Матбуғат һүҙе һәр өйҙә кәрәк26-12-2011, 18:33 / Новости

Матбуғат һүҙе һәр өйҙә кәрәк«Башҡортостанды иңләй «Башҡортостан» акцияһы уңышлы дауам итә. Ошо көндәрҙә беҙҙе Ҡырмыҫҡалы районының йәмле Ҡыҙылғы йылғаһы буйында урынлашҡан Ибраһим урта мәктәбендә ихлас ҡаршы алдылар. Маҡсатыбыҙ мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән «Башҡортостан» гәзите тураһында фекер алышыу ине.
Ләйсән Миңнулла ҡыҙы етәкселегендәге IХ йыллыҡ белем усағы 36 уҡыусынан тора. Төшөп ҡалғандарҙан түгел мәктәп: районда үткән һәр ғилми-ғәмәли конференцияла, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап килә.
Мәктәптә күптән түгел генә уңыш байрамын үткәреп, көҙҙө оҙатһалар, инде Яңы йылға әҙерләнәләр. Бөтә саралар ҙа бында башҡорт телендә үтә.
Оҙаҡ йылдар буйы “Башҡортостан” гәзитенән айырылмаған Мәҙйәр Мирхәйҙәров менән ғүмерен гәзиткә арнаған журналист Фәүзиә Латипова ла кисәгә оло мәртәбә өҫтәне.
– Фәһемле осрашыуҙар йышыраҡ булып торһон ине. Ҡунаҡтарҙы шатланып ҡаршы алабыҙ. Беҙҙә бик талантлы, йыр-моңға ғашиҡ балалар уҡый. Беҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың вариҫтары, – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Динисламова.
Ибраһим урта мәктәбе уҡытыусылары ла ҙур теләк менән «Барлыҡ коллектив менән – «Башҡортостан»ға!” акцияһына ҡушылды.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейын ҡарап сыҡҡас, Бишауыл-Уңғар мәҙәниәт йортона юлландыҡ.
– Мәҙәниәт усағы йәшнәп, дөрләп йәшәргә тейеш. Коллективта йәше лә, ҡарты ла бар. «Мираҫ» фольклор ансамбле менән берлектә кисәләр үткәрәбеҙ. Ә инде гәзит-журналдар һәр саҡ яҡын дуҫыбыҙ булды, – тине мәҙәниәт йорто директоры Фәһимә Абдрафиҡова.
«Мираҫ» фольклор ансамбленең сығышынан һуң Фәһимә апайҙың һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инандыҡ. Бик ҡунаҡсыл, тырыш халыҡ йәшәй бында. Төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр әйтелде, «Аҡмулла», «Башҡорт донъяһы» махсус биттәренең оҡшауын да билдәләнеләр.
– «Башҡортостан» гәзите – рухи көҙгө. Ниндәй генә алдынғы технологиялар ҡулланһаҡ та, кеше ташҡа баҫылған һүҙҙе яҡын күрә. Матбуғат һүҙе – һәр өйҙә, һәр ғаиләлә көтөп алынған ҡунаҡ. Беҙҙең төбәктә гәзиткә яҙылмаған кеше юҡ, – тине осрашыуҙа Яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусыһы Рим Исхаҡов.
Әйткәндәй, Фәһимә Абдрафиҡова етәкселегендәге мәҙәниәт йорто менән «Мираҫ» фольклор ансамбле лә коллективтары менән «Башҡортостан»ға яҙылды.

Илмира ҠОЛБАХТИНА
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад