Бәхетен тыуған ерендә тапҡан, тырыш хеҙмәте менән абруй яулаған ир уҙамандарының береһе - Фәнис ФәхретдиновУл Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлаған егет Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы егерме беренсе һанлы технология училищеһында автослесарға уҡый. Үҙенең хеҙмәт юлын Олокүл ауылында урынлашҡан район ауыл хужалығы техникаһы ойошмаһында башлай. Әрме сафына алынып, һалдат бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, баш ҡалалағы автомәктәптәрҙең береһендә водитель һөнәренә уҡып сыға. Ҡасандыр гөрләп торған “Фрунзе” колхозында һигеҙ йыл эшләп китә. Һуңынан Фәнис ағайҙы юллама менән Ырымбур өлкәһенең Ясный ҡалаһына азбис комбинаты төҙөгән ергә эшкә ебәрәләр. Был ҡалала ул ғаиләһе менән туғыҙ йыл йәшәй, балалар ҙа – ҡыҙы һәм улы бында тыуа. Туғыҙ йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтып төпләнә.
Артабан Фәнис Фәхретдинов үҙенең эш тәжрибәһен МТС “Нива”ла туплай. Дүрт йыл “ЗИЛ” яғыулыҡ ташыу машинаһында эшләй, һуңынан “КамАЗ” йөк автомобиленә ултыра. Урып йыйыу мәлендә машиналар колоннаһы менән Хәйбулла, Баймаҡ, Ырымбур һәм башҡа яҡтарға алыҫ рейстарға йөрөй. Ҡыш көндәрендә лә эш етерлек була, келәттәге ашлыҡты элеваторға, Сибай ҡалаһына ташый һәм унда онға әйләндерелгән игенде кире алып ҡайта оҫта водитель. Үҙ вазифаһына тоғро ҡалып, эшен намыҫлы башҡарған Фәнис ағай бихисап Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Әлеге көндә ул, тәжрибәле водитель кәрәк булғас, мәктәп автобусына ултыра. Фәнис Рәүфил улы күрше Мансаҙы ауылынан Бишауыл-Уңғарға уҡыусыларҙы йөрөтә. Балаларҙы олимпиадаларға, төрлө конкурстарға йөрөтөү һәм уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ та – уның иңендә.
Абруйлы хеҙмәткәрҙең ғаиләһе хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Балалары хәҙер үҙҙәре лә башлы-күҙле булған. Улдары Марсель агроном-инженер һөнәрен үҙләштереп, МТС-та эшләй. Ул ғаиләһе менән Һәүәләй ауылында йәшәй. Ҡыҙҙары Альбина ла тормошта, Өфө ҡалаһындағы Мәҙәниәт министрлығында иҡтисадсы булып хеҙмәт итә. Улар Фәнис ағай менән Рәсимә апайҙы олатай-өләсәй итеп, ике ейәнсәр һәм бер ейән бүләк иткән. Тәжрибәле водителдең хәләл ефете Рәсимә Әхмәт ҡыҙы егерме йылдан артыҡ ғүмерен Һәүәләй дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләүгә бағышлай. Ул унда төрлө йылдарҙа төрлө бүлектәрҙә намыҫлы хеҙмәт итә һәм былтыр ғына хаҡлы ялға туҡтай.
Балаларына тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иткән Фәхретдиновтар ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Татыу ғаилә шәхси хужалығын да алып бара: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Донъялары етеш, матур. Үҙҙәренең шәхси автомобиле булыуы тормоштарын тағы ла еңеләйтә.
Утыҙ ике йыл ғүмерен шофер эшенә бағышлаған Фәнис Рәүфил улына юлдарының – имен, эшенең уң булыуын теләйбеҙ.