Урманда ут яҡма! Башҡортостанда 1 майҙан 1 июнгә тиклем янғынға ҡаршы айырым режим индерелә4-05-2011, 17:48 / Новости
Республикала янғын сығыу ҡурҡынысы хәүефле булып ҡала килә. Бигерәк яландарҙа, урам буйҙарында, урмандарҙа яҡҡан сүп-сар, ағастар ҙур бәләгә килтерергә мөмкин. Бөгөн Башҡортостанда урманға яҡын ғына урынлашҡан 500-ләп ауыл иҫәпләнә. Шуға ла 1 июнгә тиклем был урындарҙа ут сығыуға ҡаршы саралар уҙғарыласаҡ.
Бынан тыш, янғын сығыу ҡурҡынысы янаған 300 гектар ерҙәр контролдә тотоласаҡ. 400 гектар самаһы урмандарҙың сүп-сары таҙартыласаҡ.
Икенсе кварталда Республика урмандарына 900 маршрут патрулгә сығасаҡ. Шулай уҡ ер өҫтөнән 12 мең патрулде сығарыу планлаштырыла.
Башҡортостанда күптән түгел БР-ҙың Урман хужалығы министрлығы янында урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү буйынса Үҙәк ойошторолдо. Унда 3800 кеше эшләйәсәк. Үҙәктең 260 тракторы, 140 йөк, 180 еңел машиналары, 50 автобусы, 110 ут һүндереү машиналары бар.
25 апрелдән 1 майға тиклем район биләмәһендә ике янғын сыҡты. “39-сы саҡрым” исемле коллектив баҡсаларҙа урынлашҡан йорт тулыһынса янып бөттө. Икенсеһе – Һәүәләй ауылындағы бер йорт ҡаралтыһында сыҡты. Ике янғындың да сәбәптәре бер – урам буйҙарын таҙартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу.
Шулай уҡ урман буйҙарындағы ҡоро үләнгә ут ҡабыуының 10-лаған осрағы теркәлде. Унда көн һайын тиерлек ут һүндереүселәр сыға, шуға ла уттың ҙур биләмәләргә тоҡаныуына юл ҡуйылмаған.
Ут менән һаҡ булайыҡ, райондаштар!