Минең атайым – Әҙеһәм Хәбибулла улы Ҡотлобаев Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында 1895 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1906-1913 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә (мәҙрәсәлә), шул уҡ ваҡытта рус телендә башланғыс мәктәптә уҡый. 1914 йылда Дыуан-Табын волосында (писарь) секретарь булып эшләй. 1915 йылда империалистик һуғышҡа алына. Ул Троицк ҡалаһында 131-се полктың 3-сө ротаһында хеҙмәт итә. 1916 йылда Австро-Венгрия фронтына ебәрәләр, унда яраланып госпиталгә эләгә. Революциялар ваҡытындағы буталсыҡ заманада Өфө йыйылма мосолман командаһы составында Өфөгә ҡайта.
1918-1919 йылдарҙа Табын контонының мәғариф бүлегендә секретарь булып эшләй.
1920-1921 йылдарҙа Иҫке Муса мәктәбендә, 1922-1929 йылдарҙа Яңы Ҡыйышҡы башланғыс мәктәбендә уҡыта.
1930-1931 йылдарҙа тыуған ауылы Ҡарлыманда, Мөрсәк, Күлдәр ауылдарында балаларға белем бирә. Биштәкә ауылында минең әсәйем Сафия Ғәбдрәүф ҡыҙы Исламова менән таныша һәм өйләнешеп, матур донъя ҡороп ебәрәләр.
Әсәйем Биштәкә ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Ул ваҡытта ҡыҙ балаларға уҡырға рөхсәт итеп бармаһалар ҙа, ата-әсәһе уға иҫкесә лә, яңыса ла белем алырға мөмкинлекселек биргән. Әсәйем мөғәллимә булып эшләгән, “наҙанлыҡты бөтөрөү” хәрәкәтендә ҡатнашҡан.
Миңә өс йәш булғанда (ул саҡта ата-әсәйем Бишауыл-Уңғар мәктәбендә эшләгән) Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атай һуғышҡа киткәнсе беҙҙе үҙенең тыуған ауылы Ҡарлыманға ҡайтара...
Ауылға әленән-әле өс мөйөшлө хаттар килә. Бер ғаиләгә килгән “ҡара ҡағыҙ” бөтөн ауылға ҙур ҡайғы булып тарала. Әсәйем беҙгә һәр ваҡыт: “Һеҙҙең бәхетегеҙҙән атайығыҙ иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде”, – тип әйтә ине. Уға эйәреп беҙ ҙә көнө-төнө тип әйтерлек теләк теләп йөрөй торғайныҡ. Әллә беҙҙең теләктәребеҙ ҡабул булды, әллә ғүмере бөтмәгән, атайыбыҙ һуғыштан иҫән-имен әйләнеп ҡайтты. Ул ваҡыттағы шатлыҡты, ҡыуанысты әйтеп тә, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Өй тулы кеше: ауылдаштар, туған-тыумаса, күрше-тирәләр... Һалдат ҡайтҡан йортта ҙур байрам булыр ине. Атайыбыҙ яңынан мәктәптә балалар уҡыта башланы. Бик тыныс, татыу йәшәнеләр. Ләкин атайымды һуғышта алған яралары һәр ваҡыт борсой ине. Шуға ла балалар ҡарау, йорт мәшәҡәттәре күберәк әсәйем иңдәренә төштө.
Атайымды ауыл халҡы, уҡыусылар бик ихтирам итте, сөнки, ул үҙенең эшен бик яратып башҡарҙы. Ул дәрес биреп кенә ҡалмай, кластан тыш эштәрҙе лә еренә еткереп үтәй ине. Уҡыусылар менән әҙәби түңәрәк ойоштороп, төрлө сараларға әҙерләнеп, ҡурсаҡ театрын алып барып, кескенә хикәйәләр, шиғырҙар, скетчтар яҙыр ине. Ошондай кисәләрҙең береһе минең хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Атай йыйылған халыҡ алдына сәхнәгә сыҡты ла: “Хәҙер сәхнәлә йомортҡа бейетәбеҙ” – тине. Ысынлап та, сәхнә уртаһында йомортҡа бейеп китмәһенме!
Концерт ваҡытында үҙе уйлап тапҡан фокустарҙы күрһәтеп, кешеләрҙе шаҡ ҡатырыр ине.
Атайым Ҡарлыман ауылының тарихын һөйләргә яратты. Буш ваҡыттарында һыҙҙырып ҡурай уйнай, моңло итеп йырлай торғайны. Бик оҫта умартасы ла ине ул. Бал айыртҡан көндө:”Бар иптәштәреңде саҡыр, бер киҫәк икмәк һәм бал ҡалаҡ алып килһендәр”, – тип, мине иптәштәрем артынан ебәрер ине. Атайым урамда эшһеҙ йөрөгән кешене, бигерәк тә мәктәпкә бармаған, дәрестәрҙән ҡасып йөрөгән уҡыусыларҙы яратманы. Әгәр ҙә берәр уҡыусыны күрә икән, саҡырып ала ла тыныс ҡына итеп: “Әйт әле, Раил, дәрестәреңде әҙерләнеңме, шиғырыңды, ҡағиҙәләреңде ятланыңмы” тип, әҙерәк тәнҡит утында ла тотоп алыр ине. Шуның өсөн уҡыусылар дәрестәрен әҙерләп бөтмәйенсә урамға сыҡманылар. Уҡытыусы ул саҡтарҙа ауылда иң ҙур, иң абруйлы кеше ине шул. Ҡарлыманбаш ауылына уҡытыусы кәрәк булғас, мәктәп директоры атайымдың саҡыртып:”Балалар белемһеҙ ҡала, башҡортса уҡыта белгән уҡытыусылар аҙ, РОНО-нан һеҙҙе ебәреүҙе һоранылар”, – тигәс, атайым ризалашты һәм Ҡарлыманбаш ауылында эшләй башланы.
Атайымдың уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшергәнен ҡарап ултырғанда, миндә лә шул дәфтәрҙәрҙең хаталарын тикшереү теләге тыуа ине. Йөрәк ҡушыуы буйынса уның юлынан киттем һәм уҡытыусы булып эшләп, пенсия сыҡтым. Атайым менән әсәйем миңә һәр саҡ үрнәк, юлымды яҡтыртыусы маяҡ булдылар.
Атайым - Әҙеһәм Хәбибулла улының хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары, миҙалдар менән билдәләнде. Ул ауылыбыҙҙың хөрмәтле уҡытыусыларының береһе булды һәм шулай булып ҡаласаҡ.
Рима ХАФИЗОВА,
Шайморатов ауылы.