫтәлә.
Кишер, помидор ҙа үҫтерә хужалар. Был теплицаларының эргәһенә тағы ла ҙурырағын ҡороп ҡуйғандар. Йыш ултыртылып, һуңынан һирәкләнгән үҫентеләрҙе шунда күсерәсәктәр, өҫтәп тә ултыртасаҡтар икән.
Фроловтарҙың уңғанлығына һоҡланып туйғыһыҙ. Тәҙрә яңаҡтарының бик матур итеп ағастан семәрләп эшләнеүе, ихатала ултырған трактор – былар барыһы ла йорт хужаларының етеҙ, тырыш булыуҙары хаҡында һөйләй. Ауыл ерендә, әлбиттә, ер биргән байлыҡ иң ҡәҙерлеһе. Тик ялҡауланмаҫҡа, дәртләнеп эшләргә генә кәрәк. Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр.
Луиза МИҢЛЕӘХМӘТОВА.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.
Источник - daira.pressarb.ru