Ҡайһы берәүҙәр тәү күргән кешенең исемен ишетһәләр, шуға ҡарап уның характерын, эске донъяһын билдәләйҙәр. Исем генә кешенең бар күңелен асып һала, уның ҡылған эштәрен баһалаймы икән? Хеҙмәттәренең емеше генә кешене асып бирә ала. Әммә, исемде ситкә тибеп ташлап булмай, ул да бит нимәлер хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, минең һеңлемде Наҙлыгөл тип яратҡандар. Ул ысынлап та – наҙлы гөлкәй. Күпселек осраҡтарҙа беҙ уны һөйөп, ҡәҙерләп Наҙлыҡай тип кенә йөрөтәбеҙ. Исеме есеменә тура килеп кенә тора. Йәки, икенсе миҫал: минең класташым, әхирәтем Ләйсән. Ә үҙенең яғымлы, моңло тауышы, үткер, иғтибарлы ҡарашы менән, Ләйсән ямғырылай, беҙҙе рәхәтлек менән сорнаны, яңынан-яңы бәхет ямғырҙарын яуҙырҙы, күңелдәрҙе әсир итте. Бына шундай кешенең исемен есеменә тура килә тип нисек әйтмәҫһең?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла кире хәлдәр ҙә булып тора. Исемдәре матур булып та, күңелдәре ҡара эсле булған кешеләр ҙә бар беҙҙең арала. Шулай булғас, эш исемдә түгел, ә есемдә. Быныһы ҡыҙғаныс. Исем дә, есем дә кеше хаҡында һөйләһә, донъя нисек һәйбәт булыр ине. Ә бит элек-электән кешеләр ҡушҡан исемдәрен ҡәҙерләгәндәр, тап төшөрмәгәндәр. Хатта: «Шуны эшләмәһәм, исемем Урал булмаһын», - тип исемдәре менән ант та иткәндәр. Бына ниндәй оло, сихри, ғорур көскә эйә булған исем! Әлеге көндә лә был көстө юғалтмаһын ине. Минең исемдә лә оло мәғәнә ята. «Ҡиммәтле, ҡәҙерле гөл» (фарсы теленән) тигәнде аңлата ул. Үҙемә шундай яңғырашлы, яғымлы, матур исем ҡушҡанға ғорурланам, ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Киләсәктә, Алла бирһә, уға тап төшөрмәй, илемә хеҙмәт итергә әҙермен. Ҡалғандар ҙа шундай уйҙа булһындар ине, тигән өмөттәмен.
Фаягөл ИСХАҠОВА,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы.