Йәмғиәттең Һәүәләй һөтсөлөк фермаһыҡышты яҡшы ғына күрһәткестәр менән сығып килә- Ике йөҙ илле баш һауым һыйырыбыҙ бар, бөгөнгө көнгә уртаса һауым һәр һыйырға 15 литр тәшкил итә. Миңлегөл Ихсанова көнөнә 400 килограмм, Гүзәлиә Хисмәтуллина – 360, Зәлиә Мостафина – 350 килограмм һөт һауып, алдынғылар рәтендә бара. Шулай уҡ 200 баштан ашыу аҡлы-ҡаралы таналар бар, уларҙы һауым һыйырҙары итәсәкбеҙ. Беҙҙә орлоҡландырыу яһалма ысул менән башҡарыла. Шулай булһа ла, һимертергә ҡуйылған илле баш үгеҙ бар,- тине ферма мөдире Хәлит Хәләф улы Маннанов эш барышы менән таныштырып.
Фермала эштәрҙең көйлө булыуын унда эшләгәндәргә ҡарап та белеп була. “Хәлдәрегеҙ нисек?”- тигән һорауыма бөтәһе лә бер тауыштан тиерлек, бик яҡшы, тип яуап бирҙеләр.
Мал ризығы етерлек икән, хатта силос менән сенажды аралаштырып бирәләр. Һәр һыйырға көнөнә өсәр килограмм фураж ҡаралған. Һалам менән бесән дә малҡайҙар алдынан өҙөлмөй.
Эштең яҡшы барыуы, эшселәрҙең кәйефтәре күтәренке булыуҙан, ферма мөдиренең тырышлығынан, ойоштора белеүенән дә торалыр. Коллективтың ҡышты еңел, бер ниндәй проблемаһыҙ сығыуына ышаныс ҙур.
Источник - dairarb.ruРиф Йөҙлөкбаев.
Дим Сербаев фотоһы.