Автобустар һәм автомобилдәр. Байрам майҙаны эргәһендә теҙелеп киткән автобустар араһында һарылары ла байтаҡ ҡына. Бындай автобустар «Мәғариф» өҫтөнлөклө проект сиктәрендә күрше ауылдарҙан балаларҙы дәрестәргә йөрөтөү өсөн дәүләт тарафынан Сахай, Ҡамышлы, Бекет, Ҡабаҡ, Ҡарлыман, Прибельский, Ҡырмыҫҡалы, Константиновка, Боҙаяҙ, Подлуб, Илтерәк, Мөкәй, Иҫке Муса ауылы мәктәптәренә бирелгән.
Бишауыл-Уңғар. Балалар һабантуйы йыл да Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендәге йәмле Ташлыкүл буйында уҙғарыла.
Ваҡиға. Һабантуй иҫтәлекле көндө – Пионерия көнөндә үтте.
Гимн. Байрам мотлаҡ рәүештә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән башлана һәм тамамлана.
Ғөрөф-ғәҙәт. Һәр мәктәп сараға ентекле әҙерләнгән икәнлеге күренеп тора. Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмай, палатка-тирмәләр матур итеп биҙәлгән.
Дуҫлыҡ. Билдәле булыуынса, быйылғы йыл Башҡортостанда – «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы», ә Рәсәйҙә «Космонавтика йылы» тип иғлан ителде, шунлыҡтан һәр мәктәп, үҙенең ихатаһын биҙәгән саҡта, дуҫлыҡ һәм космос темаһына айырыуса иғтибар биргән.
Ҙурлап ҡаршылау. Районда 21-се тапҡыр үткәрелгән балалар һабантуйына ҙур ҡунаҡ – Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО Ассоциациялаштырылған мәктәптәрҙең милли советы ағзаһы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Комитетының төп белгесе Людмила Михайловна Богуславская килгәйне. Ул, үҙ сиратында, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Азамат Муса улы Ғәйфуллинға, мәғариф бүлеге начальнигы Михаил Николаевич Климкинға, Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбенә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтен белдереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ел. Балалар байрам ваҡытында бер туҡтауһыҙ иҫкән көслө елгә лә, саң-туҙанға ла һис иғтибар итмәй, күңел асты, шаярҙы, уйнаны, көлдө...
Жюри. Баһалама комиссияһының мәртәбәле жюри ағзалары һәр тирмәне ентекле ҡарап, тикшереп, баһа бирҙеләр.
Зауыҡ. Зауыҡ менән биҙәлгән ихаталарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Һәр мәктәп биҙәлешкә ниндәйҙер үҙенсәлек бирергә тырышҡан.
Ижади эштәр. Балалар ҡулы менән эшләнгән ижади эштәрҙән хатта күҙ ҡамаша. Нимәләр генә юҡ бында: ҡағыҙҙан оригами ысулы менән бөкләп яһалған ап-аҡ аҡҡоштар ҙа, аҫалы балаҫтар ҙа, һауаға бына-бына осам тип торған ракеталар ҙа бар бында.
Йыр. Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде? Мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһы барыһының да күңеленә хуш килде.
Көрәш. Һабантуйҙа иң ҡыҙығы, иң мауыҡтырғысы нимә? Әлбиттә, көрәш. Батыр, ҡыйыу егеттәр майҙанда үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн көрәш майҙанына сыҡты.
Ҡыҙыҡлы уйындар. Балалар кемуҙарҙан төрлө спорт уйындарында, аттракциондарҙа ҡатнашып, бүләкле булдылар.
Лайыҡлы. Сараның аҙағында иң-иңдәр, лайыҡлы уҡыусылар, мәктәптәр билдәләнде, уларға Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Мәғариф бүлеге. Мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Гөлнара Иҫәнбаева конкурстарҙың һөҙөмтәләрен иғлан итте.
Номинация. «Йыһан киләсәге» номинацияһында - Бекет, Ҡарлыман мәктәптәре, «Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ» номинацияһында – Боҙаяҙ, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Константиновка, Һыуыҡ Шишмә, «Ижад һәм һөнәр» номинацияһында Сахай, Үтәгән мәктәптәре билдәләнде.
Осҡон. Еңеүселәрҙең йөрәгенә осҡон һалынды.
Көс. Көрәштә ҡатнашыусылар өс ауырлыҡ үлсәмендә баһаланды. Шулай итеп, 35 килограмға тиклемгеләр араһында Һәүәләй мәктәбенән Илгиз Батыров, 45 йәшкә тиклем ауырлыҡ үлсәмендә шулай уҡ Һәүәләй мәктәбенән Максим Әсәнов, 45 килограмдан күберәк ауырлыҡ категорияһында Үтәгән мәктәбенән Артур Аҙнағоловтар еңеүсе булды.
Палаткалар ҡаласығы. Палаткалар ҡаласығын биҙәү буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: 3-сө урын – Малай мәктәбенә, 2-се урын – Ҡабаҡ мәктәбенә, ә 1-се урын Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбенә бирелде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Рухланыу. Рух – илаһи ҡөҙрәт, тиҙәр. Пионерҙар илһөйәрлек рухына тоғро булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттеләр.
Сауҙа. Район ҡулланыусылар йәмғиәте тырышлығы менән яланда киң сауҙа ла йәйелдерелде. Төрлө-төрлө йәшелсә-емеш, шәрбәтле «мамыҡ», сувенирҙар, ҡыҙҙар өсөн сәс ҡыҫтырғыстары тиһеңме – барыһы ла бар.
Тамашасы. Байрамды күрергә яҡын-тирә ауылдарҙан халыҡ бик теләп килгән. “Оло йәштә булһам да, килдем әле бына, – ти Бишауыл-Уңғар ауылынан 75 йәшлек Сания Хисамова. – Балалар янында күңелем күтәрелә, уларға ҡарап шатланам”.
Уҡытыусылар һәм уҡыусылар. Сара юғары кимәлдә үтте. Бындай баһаға уҡытыусылар һәм уҡыусылар бергәләшеп, ойошоп эшләгәндә генә ирешелә.
Үрлә, ялҡын! Ғәҙәттә, пионер костеры тирәләй шундай йырҙар йырлана. Көндөң ныҡ елле булыуы сәбәпле, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, пионер костеры яғылманы. Әммә балаларҙың күңелдәре барыбер күтәренке ине.
Флагшток. Флагштоктан (флагты күтәреп ҡуя торған ҡолға) флагты төшөрөү хоҡуғы көрәш буйынса абсолют чемпион, Һәүәләй мәктәбе батыры Максим Әсәновҡа бирелде.
Хушлашыу. Хушлашыу минуттары. Моңһоу ҙа, өмөтлө лә минуттар улар…
Һаулыҡ. Тәбиғәттең саф һауаһы – тәндең яҡшы дауаһы, тиҙәр. Балалар ваҡыттарын файҙалы, ҡыҙыҡлы уҙғарыу менән бер рәттән, йүгереп, һикереп, һаулыҡтарын да нығыттылар.
Целлофан пакет. «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһының программаһына ярашлы, йәш быуынды тәбиғәт һаҡсылары итеп тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Шунлыҡтан, байрам тамамланғас, «Кәнфит ҡағыҙы» операцияһы иғлан ителде. Балалар йыйылған сүп-сарҙарҙы билдәләнгән урынға алып барып тапшырып бүләктәр ҙә алдылар.
Чемпион. Һабантуйҙағы иң йәш көрәшсе Илнар Ситдиҡов - ысын мәғәнәһендә чемпион!
Шарҙар. Байрам хөрмәтенә һауаға шарҙарҙан эшләнгән ҡурай осоролдо.
Щи. Уҡыусылар тәбиғәт ҡосағында яҙғы үләндәрҙән телеңде йоторлоҡ итеп бешерелгән щи, балыҡ һурпаһы ашап кинәнде.
Ышаныс. Балаларға ҡарап, уларҙың киләсәктә сәләмәт тормош алып барасаҡтарына, үҙ-ара дуҫ, эшсән, намыҫлы, әйләнә-тирәләгеләргә тик файҙа ғына килтерәсәктәренә ышаныс ҙур.
Эмблема. «Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһының символы – Алтын бал ҡорто. Ул эшһөйәрлек, ойошҡанлыҡ билдәһен аңлата.
Әҙер. «Әҙер бул!» тигән өндәүгә пионерҙар «Һәр ваҡыт әҙер!» тип яуаплай.
Юл. Ҡайтыр саҡ та яҡынлашты. Һау бул, Һабантуй, икенсе йылға ла юлыбыҙ төшһөн!
Ямғыр. Ҡайтыр юлға сыҡҡас, ҡапыл ямғыр яуа башланы. Ул, наҙлы әсә кеүек, балаларҙы, йәш үләндәрҙе, йәм-йәшел япраҡлы ағастарҙы ҡойондорҙо – тиҙерәк үҫһендәр!
Луиза МИНЛЕӘХМӘТОВА.
Миләүшә РӘХИМОВА фотолары.