Иман йорто - ауыл ҡото10-10-2014, 11:40 / Новости

Иман йорто - ауыл ҡотоҠорбан ғәйете көндәренең береһе Бишауыл-Уңғар халҡы өсөн оло байрамға әүерелде. Күптән көткән мәсет асыу тантанаһы нәҡ ошо осорға тәғәйенләнде. Көндөң йонсоу тороуына ҡарамаҫтан, байрамға йәше-ҡарты, бала-сағаһы эркелешеп килде.

Бишауыл-Уңғар ауылының имам-хатибы Мазһар хәҙрәт Мусин был изге эште мәсет нигеҙе ҡорҙороп, иҫке мәктәптең бер мөйөшөн мәсет итеп өйҙөрөүҙән башланы. Әлбиттә, махсус проект менән башланмаған эш оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Әммә Мазһар хәҙрәттең ныҡышмалылығы арҡаһында, иғәнәселәр табылып, мәсеткә газ үткәрелде, тирә-яғы кәртәләнеп алынды.

Ауылыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға был көндө муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Ҡырмыҫҡалы районы буйынса имам-мөхтәсиб Рамазан хажи Бикташев, Ҡолош ауылынан Сәғит хәҙрәт Ямалетдинов, Шайморатов ауылының имам-хатибы Әфҡәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәхитов һәм башҡа ҡунаҡтар килде.
Иман йорто - ауыл ҡото

Бынан тыш байрамға мәсетте төҙөклән-дереүҙә һәм биҙәү эштәрендә иғәнәселек ярҙамы күрһәткән Марат Сафаров та хөрмәтле ҡунаҡ итеп саҡырылғайны. Мәсеттең исемен Мараттың әсәһе Хәлифә иҫтәлегенә «Хәлифә» мәсете тип атарға ҡарар ҡылдыҡ.

Килгән ҡунаҡтар һәм ауылдаштарыбыҙ араһынан сығыш яһаусылар үҙ фекерҙәрен әйтте, изге теләктәр теләне. Мәсеттә намаҙ, Ҡөрьән аяттары уҡылды. Тантанала ҡатнашыусылар Марат Сафаров салдырған ҡорбан ашынан ауыҙ итте, байрамға килтерелгән күстәнәстәр менән һыйланды.

Мәсет булған ерҙә - иман да булыр, тигән боронғолар. Ысынлап та, Бишауыл-Уңғар ауылы мәсете лә ауылға иман килтерер, ҡот өҫтәр. Ауылдашыбыҙ Гөлфая апай Сәғәҙиеваның шиғыр юлдарындағыса, ауылыбыҙҙы нурландырыр изге «аҙан моң»дары, тип ышанғы килә.

Вернуться назад