Өйәҙҙән - районға11-11-2010, 16:23 / История
Район биләмәһендәге ерҙәрҙе борон-борондан Мең һәм Табын ырыуы башҡорттары төйәк иткән. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан алып был яҡтарға мишәр, татар, типтәрҙәр (кермешәктәр, улар төрлө милләттән булғандар), сыуаш, мордва, мари, рус, украин һәм башҡа милләтле халыҡтар күсенеп ултырған. Аҙаҡ район үҙәге булып киткән Ҡырмыҫҡалы ауылына 1758 йылдың 16 мартында Минзәлә өйәҙе Мораҙале ауылы (әлеге Борай районы) типтәрҙәре нигеҙ һалған. Революцияға тиклем был ерҙәр Ырымбур губернаһы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре составына ингән. 1919 йылдың мартында Бәләкәй Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, Ҡырмыҫҡалы өйәҙе Табын кантонына ҡарай. 1922 йылда волостарҙы эреләтеү башлана. Ҡырмыҫҡалы волосына Стәрлетамаҡ кантонынан Дыуан-Табын волосы, Өфө кантонынан Биштәкә, Бишауыл-Уңғар волостары ингән, Ҡырмыҫҡалы волосы Өфө кантонына күсерелгән. 1927 йылда Булгаков волосы тарҡала, волостың 27 ауылы Ҡырмыҫҡалы волосына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусында Ҡырмыҫҡалы волосы районға әйләндерелә.
1935 йылда Боҙаяҙ районы ойошторола, Ҡырмыҫҡалы районының 38 ауылы Боҙаяҙ районына индерелә. 1956 йылда Боҙаяҙ районы тарҡатыла, 44 ауыл Ҡырмыҫҡалы районына күсерелә.
Райондың дөйөм майҙаны - 1751 мең квадрат километр. 122 ауылда 52 меңдән артыҡ халыҡ йәшәй.